Яңылыш юлдан китмәһен18.09.2013
Һәр сабый заманына яраҡлашып тыуа, тиҙәр. Был бәхәсһеҙ. Беҙ бәләкәй саҡта ла өлкәндәр: "Хәҙерге балалар ете класс тамамлап тыуа", — ти торғайны.

Быуындар араһындағы ҡараштар айырмаһы ифрат ҙур. Әйтәйек, беҙҙең быуын кешеләре (совет осоронда йәшәгәндәрҙе күҙ уңында тотам), ҙур эш хаҡы алмаһа ла, аҙыҡ-түлеккә ҙур сиратта тороп ғаиләһен аҫраһа ла, алға ҡуйылған ҙур маҡсатҡа — алдынғы йәмғиәт төҙөүгә — инанып йәшәне. Ҡоролош емерелгәс, барлыҡ ниәт юҡҡа сыҡты, йәшәү мәғәнәһе төҫһөҙләнде. "Илдә барған барлыҡ үҙгәреш ата-әсәнең йөрәге, уйҙары аша балаларға күсә", — тигән бөйөк педагог А.С. Макаренко. Бөгөн иһә ошолай быуындан быуынға тапшырылырлыҡ сәйәси һәм гражданлыҡ аң, асыл юҡ. Халыҡты туплап торған уртаҡ бағана һынды кеүек.
Әлбиттә, бөгөнгө йәштәрҙең, беҙҙең быуын менән сағыштырғанда, күпкә мәғлүмәтлерәк булыуын инҡар итеү мөмкин түгел. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуын, һәләтен билдәле бер йүнәлештә, маҡсатлы үҫтерергә кәрәк. Ә балаларҙың эске донъяһының, ҡараштарының, башҡаларға мөнәсәбәтенең төрлөлөгө айырым факторҙарға бәйле. Уларҙың иң ҙуры, әлбиттә, биологик үҙенсәлек. Бала ата-әсәһенән ни ала, күрә — шуны дауам итә, ҡабатлай. Әммә биологик үҙенсәлекте еңерлек көслө факторҙар ҙа бар, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең Хоҙай Тәғәлә билдәләгән холоҡ-фиғеле булыуын да оноторға ярамай.
"Бөгөнгө йәштәр тәртипһеҙ", — тибеҙ. Был етешһеҙлек тәү сиратта ата-әсәнең баланы талапсанлыҡ менән тәрбиәләй белмәүе, аралашҡан кешеләренә хөрмәт күрһәтмәүе, түбәнһетеп ҡарауы, байлыҡ ҡолона әйләнеүенә бәйле. Ошондай өлгө йәш кешене дөрөҫ йүнәлештән тайпылдыра. Ғаиләләге насар тәрбиә йәмғиәттә лә ҡаршылыҡ күрмәһә, бала һис һүҙһеҙ яңылыш юлдан китә. Шуға күрә йәш быуынды тәрбиәләүгә һәр кем етди ҡарарға бурыслы. Заман йәштәрҙән айыҡ аҡыл менән йәшәүҙе, сос, тырыш, йүнсел булыуҙы талап итә икән, ата-әсә, уҡытыусылар, йәмғиәт тәрбиәне ошо юҫыҡта ойошторорға бурыслы.


Вернуться назад