Ипотека өркөтмәй13.09.2013
Һәләттәрен аса, үҫтерә алһын, йәмғиәткә һәм дәүләткә күберәк файҙа килтерһен, ғөмүмән, тулы мәғәнәле тормошта йәшәһен өсөн һәр кешегә рухи һәм матди таяныс кәрәк. Әгәр торор ерең, йәғни баш өҫтөндә ҡыйығың юҡ икән, был йәһәттән бер нисек тә үҙеңде ҡәнәғәт тоймаясаҡһың, әлбиттә.

Ипотека өркөтмәйҠыҙғанысҡа ҡаршы, йортло булыу еңел түгел хәҙерге заманда. Совет осорондағы һымаҡ сират буйынса ғына фатир алыуҙар бөттө, торлаҡтың хаҡы ҡотороноп арта, шуға ла күптәргә, айырыуса ҡалалағыларға, банктан ипотека кредиты юллауҙан башҡа сара юҡ. Ә был — бер нисә тиҫтә йыллыҡ ауыр, хатта ғазаплаусы йөк. Юҡҡа ғына ипотеканы, мәрәкәләп, үлем язаһы менән сағыштырмайҙар.
Яңыраҡ Өфөлә “DeltaCredit” ипотека банкы вәкилдәре киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осрашып, ошо мәсьәлә буйынса әңгәмә ҡорҙо. Уларҙың төп маҡсаты үҙ ойошмаһының Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы ипотека баҙары үҫешенә ҡарашын белдереү һәм “ДельтаКредит” коммерция банкы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе Сергей Озеровтың “Ипотека манифесы” тигән хеҙмәте менән таныштырыу ине. Журналистарҙың төрлө һорау яуҙырыуы арҡаһында һөйләшеү йәнле генә килеп сыҡты.
Банктың бизнесты үҫтереү буйынса вице-президенты Ирина Асланова илдең һәм республиканың ипотека баҙарына байҡау яһаны, “DeltaCredit”тың быйылғы алты айҙа үҙ йүнәлеше буйынса, дәүләт капиталын файҙаланған банктарҙан ғына ҡалышып, Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләүен билдәләне (таблицаға күҙ һалығыҙ). Банкирҙарҙың Башҡортостанға ҙур өмөт бағлауы осраҡлы түгел — ни тиһәң дә, беҙҙә торлаҡ төҙөлөшө күләме, эш хаҡы арта, инвестициялар ағымы көсәйә. “DeltaCredit” киләсәктә республикала тағы бер нисә офис асырға, башҡа финанс ойошмалары менән бәйләнеште нығытырға теләй.
Банктың Башҡортостандағы директоры Ольга Садиҡова халыҡ өсөн булдырылған уңайлыҡтар хаҡында бәйән итте. Мәҫәлән, сентябрь башынан алып “Һум менән бирелгән кредиттар буйынса 9,99 процентлыҡ ставка”, “1 документ + 1 көн — 1 процент”, ҡайһы бер банктарҙың клиенттары өсөн 0,25 процентлыҡ ташлама тәҡдим иткән “Бәхетле карта” акциялары тормошҡа ашырыла. 2012 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, “DeltaCredit” республикала ипотека кредиттары һаны буйынса — 6-сы, уларҙың күләме йәһәтенән 10-сы урынды биләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был банктың клиенттары бурыс түләүҙе оҙаҡҡа һуҙмай — быйылғы II кварталға ҡарата күрһәткес 500 миллион һум ғына тәшкил итә, йәғни хәл дөйөм илдәгенән күпкә яҡшыраҡ. Ольга Садиҡованың аңлатыуынса, төп сәбәп — кредит бирер алдынан кешене тикшереүҙең сифатлы башҡарылыуы. Шуныһын да билдәләү мөһим: банк алданған өлөшсөләргә ҡыҫылышы булған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итмәй.
Сергей Озеровтың “Ипотека манифесы” иһә Рәсәйҙә был баҙарҙы артабан үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ булырлыҡ. Унда ипотеканың барлыҡҡа килгәндән алып хәҙерге көндәргә тиклемге тарихы, уңыштары һәм етешһеҙлектәре барлана, һығымталар яһала, яңы йүнәлештәр тәҡдим ителә. Осрашыуҙа әйтелеүенсә, торлаҡ алыу мөмкинлеген киңәйтеү йәһәтенән һәйбәт яңылыҡтар буласаҡ әле, сөнки дәүләт тә, коммерция ойошмалары ла бер хәҡиҡәтте аңлай башланы: тормош сифатының яҡшырыуына өлгәшмәйенсә, халыҡтың дәртенә, әүҙемлегенә, һатып алыу мөмкинлегенең артырына өмөт итеп булмай.


Вернуться назад