Бәләкәстәр өй туйлай17.09.2013
Бәләкәстәр өй туйлайҠала етәкселеге халыҡҡа биргән вәғәҙәһен тормошҡа ашырыу буйынса ныҡлы эш алып бара: мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират кәмей. Урындағы хакимиәттең көндәлек хәстәрлеге, республика Хөкүмәтенең маҡсатлы ярҙамы менән бер йылға яҡын арауыҡта бында дүрт балалар баҡсаһы асылды.

Уларҙың икәүһе февралдә, берәүһе августа файҙаланыуға тапшырылғайны. Сентябрь башында тағы ла бер тантанаға йыйылдыҡ: Карл Маркс урамында 43-сө балалар баҡсаһы эш башланы.
Ике тиҫтә йыл самаһы элек был урында иген баҫыуы ине, арыраҡ мотоциклда уҙышыу уҙғарыла торғайны. Бөгөн иһә ошо ерҙә шәхси йорттарҙан, шулай уҡ күп ҡатлы өйҙәрҙән торған "Авалон" исемле яңы биҫтә ҡалҡып сыҡты. Эштең күп өлөшөн республикала торлаҡ төҙөлөшөндәге уңыштары менән киң билдәле "Интеграл" фирмаһы атҡарҙы. Биҫтәлә балалар баҡсаһының асылыуы иһә йәш ғаиләләр өсөн ҙур байрамға әйләнде.Бәләкәстәр өй туйлай
Яңы баҡсаға һоҡланмау мөмкин түгел. Уны асыу тантанаһында иҫке типтағы учреждениелар етәкселәре, дөрөҫөн әйткәндә, хатта көнләшеүен йәшерә алманы. Бында бит бөтөн нәмә сабыйҙарҙың мәнфәғәтендә эшләнгән: яҡты, матур бүлмәләр, төрлө йәштәге тәрбиәләнеүселәрҙең ихтыяждарына тап килгән йыһаз һәм башҡа ҡорамалдар, төрлө ҡыҙыҡлы уйынсыҡтар, ихаталағы спорт ҡаласыҡтары, уйын комплекстары... Тоҙ шахталары, массаж кабинеттары, кислородлы коктейль өсөн ингаляторҙар ҙа балаларҙың һаулығын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Аш-һыу әҙерләүҙә күп йыллыҡ тәжрибәһе булған ашнаҡсылар ҙа әлеге эш мөмкинлектәре менән ҡәнәғәт: ашхананың биҙәлешенә, йыһазландырыу кимәленә һоҡланыуын, ғәжәпләнеүен асыҡтан-асыҡ белдерә улар. Һис шикһеҙ, бындай шарттарҙа эшләүе күңелле, бешерелгән аш-һыу ҙа телде йоторлоҡ буласаҡ.
Ғөмүмән, яңы белем усағының алты тиҫтәгә яҡын кешенән торған коллективы тәрбиәләнеүселәрен бәләкәстән һәр яҡлап һәләтле, рухи һәм физик йәһәттән сәләмәт итеп үҫтерергә бөгөндән әҙер.
Ә ноябрҙә биҫтәлә йәнә ҙур байрам көтөлә: тағы бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.


Вернуться назад