Вәлидигә һәйкәлде үҙем ҡуям!13.09.2013
("Өфөлә Зәки Вәлидигә һәйкәл ҡасан асылыр?", 11 сентябрь, № 179)

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди хаҡында үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ ҡыҙыҡһына башлағайным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет осоронда уның исемен гел кире яҡтан күрһәтергә тырыштылар. Аллаға шөкөр, заман үҙгәреү менән хәҡиҡәт еңеп сыҡты. Хәҙер Вәлиди менән бөтөн төрки донъяһы ғорурлана.

Миңә ике тапҡыр Төркиәгә барып ҡайтырға насип булды, унда олуғ ғалимдың эҙҙәре буйлап йөрөнөм. Истанбул университетының бер ғалимы менән дә осраштым. Ул, Әхмәтзәки Вәлидиҙең элекке шәкерте, университетта яҡташыбыҙҙың музейын булдырған. Атаҡлы башҡорт улының ҡәберенә барып, зыярат ҡылдым. Артабан, Анкараға барып, Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә менән дә күрештем.
"Әхмәтзәки Вәлидигә Санкт-Петербургта ла, Төркиәлә лә бюст ҡуйылған. Ә ниңә Өфөлә юҡ һуң?" — тип уйланып йөрөгәндә, "Башҡортостан" гәзитендә Илдар Юлбарисовтың шул хаҡта мәҡәләһе донъя күрҙе.
Ул һәйкәлдең асылырын күпме көтөргә була? Был эшкә үҙебеҙ тотонмаһаҡ, кем тотонор һуң?! Мөмкинлектән сығып, халыҡҡа шуны еткерәм: Әхмәтзәки Вәлидигә Өфөлә һәйкәлде үҙем ҡуясаҡмын! Эйе, был оло эштең финанс сығымдарын үҙ өҫтөмә алам. Быға тиклем уға бюстар ғына ҡуйылды. Ә мин баш ҡалабыҙҙа олуғ шәхестең тулы һыны кәүҙәләндерелер тигән ниәттәмен.
Скульпторҙы таптым инде. Һәйкәлде Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мәүлитбай Хәлилов эшләйәсәк.
"Башҡортостан" гәзите менән берлектә байтаҡ акциялар үткәрергә тура килде. Был юлы ла ошо изге эшемде абруйлы баҫма менән кәңәшләшеп атҡарырға булдым. Яҡын киләсәктә Өфөнөң үҙәгендә халҡыбыҙҙың бөйөк улына — Әхмәтзәки Вәлидигә — һәйкәл мотлаҡ ҡуйылыр, тип ышанам. Аллаһ ризалығы менән беҙҙең теләктәр ҡабул булһын ине. Амин.

РЕДАКЦИЯНАН.
Арҙаҡлы замандашыбыҙ Хәмзә хажи Ғәлләмов изге эштәре менән абруй ҡаҙанды. Уның тос ярҙамы менән республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә иман йорттары ҡалҡып сыға. Ә әҙәбиәт һәм мәҙәниәт әһелдәренә, бәләгә тарығандарға ярҙамы... Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл ҡуйыуҙы үҙ иңенә алырға ниәтләүе — Ил ағаһының сираттағы изге ғәмәле ул.
"Башҡортостан" гәзите лә был яуаплы эштән ситтә ҡалмаҫ: Әхмәтзәки Вәлидиҙе һәйкәлдә һынландырыу халҡыбыҙҙың үҙенә һәйкәл ҡуйыуға бәрәбәр. Тимәк, мөһим төҙөлөштөң һәр этабын яҡтыртып барыу беҙҙең мөҡәддәс бурыс буласаҡ. Ә инде хөрмәтле Хәмзә хажи Ғәлләмовҡа изге уй-ниәтен атҡарыуҙа ныҡлы һаулыҡ, көс-ғәйрәт һәм уңыштар теләргә генә ҡала.


Вернуться назад