Хәтирәләр үлемһеҙ13.09.2013
Хәтирәләр үлемһеҙНәзифә Хәйруллина октябрҙә үҙенең оло байрамын – 90 йәшлек юбилейын — билдәләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул беҙҙең арала юҡ инде. Әммә һуғыш ветераны тураһындағы йылы иҫтәлектәр йәшәй… Тормош юлында төрлө ауыр һынауҙар кисереүгә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт донъяға һөйөү менән баҡҡан, һәр көндө шатланып көтөп алған алсаҡ әсәһе хаҡындағы хәтирәләр менән бүлешергә редакцияға уның ҡыҙы Фәниҙә Саяпова килгәйне. Түбәндәге яҙмалар – ул һөйләгәндәрҙән.

…Кушнаренко районының Илек ауылында тыуып үҫкән Нәзифә Бөрө фармацевтика техникумына уҡырға бара. Әммә хеҙмәт юлын тыуған ерендә түгел, ә бөтөнләй икенсе сифатта фронтта башлар тип кем уйлаған?
Йәш белгес ҡулына диплом алғанда, Бөйөк Ватан һуғышы тыуған илебеҙҙе ялмап өлгөргән була. Нәзифә үҙ теләге менән хәрби комиссариатҡа бара. “Мин һуғышҡа китәм”, – тигән ҡәтғи ҡарарын белдергән ҡыҙҙы тәүҙә кире бороп ҡайтаралар. Мәгәр, ҡыҙ ҙа еңмеш булып сыға: военкомат юлын тапауҙан туҡтамай. Шулай итеп, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул Беренсе Белоруссия фронтының 12-се айырым автобатальонына эләгә. Уны хәрәкәтте көйләүсе итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыл ҡыҙына ҡот осҡос тауышлы танктар һәм ҙур йөк машиналары араһында эшләү ғәжәп тә, ҡурҡыныс та тойола тәүҙә. Ҡулында стратегикХәтирәләр үлемһеҙ йәһәттән мөһим күперҙәрҙең һәм виадуктарҙың схемалары булған яугирҙең әсиргә эләгергә хаҡы юҡ. Шуға күрә хәрби техниканың хәрәкәтен көйләгән Нәзифәнән иғтибарлылыҡ һәм үтә ҙур һаҡлыҡ талап ителә.
…Европа юлдарын үтеп, дәһшәтле көндәрҙе кисергән ҡыйыу ҡыҙ Еңеү яҙын Берлинда ҡаршылай. “Фашизм” тигән яуызды ояһында дөмөктөргән яҡташыбыҙ был иҫтәлекле көндө бер ваҡытта ла онотмаған, һәр саҡ:
– Шундай ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем! Хатта поста өс көн, өс төн торорға риза инем, – тип хәтерләгән.
Еңеү яулап ҡайтҡас, Нәзифә Хәйруллина һуғышҡа тиклем һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай – ярты быуат Өфөләге 5-се аптекала эшләй. Баҡһаң, уның хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу бар: береһе — эшкә урынлашыу хаҡында, икенсеһе пенсияға сыҡҡанда теркәлгән. Ошо йылдар эсендә мөләйем йөҙлө, итәғәтле Нәзифә ханым күпме яҡташтарыбыҙҙың хөрмәтен яулаған да, күпме маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған – һанап бөткөһөҙ.
Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур бәхете – ғаиләлә. Нәзифә Хәйрулла ҡыҙы ире менән (ул да һуғыш ветераны булған) дүрт балаға ғүмер биргән, уларҙың һәр ҡайһыһын оло тормош һуҡмағына сығарған. Өс ҡыҙы әсәһенең юлынан киткән: медицина өлкәһен һайлаған. Бөгөн Нәзифә Хәйруллинаның һигеҙ ейәне, дүрт бүләһе бар.
— Әсәйем тормошто бигерәк яратты, – тип иҫтәлектәрен барлай Фәниҙә Нәжип ҡыҙы. – Сәләмәт йәшәүҙе үҙ итте, оло йәшкәсә көн һайын һалҡын һыу менән ҡойондо. Беҙгә лә һаулыҡты нығытыу буйынса төплө кәңәштәрен бирер ине. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙы. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, һәр саҡ бер ҡосаҡ гәзит-журнал яҙҙырҙы, йотлоғоп уҡыны. “Башҡортостан” гәзитен айырыуса я ҡын күрә ине.
…Рухлы, нурлы кешеләр хаҡындағы хәтирәләр үлемһеҙ.


Вернуться назад