Рәйеф шишмәһе13.09.2013
Свердловск өлкәһенең Реж ҡалаһында йәшәүсе Рәйеф Закиров бишенсе йыл инде Себергән ауылынан йыраҡ булмаған шишмәне төҙөкләндерә: йәй көнө ҡунаҡҡа ҡайтҡанда таҡта, тимер килтерә, еңел автомобилгә һыймаһа, йөк машинаһы яллай. Беренсе йылда шишмәне кәртәләп кенә алғайны, унан һуң һуҡмаҡ һалды, ҡыйыҡ ҡуйҙы. Быға ғына ҡәнәғәтләнмәне, өҫтәл, беседка булдырҙы. Бер ваҡыт әҙерләп һалынған төҙөлөш материалдарын урлап та киттеләр. Ә бит Рәйеф Ғата улы барыһын да үҙ аҡсаһына алып ҡайта.
Шишмәне төҙөкләндереү эшенә ҡатыны Люциәне, балаларын да йәлеп итте. Улар һыу янын сүп-сарҙан таҙартҡан. "Ҡапсыҡ-ҡапсыҡ сүп йыйып түктек", — тип һөйләй Люциә ханым. Шишмәгә төшөр өсөн бетондан баҫҡыс яһалған. 65 йәшлек Рәйеф ағай, башлаған эшен аҙағына еткереп, 2012 йылда шишмә янында бик матур өй эшләп ҡуйған. Бында селтерәп аҡҡан шишмәнең саф һыуын эсеп, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, рәхәтләнеп ял итеп алырға була.
Закировтар ғаиләһе, тыуған яҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡас, шишмә буйында эшләй ҙә, ял да итә. Ейәндәре лә бында уйнарға ярата. Өлкәндәргә ҡарап, игелекле булып үҫә улар.
— Киләсәктә икенсе шишмәне лә рәткә килтерәм әле, — ти үҙенең тыуған төбәген сикһеҙ һөйгән уҙаман.


Вернуться назад