Кемгәлер һикереү-йүгереү – ваҡытлыса күренеш, мауығыу булһа, икенселәргә — йәшәү мәғәнәһе. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡасан да булһа үҙен спортта һынап ҡарағандар тормоштағы ауырлыҡтарға бирешеп бармай. Был — күптән дәлилләнгән факт.
Өфө егете Дамир Йыһангиров та бөгөн спорттан йыраҡлашҡан, башҡа өлкәлә уңышлы эшләй, ғаилә мәшәҡәте баҫҡан үҙен. Әммә ул ҡасандыр пауэрлифтинг (атлетик гимнастика тип тә йөрөтәләр ине уны совет заманында) клубына тәү тапҡыр аяҡ баҫыуына үкенмәй. "Үҙе өсөн" генә шөғөлләнә башлаған егет ауыр штанга күтәреү буйынса ҡала, республика, ил кимәлендәге ярыштар еңеүсеһе булараҡ таныла, Рәсәйҙең спорт мастеры исемен ала.
— 300-шәр килограмм штанганы күтәреү еңелдән түгел, әлбиттә. Әммә еңеү сәме, һөҙөмтә күрһәтеү теләге теште ҡыҫып түҙергә саҡыра. “Бөгөн пауэрлифтинг менән шөғөлләнмәһәм дә, һаман да секцияларҙа алған тәжрибә емешен тоям — йәшәйештә килеп тыуған ауырлыҡтарҙы спорт майҙанында нығынған сәм, ныҡышмалылыҡ йырып сығырға ярҙам итә”, — ти Дамир. Әйткәндәй, ул төҙөлөш эшҡыуарлығында уңышлы эшләп килә.
Спорт ярҙамы тигәндән, танышыма физик культура "әрме һурпаһы"н эскәндә лә ныҡлы таяныс була. "Штангалар" уға Эске көстәрҙең 29-сы махсус отрядында хәрби бурысын үтәгән саҡта 20-30 килограмлыҡ экипировкала унар саҡрым араны йүгергәндә ярҙамға килә.
Сер түгел, спорт кешенең сәләмәтлеген генә түгел, рухиәтен дә нығыта. Дамир Йыһангировты яҡындары эсмәгән-тартмаған, тыныс холоҡло, ярҙамсыл тип белә. Тимәк, спорт менән шөғөлләнеү отошло.