Егерме каналды бушлай ҡарағыҙ!16.09.2013
2015 йылға саҡлы Рәсәй халҡы 20 телевизион каналды заманса СИФАТ менән һәм БУШЛАЙ ҡарай алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бының өсөн һанлы тапшырыуҙы ҡабул итә алыусы селтәргә күсеү талап ителә. Яңы селтәрҙе “Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәре” предприятиеһының филиалы булған “Башҡортостан Республикаһының радио һәм телевизион тапшырыуҙар үҙәге” төҙөй.
Һанлы селтәр әле булған аналог тапшырыуынан ҡырҡа айырыла, технологик яҡтан улар бер-береһенә бәйле түгел. Аналог тапшырыуы менән яңы һанлы тапшырыу бер ни ҡәҙәр ваҡыт бергә, йәғни параллель рәүештә, барасаҡ. Республикабыҙ халҡының 95 проценты һанлы селтәргә күсеп бөткәс, аналог селтәре ябыласаҡ.
Һанлы эфир телевидениеһы – телевизион һүрәтте һәм тауышты видеосигналдың һанлы кодтары ярҙамында тапшырыу технологияһы. Уға тышҡы факторҙар бер нисек тә ҡамасаулай алмай, шуға сифаты ла аналог тапшырыуынан күпкә яҡшыраҡ. Был технологияның тағы бер өҫтөнлөгө – тапшырыу ҡабул итеүсе каналдың үткәреү һәләтен киңәйтеүе. Һанлы мәғлүмәттәрҙе ҡыҫыу һөҙөмтәһендә күберәк каналдарҙы ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килә лә инде. Һанлы телевидение тамашасы менән кире бәйләнеш форсаты ла бирә: төрлө конкурстарҙа, мәҫәлән, оҡшаған артист өсөн тауыш биреү күпкә еңелләшәсәк.