Килем мөһим17.09.2013
Илдар Байғужин медицина университетының өсөнсө курсынан уҡ студенттарҙың дөйөм хирургия буйынса ғилми-ғәмәли түңәрәгенә йөрөнө, әүҙем ағзаларҙың береһе булараҡ, конференцияларҙа доклад менән сығыш яһаны. Иң мөһиме — төрлө операцияларҙа ҡатнашып, уларҙың байтағын яҡшы үҙләштерҙе. Ҡайһы берҙәрен үҙаллы ла эшләй алыр ине, тик хирургия буйынса интернатура үтеп, сертификат алмай тороп, уның быға хоҡуғы юҡ шул әле.

Егетте кафедрала ла, дауахананың хирургия бүлегендә лә хеҙмәткәрҙәр танып белә ине. Хатта интернатураға тәҡдимгә профессор Вәзир Ғөзәйер улы Сәләхетдинов үҙе ҡул ҡуйғайны. Шуға күрә ул һис борсолмай, ҡәнәғәтләнеп йөрөй бирҙе.
Интернатураға тәғәйенләнеү башланғас ҡына, уның барлыҡ пландары селпәрәмә килде, сөнки һуңғы көндәрҙә генә хирург булырға теләүселәр күбәйҙе лә китте. Шуныһы ҡыҙыҡ: түңәрәктәргә йөрөмәгән ялҡауҙар ҙа хирургияның төрлө тармағына йүнәлтмә алып бөттө. Кәрәк кенә саҡта профессор ҙа өйҙә булманы.
Шулай итеп, Илдарға хирургиянан интернатураға урын тәтемәне. Уға "Ашығыс медицина ярҙамы" станцияһында анестезиология-реанимация һәм ауыл дауаханаһы өсөн дөйөм практика табибы һөнәре буйынса интернатура үтеү мөмкинлеге хаҡында әйттеләр. Егет "архимөһим" ағзаларҙы ҡалдырмағандарын шунда уҡ аңланы.
"Архимөһим" тигәнебеҙ нимәлер бүлеп сығарыусы ағзалар була. Мәҫәлән, күҙҙәрҙән йәш тама. Ҡолаҡ, тамаҡ, танау ҙа — "архимөһим" ағзалар. Тағы ла түбәнерәк төшһәк, урология, гинекология...
Был өлкәләрҙә эшләйәсәк белгестәрҙе мотлаҡ "архишәхестәргә" бәйле йәштәрҙән тәғәйенләү мөһим. Медицинала "династия" тигән төшөнсә лә ныҡ таралған. Мәҫәлән, профессор балаһы тиҙ арала профессор булырға тейеш. "Яңылар" яңы "ҡағиҙәләр" уйлап тапҡан. Уларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе былай: "Белем мөһим түгел, килем мөһим"...


Вернуться назад