Стандарт ҡайтармалар13.09.2013
Рәсәйҙең Һалым кодексына ярашлы, айырым граждандарҙың килеменә һалым базаһы күләмен билдәләгәндә, һалым түләүсе стандарт һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы.

Ҡануниәттә билдәләнгәнсә, бала тәрбиәләгән ата-әсәгә, уллыҡҡа алыусыға, опекунға, попечителгә һәм башҡаларға һәр һалым осорона стандарт ҡайтарма бирелә. 2012 йылдың 1 ғинуарынан ҡайтарма күләме тәүге һәм икенсе балаға – 1 400, өсөнсөһөнә һәм артабанғыларына 3 000 һум тәшкил итә. Стандарт ҡайтарманы алыу документтары тәғәйен генә билдәләнмәгән. Уларға баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын, уҡыған еренән белешмә ҡағыҙын, алимент түләү тураһындағы килешеүҙе, ата-әсә араһында никах теркәлеүе тураһындағы билдә ҡуйылған паспорт күсермәһен йәки никах таныҡлығын, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттән баланың ата-әсәһе менән бергә йәшәүен сағылдырған белешмә ҡағыҙын индерергә мөмкин. Документтарҙы нотариаль раҫлауҙың кәрәге юҡ.
Түбәндә — стандарт һалым ҡайтармаһына ҡағылышлы ҡайһы бер мөһим һорауҙарға яуаптар.
— Беренсе йәки икенсе бала инвалид булһа, стандарт ҡайтарма күләме ниндәй? Уның сәләмәт балаға бирелгән ҡайтарма менән уртаҡлығы бармы?
— Инвалид балаға стандарт һалым ҡайтармаһы 3 000 һум тәшкил итә. Ул 18 йәшкә тиклемге һәр инвалид балаға йәки көндөҙгө бүлек студенты, аспирант, ординатор, интерн булған 24 йәшкә тиклемге I һәм II группа инвалидына бирелә.
— Никахҡа инмәгән, ләкин баланы ҡарауҙа ҡатнашҡан ата йәки әсә һәр балаға һалым ҡайтармаһы алырға хоҡуҡлымы?
— Бындай ата йәки әсәнең алимент түләүе раҫланған осраҡта ғына ҡайтарма бирелә. Икенсегә никахҡа инеп, тәүге ғаиләһендә тыуған балаларына алимент түләгән ир йәки ҡатын стандарт ҡайтармаға хоҡуҡлы. Бының өсөн уға баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын һәм алимент түләүен раҫлаған документтарҙы тапшырырға кәрәк.
— Никахлашмаған, шулай ҙа аҙ ғына күләмдә булһа ла алимент түләгән ата йәки әсәгә ҡайтарма биреләме?
— Никахы теркәлмәгән, ләкин Рәсәйҙең Ғаилә кодексы менән билдәләнгән күләмдә алимент түләгәндәрҙең һәр балаға ҡайтарма алыу мөмкинлеге бар.
— Никахы тарҡатылған ата йәки әсәнең бала өсөн икеләтә күләмдә һалым ҡайтармаһы алыу хоҡуғы бармы?
— Айырылышҡан ир йәки ҡатынға һалым ҡайтармаһы икеләтә күләмдә бирелмәй.
— Атайлығы танылған, әммә никахы теркәлмәгән иргә бала өсөн стандарт ҡайтарма икеләтә күләмдә түләнә аламы?
— Икеләтә күләмдәге ҡайтарма бала тәрбиәләгән яңғыҙ ата йәки әсәгә генә бирелә. Никахы теркәлмәгән кешеләргә бындай хоҡуҡ ҡағылмай.
— Баланың атаһы билдәләнмәһә, уны яңғыҙ тәрбиәләгән әсә стандарт ҡайтармаға хоҡуҡлымы?
— Баланың тыуыу тураһында таныҡлығында атаһы тураһында яҙма юҡ икән, тимәк, ҡайтарма яңғыҙ әсәгә түләнә. Шулай уҡ яңғыҙ опекунға, попечителгә, уллыҡҡа алыусыға ла бындай хоҡуҡ бирелә.


Вернуться назад