Йәнә өсәү өҫтәлде14.09.2013
Быйыл Башҡортостанда “500 ферма” комплекслы республика программаһына ярашлы яңыртылған өс һөтсөлөк фермаһы сафҡа индерелде.

Уларҙың береһе Дүртөйлө районының Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводына ҡарай. Куйбышев исемендәге колхоздың реконструкцияланған фермаһы Илеш районындағы Түбәнге Сереккүл ауылы эргәһендә урынлашҡан.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары, объекттарҙы ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Фларис Шәйхетдинов әйтеүенсә, “500 ферма” программаһы тормошҡа ашырылған мәлдә республикала 53 һөтсөлөк фермаһы яңыртылған, тулы булмаған ике йыл эсендә 3 меңдән ашыу мал, 570 техника берәмеге һатып алынған.
Әле төбәктәге 125 ферма һәм тоҡомсолоҡ эше буйынса сервис хеҙмәте күрһәткән бер предприятие айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнаша.


Вернуться назад