Баҙҙарҙы тултырыр осор17.09.2013
Баҙҙарҙы тултырыр осорЙәрминкәләрҙе ауыл кешеһе лә, ҡалала ғүмер итеүсе лә көтөп ала. Тәүгеһенә йәй буйы үҫтергән йәшелсәһен, йыйған балын, башҡаһын һатыу форсаты тейһә, икенселәре ҡышлыҡ аҙыҡ туплау йәһәтен ҡарай. Аралашыу, үҙенсә “елләп” ҡайтыу урыны ла бит ул йәрминкә! Тауар һайлау мөмкинлеге киң — күңелең теләгәнде алып була.

Хаҡтарға килгәндә, бар ерҙә лә бер төрлөрәк. Мәҫәлән, картуфты килоһын 12 һум менән дә алырға мөмкин. Кишер, аш сөгөлдөрө, һуған уртаса 15 һумға баһалана. Көндәр һалҡынайта башлау менән кешеләр иткә тартыла. Үткән аҙнала, әйтәйек, һыйыр итенең килограмы 220-250 һум торҙо, сусҡа ите осһоҙораҡ — 180-220 һум. “Ауыл тауығы” тип йөрөтөлгәндәрҙе — 150, ә бына өйрәкте килоһын 200 һумдан алырға мөмкин ине.
Ғөмүмән, баҙарҙа ике “алдаҡсы” була: һатыусы һәм һатып алыусы. Йәрминкә лә шунан ҡалышмай инде: һатыусының теле нисек әйләнһә, тауарының хаҡы ла шулайыраҡ тирбәлә.
Төрлө ҡалала төрлөсә ойошторалар һатыу-һатып алыу урынын. Мәҫәлән, Өфөнөң күпселек райондарында айырым майҙансыҡтар булдырылған. Халыҡ шул тиклем ошо урындарға өйрәнеп китә, хатта йәрминкәләрҙән һуң да улар тартып тора. Ҡыҫҡаһы, алда әйтелгәнсә, ике яҡ өсөн дә файҙалы осор бөгөн башлана ғына.


Вернуться назад