Төшкән еренә таштай батты13.09.2013
Уҡытыусы һөнәрен белемле, итәғәтле, хәстәрлекле, оло йөрәкле кешеләр һайлай. Балаларҙы ғилемле итеүҙе маҡсат итеп ҡуйыу ғына аҙ бит, уларҙы яратырға, аңларға кәрәк.

Был йәһәттән Манышты мәктәбендә яҡшы уҡытыусылар күп. Вәсимә Миһранова — шундайҙарҙың береһе. Районыбыҙҙың Бирҙеғол ауылы ҡыҙы ул. Мәктәптән һуң Белорет педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгесте Маныштыға башланғыс класс уҡытыусыһы итеп ебәргәндәр, ул бында үҙенең икенсе яртыһын табып, ғүмерлеккә тороп ҡалған.
Вәсимә менән Азат Миһрановтар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкәндәре юғары уҡыу йортон тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй. Кинйә ҡыҙҙары мәктәптә белем ала. Мәрхәмәтле ғаилә вафат булып ҡалған апайҙарының ҡыҙы Гүзәлиәне лә үҙ ҡанаты аҫтына алды, уға матур тәрбиә бирә.
Вәсимә Ханнан ҡыҙының эш башлауына хәҙер инде өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Ошо арала ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамларға ла өлгөрҙө ул. Ныҡлы белемле, изге йөрәкле, ихлас булыуы менән уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр араһында ҙур абруй ҡаҙанған педагог балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, ауыл тормошонда ҡайнап, өлгө күрһәтеп йәшәй.


Вернуться назад