Илде белемлеләр күтәрә17.09.2013
Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары Рәсәй иҡтисадын яңыртыуҙың, технологик яҡтан үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ил Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ тип табылды. Уларҙың күпселеге Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала. Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә әйтеүҙәренсә, ун студент һәм өс аспирант — Президент, 27 студент һәм алты аспирант Хөкүмәт стипендияһын аласаҡ.

Башҡорт дәүләт университетынан ете кеше ошондай уҡ стипендияға лайыҡ булды. Университетта хәбәр итеүҙәренсә, аспирант Андрей Екомасовҡа Рәсәй Президенты стипендияһы түләнәсәк. Ул “Математик моделләү, иҫәп-хисап алымдары һәм программалар комплексы” йүнәлеше буйынса белем ала. БДУ-ның тағы ла бер аспиранты Юрий Замула Рәсәй Хөкүмәте стипендияһы аласаҡ, ул да ошо уҡ өлкәлә уҡый. Стипендиаттар иҫәбендә БДУ-ның Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтынан Сергей Казанцев, Әлфиә Саяпова, Мария Байғолова, Мария Теребеева, Илдар Кәлимуллин; М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Константин Ғәлиәхмәтов, Дәлидә Ғатаулова; шулай уҡ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетынан Искәндәр Жалбәков; Өфө дәүләт нефть техник университетынан Анна Баландина менән Лиана Миңлебаева кеүек аспиранттар бар.

P.S. Аренда квартир в Уфе на длительный срок


Вернуться назад