Бутҡа ашарға кәрәк13.09.2013
– Оло кешегә ҡаты аҙыҡ-түлек ярамай, тиҙәр. Был дөрөҫмө, юҡмы? Мин, киреһенсә, яңаҡтар күнекһен, тештәр ныҡ булһын өсөн ҡатыны күберәк ашарға кәрәктер, тип уйлай инем.
З. ЮЛАМАНОВА.
Бөрө районы.
Ысынлап та, оло кешеләр тарафынан йомшаҡ аҙыҡ яҡшыраҡ үҙләштерелә. Уларҙың үҙ тештәре имен хәлдә лә, ғәҙәттә, тешләү һәм сәйнәү функцияһы түбәнәйгән була, шуға ла ҡаты аҙыҡтың сәйнәү аппаратына зыян килтереүе ихтимал. Шулай уҡ ололарҙың организмы шайыҡты аҙыраҡ бүлеп сығара, шуға ла ауыҙ ҡыуышлығы кибеү, ирен, тел ярылыу кеүек күренештәр яфалай. Шыйыҡ, йомшаҡ аҙыҡ оло йәштәгеләр өсөн күпкә файҙалы.