Дәүләт Думаһы депутаттарының эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәрҙең береһе — үҙ төбәгеңдә осрашыуҙар, райондарға барып, граждандарҙы ҡабул итеү саралары ойоштороу. 26 августан 2 сентябргә тиклем республикала көҙгө сессияның тәүге төбәк аҙналығы үтте. Депутат Сәлиә МЫРҘАБАЕВА ошо осорҙағы эше тураһында һөйләне.
— Төбәк аҙналығы яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле сараларға ярашлы үтте. Быйылғы 1 сентябрь байрам ғына түгел, "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы 273-сө Федераль закондың көсөнә инеүе менән билдәләнгән мөһим мәл булды. Яңы уҡыу йылы алдынан башҡарылған эшкә йомғаҡ яһала, артабанғы үҫеш юлдары, киләсәккә пландар билдәләнә. Республикала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең йыл һайын үткәрелгән август кәңәшмәһен иң ҡулай алым тип иҫәпләйем. Республика кәңәшмәһендәге сығышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов мәғариф өлкәһендәге яңы ҡануниәт һәм дәүләт сәйәсәтенең заманса өҫтөнлөктәре юҫығында хәл ителергә тейешле мәсьәләләр даирәһен билдәләне. Территориаль кәңәшмәләрҙә ҡатнашыусылар, һәр район, ҡала, белем биреү ойошмаһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, муниципаль мәғариф тармағын үҫтереү йәһәтенән аныҡ саралар буйынса фекер алышты, – тине ул.
Сәлиә Мырҙабаева Ейәнсура районында, Сибай, Салауат, Октябрьский ҡалаларында уҡытыусылар кәңәшмәһендә ҡатнашты. Мәғариф тураһындағы яңы Законға аңлатма биреп, депутат уның мөһим үҙенсәлеген билдәләне. Был Закон Рәсәйҙәге барлыҡ граждандар өсөн, йәшәгән урыны, социаль хәле, сәләмәтлеге һәм башҡа шарттар ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, түләүһеҙ сифатлы белем биреүҙең дәүләт гарантияһын тәьмин итеү алымдарын булдырыуҙы күҙаллай. Ул белем алыу ысулдарын, уларҙы берләштереүҙе билдәләй. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән, шулай уҡ талантлы балаларҙы уҡытыуға айырым иғтибар бирелә. Тәүге тапҡыр ҡануниәт кимәлендә уҡытыусының махсус хоҡуҡи статусы нығытыла, уның хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары, социаль ярҙам саралары билдәләнә, хеҙмәткә түләү гарантиялана. Уҡытыусының уртаса эш хаҡы төбәктәге уртаса хеҙмәт хаҡынан түбән булырға тейеш түгел.
Яңы Закон кеше ғүмере һәм һаулығының өҫтөнлөгөн дәүләт сәйәсәте принциптары иҫәбенә индерҙе. Шуға күрә депутат белем һәм тәрбиә биреү барышында балаларҙың һаулығын һаҡлау, нығытыу буйынса бурысты айырым билдәләне. Билдәле булыуынса, тәртип һәм ҡылыҡ-ғәҙәттәр бала саҡтан уҡ формалаша. Сәләмәт тормош, һаулыҡ мәҙәниәте кеүек сифаттар тәрбиәләүҙә мәғариф учреждениеларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Белем биреү ойошмалары белем генә түгел, сәләмәтлек сығанағы ла булырға тейеш — Рәсәйҙең мәғариф системаһы алдында бөгөн тап ошондай бурыс ҡуйылған. Республикала был йүнәлештә байтаҡ эш башҡарыла. Һаулыҡ һаҡлау технологияларын һөҙөмтәле ғәмәлгә индергән мәғариф учреждениеларын айырып билдәләп, депутат уңышлы эшләгән ҡайһы бер уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә, учреждение етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Төбәк аҙналығы барышында Сәлиә Мырҙабаева шулай уҡ Салауат ҡалаһында булды. Унда сенатор Рудик Исҡужин ҡатнашлығында медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үтте. Сарала депутат Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мөмкинлектәре, яңырыуға ярашлы тармаҡта яуланған ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне. "Ҡабул ителгән закондарҙың практикала һөҙөмтәле ҡулланылыуына контролде тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй төбәктәрендә ошо эште күҙәтергә кәрәк. Был йәһәттән һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерергә тейеш", — тине ул, Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы, коллегаларын хеҙмәттәшлеккә саҡырып. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин тарафынан медицина ярҙамы күрһәтеү һәм уның сифаты мәсьәләләренең 30 июлдә Дәүләт Советы Президиумына тикшереүгә индерелеүе осраҡлы түгел. Рәсәй башлығы билдәләүенсә, төбәктәр был йәһәттән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Осрашыу барышында байтаҡ мәсьәләләр тикшерелде, медицина хеҙмәткәрҙәрен айырыуса социаль ярҙам, торлаҡ, эш хаҡы, хеҙмәт шарттары ҡыҙыҡһындырҙы. "Кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү — бөтә кимәлдәге власть органдары эшмәкәрлегендәге төп өҫтөнлөктәрҙең береһе ул. Шул уҡ ваҡытта проблемаларҙың күбеһен төбәк закон сығарыу власы депутаттарының туранан-тура ҡатнашлығында урындарҙа хәл итергә мөмкин һәм хәл итергә кәрәк тә", — тине депутат һәм Башҡортостандың яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай парламентарийҙарын ғәмәлдәге ҡануниәт нормаларын аңлатыу, үҙҙәренең һайлау округтарында халыҡҡа ысын ярҙам күрһәтеү буйынса һайлаусылары менән әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.