Хужа булырға өйрәнәйек17.09.2013
Гәрәй-Ҡыпсаҡ ырыуы йыйынынан һуң уйланыуҙар
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мөһим ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең арымай-талмай эш алып барыуы һәр кемгә мәғлүмдер. Ойошма ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында, ете ырыуҙың йыйынын үткәреп, ырыу ҡорбаштарын һайлаттырып, уларҙың үҙ-ара аралашып йәшәүенә юл асып ебәрҙе. Ырыу ҡорбаштары, бөтөп барған ауылдағыларҙы, рухын һүндермәҫкә, күңелдәрендә киләсәккә ышаныс-өмөт йәшәтеүгә әйҙәп, әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Беҙҙең башҡорт зыялыларының һәр мөһим башланғысты хуплап ҡаршы алып, ихлас эшкә егелеүе — ғәҙәти хәл.
Мәҫәлән, Гәрәй-Ҡыпсаҡ ырыуы ҡорбашы Сабир Шәрипов ырыу башлығы итеп һайланыуына ике йыл тулыр-тулмаҫтан Белорет районының юлһыҙ, төпкөл Өмөтбай ауылында ырыуҙың өсөнсө йыйынын үткәреүгә өлгәште. Ул, йыйынды ойоштороусылар менән кәңәшләшеп, планлы эшмәкәрлек алып бара, шуның өсөн дә фекерҙәштәре менән берлектәге йыйындарҙың алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшәсәктәренә ышанырға ғына ҡала.
Йыйынға Мәләүез — Мораҡ — Иҫке Собханғол — Аҫҡар — Әүжән — Туҡан маршрутынан барҙым. Бына юлда киләбеҙ, ә башта төрлө уйҙар ҡайнай. Ғәмһеҙлегебеҙ, битарафлығыбыҙ арҡаһында ер аҫты һәм өҫтө байлыҡтарының ҡалын кеҫәлеләр тарафынан тәләфләнелеүенә юл ҡуябыҙ шул. Һөҙөмтәлә күпселек ауылдарҙа йәштәргә өй һалырлыҡ та ҡарағай ағасы ҡалманы. Был турала Өмөтбайҙағы Гәрәй-Ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында ла күптәр әсенеп телгә алды.
Хәйер, үҙгәртеп ҡороу солғанышында күпселек ауылдарҙың эшһеҙлек сәбәпле бөтөүгә табан барыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Шуларҙың береһе булған Өмөтбайҙың бөгөнгөһө айырыуса аяныслы. 16 өйҙә 36 кеше йәшәй. Бындай мәғлүмәт яңғыҙаҡтарҙың күп булыуын күрһәтә. Ауылда ғүмер баҡый йәшәп килгәндәрҙең заманса ҙурлыҡта төҙөлгән йорттары күренһә лә, йәш ғаиләләр тарафынан һалына башлағандар тойолмай. Тимәк, берәй хәл иткес сара күрмәһәң, ауыл уттары әкренләп һүнәсәк...
Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Юрматы, Түңгәүер ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашлығындағы йыйында көнүҙәк мәсьәләләр ентекле тикшерелде. Яҡын арала хәл итерҙәйҙәренә тиҙ арала тотонасаҡтарын вәғәҙә итә Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев. Мәҫәлән, ауыл урамындағы йырында төҙөлә башлаған күперҙе тамамламаҡсылар. Юлһыҙлыҡ төпкөл ауылдарҙың ҡороуға табан барыуына сәбәп икәнлеге билдәле. Шуның өсөн дә ауылға килгән юлды машиналар үтеп инерлек хәлгә килтереүҙе маҡсат итте йыйылыш. Сығыш яһаусылар ауыл халҡына ҡарата тәнҡит һүҙен дә әйтте, фәһемле кәңәш тә бирҙе.
