Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Розалия Солтангәрәева, "Әбйәлил" яҡташтар берлеге ағзалары Азия Кусимова, Илүзә Ғәйнуллина, Тәслимә Таһирова һәм башҡа бер төркөм ҡатын-ҡыҙ райондың ташҡын сәбәпле бәләгә тарыған кешеләренә Өфөлә йәшәгән яҡташтары ярҙам йөҙөнән тапшырған әйберҙәрҙе алып килде.
Кәрәк-яраҡ араһында уҡыусылар өсөн өр-яңы 186 портфель бар ине — был балаларын мәктәпкә әҙерләргә өлгөрә алмай ҡалғандарға таман булды.
Район үҙәгендәге осрашыуҙа баш ҡала ҡунаҡтары, яҡташтарының һынауҙы ҙур түҙемлек, ихтыяр көсө менән үткәреп ебәреүен билдәләп, уларға һоҡланыуын белдерҙе, киләсәктә бындай бәләләрҙең булмауын теләне. "Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә йәшәйек: берҙәмлектә — көс", — тип һығымта яһаны яҡташтар.