Алмалар ҡалаһында17.09.2013
Алмалар ҡалаһындаАлмалар ҡалаһы ла буламы ни ул, тиерһегеҙ. Бар шул! Бөрөнө шулай атап йөрөтәләр. Ҡаланың 350 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сираттағы сәфәре тап шунда булды.

Рөстәм Зәки улы иң беренсе "Берендей" балалар дендропаркына юл тотто. Унда уҡыусыларҙың "Беҙҙең бала саҡ баҡсалары" IV республика фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм алма темаһына биҙәү-ҡулланма ижады конкурсы асылғайны. Эштәрен баҡсасылыҡ, сәскәселек, ландшафт дизайны секцияларында ҡуйған балалар ҡайҙан ғына килмәгән! Өфө, Благовещен, Яңауыл, Дүртөйлө, Шаран, Кушнаренко, Әлшәй, Борай, Туймазы, Мишкә... Йәш экскурсоводтар республика етәксеһен биләмә буйлап оҙатып йөрөнө. Ошонда уҡ үлән сәйенән ауыҙ итеп, алма сорттары менән танышыу булды. Әйткәндәй, Бөрөлә алмағастың 120 төрө үҫә икән! Президент 1-се мәктәп уҡыусыһы Ләйсән Урманова менән "Башҡорт зөбәржәте" исемле алмағас та ултыртты.
Артабан Рөстәм Хәмитов "Медиа-штурм: биләмәнең ыңғай имиджын булдырыуҙа киң мәғлүмәт сараларының роле" проектында ҡатнашыусылар менән осрашты. Йәш журналистар Бөрөнөң брендын булдырыу маҡсатында ниҙәр эшләүен һөйләне. "Бөрө — тәмле тормош" концепцияһы менән танышҡас, Президент был тәҡдимде хупланы. Ысынлап та, ҡала алмалары, билмәндәре, ит ярымфабрикаттары менән дан тота. Был хаҡта Рөстәм Зәки улы бына нимә тине:
— "Тәмле тормош" проекты бик ҡыҙыҡлы күренә. Яңыраҡ "Йәнле ауыл" барлыҡҡа килгән кеүек, "Йәнле ҡала"быҙ ҙа булһа, мин, мәҫәлән, тормош иптәшемде йә сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы Бөрөгә киске ашҡа саҡырыр инем. Бының өсөн яҡшы ресторандар, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек, юғары кимәлдәге ҡунаҡханалар булырға тейеш, әлбиттә.
Президент төҙөлөп ятҡан "Аврора" кинокомплексына ла һуғылды. 520 тамашасыға иҫәпләнгән кинотеатр, былтыр ғына нигеҙ һалынһа ла, ошо йыл аҙағына сафҡа инәсәк тип күҙаллана. Был комплекста уйын майҙансыҡтары, кафелар, боулинг залдары ла буласаҡ. Иң мөһиме — физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус урындар ҡаралған.
Бөрөнөң төп майҙанында Рөстәм Хәмитов юбилейға арналған байрам тантанаһында ҡатнашты, ҡаланың 12 күренекле кешеһенә дәүләт наградаларын тапшырҙы, 15 метр оҙонлоҡтағы алма бәлешенән ауыҙ итте.
Президент үҙенең сығышында Бөрөнө матур ҡала тип атап, киләсәктә башҡарылаһы эштәргә йүнәлеш тә билдәләп ҡуйҙы:
— Ҡаланы үҫтереү талап ителә. Яңы сәнәғәт объекттары, яңы эш урындары кәрәк. Кешеләр эшләй ҙә, ял да итә алһын өсөн уңайлы шарттар булырға тейеш.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ Свято-Троицк ҡорамын төҙөкләндереү эше барышы менән танышты, һуңынан "Бөрө: кисә, бөгөн, иртәгә" тематик майҙансығында оҫталарҙың ҡул эштәрен ҡараны.
Байрам саралары һуңғаса дауам итте. Ә ниңә, эш бөткәс, уйнарға ярай бит

P.S. Снять квартиру в Уфе на длительный срок


Вернуться назад