Урмансыларҙы ил һаҡсылары, һәр ваҡыт уяу торған һалдаттар менән сағыштырырға мөмкин. Тынғыһыҙ, йыл әйләнәһенә уяулыҡ талап ителгән был һөнәрҙе тыуған ерен яратҡан, уның йәшел байлығы өсөн оло яуаплылыҡ ала белгәндәр генә һайлай. Республикабыҙ урмандарын янғындан һаҡлау өсөн урмансылар көн-төн һаҡта, ваҡыт менән иҫәпләшмәй хеҙмәт итә.
“Салауат урмансылығы” дәүләт бюджет предприятиеһы эше менән танышҡас, был һөнәр эйәләренә ҡарата ихтирам тағы ла артты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы Салауат Фәтих улы Миһранов етәкселек иткән был ойошма — республиканың урман хужалығы тармағында алдынғыларҙың береһе. 35 кешенән торған коллектив үҙҙәре ҡарамағындағы Салауат һәм Ҡыйғы райондары биләмәһендәге 170 мең гектарҙан ашыу майҙанды күҙ ҡараһылай һаҡлай. Бынан тыш, яңы үҫентеләр ултыртып, тәрбиәләп үҫтерә, таҙарта. Быйыл 150 кешене йорт һалыу өсөн ағас менән дә тәьмин иткәндәр.
Һүрәттәге урмансы — Руслан Сабирйәнов. Руслан Рәис улы 2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын тыуған төйәгендә башлаған. Коллективы юғары белемле белгестән уңған, үҙе лә тәжрибәле урмансыларҙан күп нәмәгә өйрәнгән. Урманды файҙаланыу буйынса инженерҙың хеҙмәтенән барыһы ла ҡәнәғәт.
— Һуңғы ике йылда үҙебеҙгә беркетелгән майҙанда янғын хәүефе тыумаһын өсөн күп саралар күрҙек, шуға ла һөҙөмтәләребеҙ яҡшы, — ти үҙ һөнәренең оҫтаһы.