“Торос”тың тағы бер бүләге14.09.2013
Юғары хоккей лигаһында яңы уйын миҙгелен асыу тантаналары Нефтекамала ысын байрамға әйләнде. Меңәрләгән көйәрмәндең шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. “Торос” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең яңы боҙ һарайын асыуҙа бер нисә тапҡыр олимпия һәм донъя чемпионы, СССР-ҙың йыйылма командаһы капитаны, легендар хоккейсы Борис Михайловтың ҡатнашыуы ғына ла үҙе ни тора!

Юғары лига һәм уның төп бағыусыһы “Урал” хәйриә фондының, ҡала етәкселегенең тантаналар уртаһында булыуы Нефтекамала хоккейға киләсәктә лә ҙур иғтибар бүленәсәге тураһында асыҡ һөйләй. Донъяла билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашевтың, “Ҡурайсы” фольклор төркөмөнөң һәм “Камертон” артистарының, ҡала ижади коллективтарының сағыу сығыштары сараға килгән көйәрмәндәрҙең күңелен күтәреп кенә ҡалманы, “Торос” хоккейсыларына ла дәрт өҫтәне. Шуғалыр ҙа улар, Караганданың “Һары арҡа”һы менән көсөргәнешле алышта еңеүгә өлгәшеп, лиганың дүртенсе миҙгелен асыуҙа төп бүләкте – махсус Кубокты – яуланы. Был ҡаланың 50 йыллыҡ юбилейына уйынсыларҙан тағы ла бер бүләк булды. Әйткәндәй, “Торос”, былтыр Төмәндең “Рубин”ы менән көс һынашып, ошондай уҡ миҙгел асыу Кубогына лайыҡ булғайны. Шулай итеп, Нефтекама хоккейсылары Юғары лига тарихында тәүгеләрҙән төп бүләкте икенсегә эләктерҙе.
Быйылғы миҙгелде “Торос” яңыртылған составта башланы. Башҡа командаларға күскән ун ике уйынсы урынын Нефтекамаға ситтән килгән һигеҙ хоккейсы алды. Улар араһында иң билдәлеләре – элек беҙҙә уйнаған, инде һиҙелерлек тәжрибә туплап өлгөргән һаҡсы Вячеслав Селуянов менән Латвия йыйылма командаһының һөжүм итеүсеһе Каспарс Саулиетис.
“Һары арҡа”ла һиҙелерлек үҙгәрештәр булған: баш тренер һәм күп кенә уйынсылар алышынған. Ҡаҙағстан хоккейсылары үҙҙәренең төп бурысын “Братина” кубогын яулауҙа күрә. Миҙгел асыу кубогы өсөн көрәштә лә улар ныҡышмалы ынтылыш яһаны. Уйындың бик көсөргәнешле барыуы — бының асыҡ миҫалы. Күп көйәрмәндәр үҙ-ара фекер алышҡанда тәүге осрашыуҙың финал уйындарына ла оҡшап китеүен билдәләне. “Һары арҡа” етди уйнаны. Шуға ла миҙгелдең тәүге мәрәйе — ҡунаҡтар иҫәбендә. Уны матчтың ун беренсе минутында күпселектә уйнағанда һөжүм итеүсе Кирилл Лебедев индерҙе. Был уңышты һаҡсылар Сабахутдин Ковачевич менән Ян Гомер уртаҡлашты. Алты минут үтеүгә, “Торос” ҡапҡаһы артында “ҡыҙыл ут” тоҡандырып, ҡунаҡтар тағы ла шатланышты. Бынан һуң нефтекамаларға, ауырлыҡ менән булһа ла, кемдең ике тапҡыр лига чемпионы икәнлеген күрһәтергә генә ҡалды. Икенсе осор башында һөжүм итеүсе Никита Ситдиҡов биргән шайбаны Каспарс Саулиетис бик оҫта ҡунаҡтар ҡапҡаһына ташланы. Өсөнсө осорҙа Вячеслав Селуянов иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште – 2:2. Әммә аҙсылыҡта ҡалған “Торос” командаһы уйындың 52-се минутында тағы ла “яза”ға дусар ителде: ҡунаҡтарҙың Канаданан килгән һаҡсыһы Ален Гуле “Һары арҡа”ны алға сығарҙы. Бынан һуң Нефтекама боҙ һарайында көсөргәнешлек, әлбиттә, ныҡ артты: еңеләбеҙ бит... Көйәрмәндәрҙең кәйефен аңланы уйынсылар. 57-се минутта һөжүм итеүсе Антон Зимин, тағы бер шайба индереп, иҫәпте 3:3 яһаны. Ике команданың да еңеүгә булған ынтылышы овертаймда ла сағылыш тапты, әммә уңыш бер кемгә лә йылмайманы. Буллиттар серияһында “Торос” ҡапҡасыһы Владимир Сохатский үҙ оҫталығын күрһәтте: өс һөжүмде лә ышаныслы кире ҡаҡты һәм командаһына еңеү килтерҙе.
Миҙгелдең тәүге уңышы беҙҙең уйынсыларҙы яңы үрҙәргә рухландырыр, тип ышанғы килә. “Братина” кубогы өсөн алыш быйыл бигерәк тә киҫкен булмаҡсы. Алға, “Торос”, алға!
Ошо көндәрҙә команда Орскиҙың “Көньяҡ Урал”ын ҡабул итте.


Вернуться назад