Хөрмәтле Мәхмүт Хәйрүш улы!17.09.2013
Хөрмәтле Мәхмүт Хәйрүш улы!Һеҙҙе — публицистика өлкәһендә күптән танылыу алған журналисты, ҡәләмдәштәре араһында ҙур ихтирам яулаған шәхесте – 60 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ваҡиғаларға бай тормошоғоҙҙоң барлыҡ дәүерҙәрендә лә Һеҙ юғары профессионализм, маҡсатҡа өлгәшеүсәнлек оҫталығы күрһәттегеҙ. Стәрлебаш район, республикабыҙҙың “Башҡортостан” һәм “Известия Башкортостана” гәзиттәрендә, “Ағиҙел” журналында, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында һәм башҡа урындарҙа эшләгәндә лә Һеҙ ижади ҡарашлы белгес, ышаныслы коллега, юғары кимәлдә аналитик фекерләй алыусы замандаш булдығыҙ.
Ҙур юбилей менән ҡотлап, Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бөтөн башланғыстарығыҙҙа ла ижади уңыштар һәм уй-хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.

Ихтирам менән – “Башҡортостан”дар.


Вернуться назад