Эҙләп йөрөргә түгел, яҙылырға кәрәк!13.09.2013
"Өфө урамдарын ҡыҙырып эҙләһәм дә, "Башҡортостан"ды таба алманым. Уның фәлән һанында яҡын кешебеҙ тураһында һүрәтләмә (тыуған көнө менән ҡотлау, хәтирә һәм башҡалар) бар икән тип ишеткәйнем, уҡый алмай ҡалдым. Ни өсөн баҫманы киосктар аша һатыуға сығармайһығыҙ?" — тигәнерәк һүҙҙәр менән редакцияға йыш шылтыраталар.
Баҫылып сыҡҡан көндәрендә "Өфө-матбуғат" киосктарына 40 дана гәзит килтерелә (ә "Башҡортостан" хәҙер аҙнаһына дүрт тапҡыр донъя күрә). Баш ҡалала "Өфө-матбуғат" киосктары һаны 120 самаһы, әммә уларҙың барыһына ла гәзит ебәреү беҙҙең өсөн отошло түгел, сөнки әлеге 40 дана ла тулыһынса һатылып бөтмәй. Шуға күрә иң яҡшыһы — йәшәгән урынығыҙға яҡын урынлашҡан киоскта яҙылыу. Ул сағында үҙегеҙ теләгән ваҡытта килеп ала алаһығыҙ, тимәк, юғалмай ҙа. Йәнә бер өҫтөнлөгө бар — киоскта алдырыу хаҡы почта аша яҙылғанға ҡарағанда һиҙелерлек арзан.
Әле "Өфө-матбуғат" киосктарында 2014 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙҙырыу башланды. Һеҙгә, баш ҡалала йәшәүселәр, "Башҡортостан"ға яҙылыуҙы йыл аҙағына тиклем кисектермәй, әленән үк хәстәрлек күрергә кәңәш итәбеҙ. Мөмкинлегегеҙгә ҡарап, алты айға йәки тотош бер йылға яҙылырға була.
2013 йылдың икенсе яртыһына ла яҙылыу дауам итә. Бер айға — 90 һум (киосктан барып алыу шарты менән).