Халыҡ яҙыусыһы, аҡһаҡалдар советы рәйесе Ноғман Мусин уйлай белгәндәргә фәһемле кәңәш бирҙе. "Беҙҙең ата-баба бер ваҡытта ла ҙур ауылдар барлыҡҡа килтереп йәшәмәгән. Ауыл ҙурая башлау менән яңыһын тергеҙгәндәр, ер-һыуыбыҙҙы теләһә ниндәй әтрәгәләмдәргә бирмәҫ өсөн. Хатта күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, тыуымды сикләмәй, бер йортло булып та йәшәгәндәр", — тине башҡорт халҡының боронғо йәшәйеш рәүешен яҡшы белгән аҡһаҡал. Артабан Гәрәй-Ҡыпсаҡ ырыуы ҡорбашы Сабир Шәрипов һәм ошо мәртәбәле йыйынды ойошторған Булат Янбаев байрамды дауам итеү өсөн халыҡты Мөхәббәт тауына саҡырҙы. Бындағы әҙерлектең юғары кимәлдә булыуын яҙып тороу артыҡтыр.
Әйткәндәй, өмөтбайҙарҙың киләсәктә бынамын иттереп йәшәп алып китерлек сеймал байлығы бар. Вәхшиҙәрсә ҡырҡыу арҡаһында ҡарағай урмандары ҡырылған икән, өй һалырға ла ылыҫлы ағас юҡ бит тип уфтанып ултырырға ярамай. Цивилизация заманы: уҫаҡтан төҙө лә сайдинг менән көплә лә ҡуй. Өҫтәүенә, тирә-яғыңды профилле тимер менән кәртәләп алһаң, бынамын тигән донъя инде! Егерме проценты йүкәлектән торған аралаш, хуш еҫ бөркөп торған сәскәле болондар малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә мөмкинлек тыуҙыра. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, йүнсел, үҙенең шәхси хужалығында тәбиғи ризыҡ етештереп, артығын һатырға өйрәнһә генә, мандып йәшәп алып китәсәк! Малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы юҡ тип һөйләнеү – мәғәнәһеҙлек. Йәғни ҡала халҡының техник ризыҡ ашап ағыуланабыҙ тип зарланыуын иғтибарлап, мөмкин тиклем тәбиғи аш-һыу етештереп, алыш-биреш итергә өйрәнеү — ауылдарҙың киләсәге. Аралаш урманлы ауылдарҙа кәсепселек төрҙәре бигерәк тә күп. Мәҫәлән, йүкә ағасының төрлөһөн — эсе ҡыуышын да, таҙаһын да — файҙаланып була. Көбө, батман, күнәсектәр, өй кәрнизен семәрләгестәр ошо ағастан эшләнә. Ҡабығын һыуға батырып, һалабаш әҙерләп, бумала бәйләп, йыуынғыс етештереп тә кәсеп итергә мөмкин. Әле селектән бәйләнгән һеперткене, һалабаштан эшләнгән бумаланы башҡа материалдан эшләнгәндәр алмаштыра алмай. Ошо ике әйберҙе етештереү менән генә шөғөлләнеп заманса өй һалып ингәндәрҙе осратҡаным бар.
Ҡыҫҡаһы, урманды дөрөҫ файҙаланһаң, шунда йәшәгәндәргә бар яҡлап та мөмкинлек тыуҙыра ул. Тик уны ҡуллана белергә, күҙ ҡараһылай һаҡларға өйрәнергә кәрәк. Битарафлыҡ арҡаһында ҡарағайлыҡтарҙы бөтөртә яҙғандан һуң, бигерәк тә аңлы, маҡсатлы эш итеү — хәҙерге көн талабы. Белеүебеҙсә, республиканың барлыҡ урманы дәүләт ҡарамағында. Район хакимиәттәре өҫтәгеләрҙең эшмәкәрлегенә ҡыҫыла алмай. Тимәк, урындағы аҫаба халыҡтың ата-бабанан мираҫҡа ҡалған байлыҡҡа хужа булыу хоҡуғы юҡ. Шул сәбәпле ҡомһоҙ түрәләр тарафынан ер һатыла, 49 йылға ҡуртымға бирелә. Шулай булғас, урындағы йүнсел зыялыларға эшҡыуарлыҡты башлап ебәрер алдынан үҙ ауылы тирәһендәге байлыҡҡа рәсми нигеҙҙә хужа булыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Йәғни, территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарын (ТОС-тар) ойошторғанда ғына, төрлө ҡыҫымдарҙан ҡурҡмай, эшҡыуарлыҡта һөҙөмтәле эшләп була.
