Күңел күҙе алдан күрә13.09.2013
Мадисты беренсе тапҡыр осратҡанымда ул Өфөлә насар күреүселәр мәктәп-интернатында уҡып йөрөй ине. Каникулға Борайға ҡайта, ялын ата-әсәһе янында үткәрә. Ябыҡ ҡына кәүҙәле, сәсен төрлө төҫкә буяған, ҡулына гитара йә гармун тотҡан малай хаҡында ни әйтәһең? Ҡайһы берәүҙәр, әлбиттә, "бынан йүнле кеше сығырмы икән?" тип уйлағандыр. Мадиста етдилек юҡ кеүек тойолдо. Йылдар үтер, Мадис Хәмит улы Фәрхетдинов "Башҡортостандың атҡаҙанған социаль яҡлау хеҙмәткәре" исемен алыр, ике тапҡыр Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте съезына делегат итеп һайланыр, әлеге йәмғиәттең отличнигы булараҡ танылыр...
Ә йәшлектәге мауығыуҙары заман йәштәренә хас күренеш ине. Борай егете Өфөлә 28-се мәктәп-интернатта уҡығанда класс старостаһы, мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары ла булған икән. Бер үк ваҡытта музыка һәм спорт менән шөғөлләнгән. Көрәш, конькиҙа шыуыу, шахмат буйынса разрядтар алған. 60 йәшен тултырған Мадис Хәмит улы әле лә музыка һәм спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә, сәләмәт тормош алып бара, һалҡын һыу менән ҡойона.
Элек Борай районының һуҡырҙар йәмғиәтенә етәкселек иткән Шәмғиә Закирова үҙе урынына Мадис Фәрхетдиновты тәҡдим итеп һис яңылышманы. Йәш кенә булһа ла, Мадис йәмәғәт эшенә әрһеҙ тотондо. Ойошма ағзаларының өйҙәре буйлап йөрөп сыҡты, хужалыҡ етәкселәре менән осрашып, һуҡырҙарҙың һәм насар күреүселәрҙең тормошон еңеләйтеү өсөн ярҙам һораны. Йәмғиәт үҫте, тиҙ арала 100 ағзанан 150-гә тиклем етте. Мадистың эшен күрҙеләр һәм уның йәмғиәтенә күрше райондарҙыҡын да ҡуштылар. Мадис, һәр ҡайһыһына барып, төркөм етәкселәрен һайлап, район башлыҡтары, социаль яҡлау бүлектәре менән бәйләнешкә инде. Әле лә ул биш районды эсенә алған, 350-гә яҡын кешеһе булған һуҡырҙар һәм насар күреүселәр ойошмаһына етәкселек итә. Башҡортостанда был ойошма иң әүҙем эшләгәндәрҙән һанала. 1985 йылдан башлап Мадис Хәмит улы — ВОС-тың республика бүлеге идараһы ағзаһы.
Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр йәмғиәте — ижтимағи ойошма, шуға уның финанс мөмкинлектәре сикле. Мадис Хәмит улы ярҙам һорап хужалыҡ етәкселәренә, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итә. Ә миһырбанлы кешеләр бар. Уларҙың булышлығы менән төрлө ял кисәләре, конкурстар ойошторола, еңеүселәргә бүләктәр бирелә. Бында Мадис Фәрхетдинов һәм ойошманың бюро ағзалары ҙур көс һала, әлбиттә. Илдус Фәйүршин, Рөстәм Фәйезов, Римма Миңлеғәлиева, Илдар Бикбулатов, Айрат Шәйехов — шундайҙарҙан. Әйткәндәй, Борай ойошмаһы вәкилдәре республика конкурстарында күп тапҡыр еңеп сыҡты. Мадис Фәрхетдинов үҙе Вәсил Хәбисламов менән гармун, йыр конкурстарында йыш ҡатнаша.
Уның әүҙемлегенә иҫ китерлек. Беренсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, шахмат һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыша, йәштәргә уйын серҙәрен төшөндөрә. Республика, зона ярыштары призеры. Ветерандар хорында ла осратырға мөмкин уны.
Һуңғы йылдарҙа өс офисты яңыртып инде Мадис Хәмит улы. Шәхси тормошон да яйлы алып бара. Йортон, ихатаһын гөл-сәскәгә күмде. Ҡатыны Оля менән ике тиҫтә йылдан ашыу татыу йәшәп, ҡыҙ һәм ейәндәр үҫтерәләр.
Уның ғүмер юлы — һау-сәләмәт кешеләр өсөн өлгө. Әле лә алға ҡарап, матур уй-хыялдар, яҡты ниәттәр менән йәшәй яҡташыбыҙ.