Хеҙмәттәшлек оло байрамын лайыҡлы ҡаршылай13.09.2013
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты яңы уҡыу йылын яңы маҡсаттар менән ҡаршылай. Алда — бихисап курс, семинар, ғилми конференция... Мәғариф учреждениеһының юбилей йылында был сараларҙың айырыуса йәнле, әһәмиәтле үтеренә шик юҡ.
Абруйлы институттың 80 йыллыҡ ҙур байрамы иһә барыбыҙ өсөн дә мөһим. Ул юғары кимәлдә үтергә тейеш, был маҡсатта төрлө тармаҡтар араһындағы хеҙмәттәшлекте көсәйтеү мөһим. Институттың ректоры Рәмил Мәжитовтың республикабыҙҙағы төп милли баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре менән осрашыуында ошо мәсьәлә тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, мәғариф учреждениеһы өс төп йүнәлеш — педагогтарҙың һөнәри белемен камиллаштырыу, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын яңы технология, методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү, ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу — буйынса эш алып бара.
— Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә Президент Рөстәм Хәмитов институттың эшмәкәрлегенә ҙур баһа бирҙе, — тине осрашыуҙа Рәмил Ғиниәт улы. — Был һүҙҙәр, әлбиттә, тағы ла ныҡышмалыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләргә этәргес булды.
Ысынлап та, белем биреү тармағындағы бурыстың күбеһе бөгөн тап Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына йөкмәтелгән. Ул ышанысты тулыһынса аҡларға тырыша. Учреждениеның, бүлектәренән тыш, 13 кафедраһы, үҙҙәрендә, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет, Бөрө, Туймазы ҡалаларында, Мәсәғүттә мәғлүмәт-методик үҙәктәре бар. Институтта 116 уҡытыусы һәм методист эшләй. Бында уҙған уҡыу йылында 20 мең самаһы мәғариф хеҙмәткәре белемен камиллаштырған. Ғалимдар тарафынан 150-нән ашыу ғилми-методик хеҙмәт, уҡыу әсбабы әҙерләнгән.
Осрашыуҙа милли баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре лә институттың уңышлы эшен билдәләп уҙҙы.