Енәйәт һәм яза14.09.2013
Сүп-сарҙы ергә күмгән өсөн...

Июлдә шәхси коммуналь предприятие Өфөнөң Инициатива урамында “Төньяҡ” сауҙа комплексындағы 30 киоскты һүткәндән һуң ҡалған 10 кубометр төҙөлөш һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын ергә күмгән. Әле ошо урамдағылар, прокуратураға мөрәжәғәт итеп, үҙҙәре йәшәгән биләмәне таҙартыуға өлгәшкән.
Ғәйеплеләр видеояҙма ярҙамында асыҡланған: урындағылар эшләгән техниканы төшөрөп алған. Предприятиеға ҡарата экологик һәм санитария нормаларын боҙған өсөн административ эш ҡуҙғатылған. Ойошма хеҙмәткәрҙәренә 100 мең һум штраф һалынған, шулай уҡ сүп-сарҙы йыйып алыу, ерҙе тигеҙләү бурысы ҡуйылған.

Үҙенең заводын талаған

Октябрьский ҡалаһындағы предприятиеларҙың береһендә полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтте фашлаған.
Тәфтишселәрҙең фекеренсә, 26 йәшлек тәьминәт бүлеге етәксеһе, ялған документтар менән заводтан 600 мең һумлыҡ деталь сығарып, Интернет аша һатҡан. Енәйәтсе эҙен нисек кенә юйырға тырышмаһын, сираттағы ревизия барышында “ҡырын эше” асыҡланған. Завод етәкселеге полицияға мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә ул, ғәйебен танып, 100 мең һум аҡсаны ҡайтарып биргән (ҡалғанын тотоноп өлгөргән). Завод мөлкәтен һатып алыусы ла билдәләнгән. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның алты йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Табиптар ғына ғәйепле

Башҡортостан Юғары судының граждан эштәре буйынса апелляция коллегияһы ҡарары менән, Өфөләге 3-сө бала табыу йорто пациент ҡатынға әхлаҡи зыянды ҡаплау сифатында 1 миллион һум аҡса түләйәсәк.
“Суд билдәләүенсә, 2011 йылдың авгусында дауахана табиптары ауыртыу-һыҙланыуға зарланған йөклө ҡатынға операцияны ваҡытында яһамаған. Һөҙөмтәлә ҡатын сабыйын юғалтҡан, киләсәктә бала таба алмаясаҡ. Был хәлдә тулыһынса табиптар ғәйепле”, – тип хәбәр иттеләр Республика Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ярты миллионды сәлдергәндәр

Өфөләге страховка компанияһының элекке етәксеһе аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә.
Тәфтиш һөҙөмтәләренә ҡарағанда, быйыл майҙан алып июлгәсә 39 йәшлек директор, шәхси эшҡыуарҙан һәм коммерция ойошмаһынан, страховкалау килешеүенә ярашлы, 1 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Страховка компанияһы кассаһына ул аҡсаның яртыһын – 560 мең һумын – индергән. Енәйәт эшен тикшереү барышын прокуратура контролгә алған.

Көнләшеү фажиғәгә килтерә

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылында йәшәгән 77 йәшлек ҡатынға ҡарата суд хөкөмө сығарылды.
78 йәшлек өйҙәш ире күрше ҡатынға күсеп киткәс, “көнсөлбикә” уның өйөнә ут төртә. Һөҙөмтәлә, йортҡа ғына түгел, ихаталағы һарайға ла ут ҡаба. Ҡатын ғәйебен тулыһынса таный, оло йәштә булыуын иҫәпкә алып, суд уны шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм итә.


Вернуться назад