Сайт фекер алышыу майҙанына әйләнһен13.09.2013
Ошо көндәрҙә белгестәр “Башҡортостан” гәзитенең сайтын байҡаны һәм беҙгә аналитик отчет тәҡдим итте. Әлеге эштең һөҙөмтәһе редакция хеҙмәткәрҙәрен ҡыуандырҙы, сөнки һандар сайтыбыҙҙың уҡымлылығы тураһында һөйләй.
“Башҡортостан”дың сайтын айына 25 меңгә яҡын кеше уҡыуы асыҡланды. Уларҙың күпселеге (52 проценты) — ҡатын-ҡыҙ, шулай ҙа ир-егеттәр ҡыйыуыраҡ тигән һығымта яһай алабыҙ, сөнки мәҡәләләргә йышыраҡ тап көслө зат вәкилдәре үҙ фекерен яҙып ҡалдыра. Отчетты алғанға тиклем сайтҡа урта йәштәгеләр күберәк инәлер тип уйлай инек, төптән хаталанғанбыҙ икән. Баҡһаң, сайт яңылыҡтары менән башлыса (27,8 процент) 18 йәштән 24 йәшкә тиклемгеләр таныша. Тимәк, йәштәр гәзит уҡымай тиеүҙәре дөрөҫлөккә тап килмәй. Әлеге һандарға таянып, матбуғаттың киләсәгендә шикләнеүҙең урынһыҙлығын белдерәбеҙ. Артабан проценттарға күҙ һалғанда хәл былайыраҡ: 25 - 34 йәштәгеләр — 21,3 процент, 35 - 44 йәшлектәр — 20,2 процент, 44 йәштән өлкәнерәктәр 18,7 процент тәшкил итә.
Сайтҡа инеүселәрҙең күпселеге (73,2 процент) Өфө ҡалаһында йәшәүселәр булһа ла, Мәскәү, Һамар, Ҡазан, Ульяновск, Силәбе, Украина тарафтарынан да республика яңылыҡтары менән “Башҡортостан” аша танышырға теләүселәр бихисап.
Сайттағы иң уҡымлы мәҡәләләрҙе лә барлап китәйек. Дилбәр Ишморатованың “Ырғыҙлының ырыҫ хикмәте” тигән мәҡәләһе уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Илвир исемле уҡыусыбыҙ мәҡәлә аҫтына: “Бөрйәндең һәр ауылы тураһында шулай маҡтап яҙырлыҡ. Ә Ырғыҙлы өсөн ҙур рәхмәт!” – тип яҙып ҡалдырған. Саръян исемле уҡыусыбыҙ иһә ауыл эшҡыуарҙары тураһында йышыраҡ яҙыуыбыҙҙы үтенгән һәм “Ауыл бөтә тигән булалар, ә улар ҡалалағынан байыраҡ йәшәй”, тип йүнселдәрҙе маҡтаған. Шағирә Тамара Ғәниеваның “Система” исемле мәҡәләһенән һуң редакцияға шылтыратыусылар ҙа, хат яҙыусылар ҙа бихисап булды. Сайтта ла уның мәҡәләһенең аҫтына ҡалдырылған фекерҙәр бар. Мәҫәлән, Рәйлә исемле уҡыусыбыҙ: “Беҙҙең халыҡ шул тиклем битараф, күптәрҙе бер ни ҙә ҡыҙыҡтырмай, хатта үҙ яҙмыштары ла. Гәзит-журнал да алдырмайҙар бит, уҡымайҙар ҙа”, тип яҙған. Яҙыусы Гөлнур Яҡупова иһә “Тамараның “Уйлы сағым” тигән шиғыр китабы бар, был мәҡәләһен уҡығас, уйлап ҡуйҙым: уйһыҙ сағы юҡтыр шағирҙың… Дин тапҡырында әйткәндәре уйылып китеп уйланырлыҡ”, – тигән. Был фекерҙәр менән беҙ ҙә килешәбеҙ.
Сентябрҙән сайтыбыҙҙа яңы кеше эшләй башланы. Күптәр уның йөҙө үҙгәргәнен, ҡулланыу өсөн уңайлыраҡ була башлағанын тойғандыр. “Популяр яҙмалар” рубрикаһында иң уҡымлы мәҡәләләр күренеп тора. Был исемлеккә хеҙмәттәшебеҙ, шағир Салауат Әбүзәровтың “Орден” поэмаһы, Рәлис Ураҙғоловтың “Киҫеп эшкәртелгән урман ғына — байлыҡ”, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың “Хәтер хазиналары”, сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның “Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана” мәҡәләләре ингән.
Гәзиттең сайты йәнле аралашыу майҙансығы булып ҡала. Үҙегеҙгә оҡшаған мәҡәләләргә, авторҙарыбыҙ күтәргән темаларға ҡарата фекер уртаҡлашырға саҡырабыҙ. Һеҙҙе www.bash.bashgazet.ru сайтында көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!