Тирә-йүнеңдәге тәбиғи байлыҡҡа хужа булырға ынтылыш — йәш быуындың киләсәген ҡайғыртыу ул. Балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең яҙмышы — беҙҙең ҡулда! Мәҫәлән, бөгөн Өмөтбай ауылының нигеҙен һаҡлайҙар, булған байлыҡты дөрөҫ файҙаланып, етеш тормошта йәшәүгә өлгәшәләр икән, был әүмәкәйләнеп күсенеп киткәндәрҙе уйланырға мәжбүр итәсәк. Йәшәйеш күрһәтеүенсә, еңел тормош эҙләп күсенеүселәр, ғәмәлдә, ауылда ҡалған егәрлеләргә етеш тормошта йәшәп алып китеүгә мөмкинлек тыуҙыра. Киткән елбәҙәктәр, халыҡ мәҡәлендәгесә, шымарһын әйҙә, ә ҡалғандар уларҙың ҡалдырып киткән сабынлыҡтарын, бәрәңге баҡсаларын файҙаланып, мал, ҡош-ҡорт үрсетһен. Шәхси хужалыҡтар үҫешкән хәлдә генә ауылдарҙың киләсәге өмөтлө. Отчет, йәғни ҡағыҙ мәшәҡәттәре менән сыуалырға теләмәгәндәр фәҡәт олатай-бабаларыбыҙҙың йәшәйеш ысулын ҡабатлай ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 23 йыл дауамында уларса йәшәп алып китергә мөмкинлек тыуҙырылһа ла, олатайҙарса хужалыҡ ҡора алмайбыҙ. Файҙаланылмай ятҡан ерҙәр муйындан булһа ла, ХIХ быуатта йәшәгән Мөлөк, Мәхәмәтҡужа, Мөхәмәҙулла байҙар кеүек йылҡы малын өс йөҙ башҡа берәү ҙә еткерә алмай. Ә умартасылыҡта ундайҙар бар. Трактор һатып алып, пилорама ултыртып, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуар Радик Яныбаевтың, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнһә лә, ике эште лә йәнәш башҡара алмауы мөмкин. Уның уйлағандарының тормошҡа ашмауына һалым ҡыҫымының тотҡарлыҡ яһауы бар... Бындай йәшәйеш бер Өмөтбай ауылының ғына бәләһе түгел.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, республикала йөҙәрләгән ауыл ҡороуға табан бара. Ә ил етәкселәре, батып барғанды ярҙам ҡулы һоноп ҡотҡараһы урынға, киреһенсә, төпкәрәк этеп ебәреүҙе хәстәрләп, ҡулайлаштырыу маҡсатында мәктәптәрҙе, фельдшер пункттарын яба. Тимәк, ауылдарҙың юҡҡа сығыуы йәшерен эш итеүселәр өсөн файҙалы. Ошондай шарттарҙа йәшәгәндә, беҙ фәҡәт берҙәмлек күрһәтеп, ауыл тирәһендәге байлыҡҡа хужа булыуҙы хәстәрләргә бурыслыбыҙ. Ауыл зыялылары, Асҡын, Нуриман, Ҡариҙел райондарындағы ағас эшкәртеү тәжрибәһенә таянып, үҙ урманын ҡуртымға алып документлаштырырға тейеш. Артабан ер-һыуыңа, ағастарыңа хужа булыуҙың төрҙәре күп. Мәҫәлән, элекке бүлемдәрҙәге орлоҡҡа ҡалдырылған йыуан ҡарағайҙарҙа солоҡ өңөп, ҡорт үрсетәһең икән — ул һинең мөлкәт. Йылға башын быуып, балыҡ үрсетәһең икән, ул — һинең табыш. Йылғаның башынан алып тамағына тиклем туристик маршрут барлыҡҡа килтерә икәнһең, килем — һинеке, йылғаға ла өлөшләтә һин хужа тигән һүҙ. Әгәр ҙә ауыл йүнселдәре мәҡәләлә күрһәтелгән кәңәштәрҙе иғтибарға алып, эшмәкәрлек алып барһа, үҙҙәре кеүек яҙмышлы ауылдарҙың йәшәйеш рәүешенә тәьҫир итерҙәр тигән өмөттәмен.