Итектән – алтын миҙалға13.09.2013
– «Хеҙмәт Геройы» тигән исемде тергеҙгәндәрен ишеткәйнем. Был маҡтаулы наградаға лайыҡ булғандарға махсус түләү ҙә бармы?
С. АБДРАХМАНОВ.
Күмертау ҡалаһы.
Был исем бик бай тарихлы. Үткән быуаттың 20-се йылдарында производство алдынғыларына профсоюз ойошмалары махсус Почет грамоталары биргән, быға өҫтәп, ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырғандар. Әле генә Граждандар һуғышын кисергән илдә бүләктең күн итек, хатта аҙыҡ-түлек йыйылмаһы булыуына ғәжәпләнәһе түгел. 1927 йылда «Хеҙмәт Геройы» исеме Бөтә Союз статусын алған. Награданы производстволағы, фән өлкәһендәге, дәүләт йәки йәмәғәт эшендәге айырыуса ҙур ҡаҙаныштар өсөн биргәндәр, унан тыш дәғүәселәрҙең хеҙмәт стажы 35 йылдан да кәм булмауы төп шарттарҙың береһе тип билдәләнгән. Был статустағы награда тиҫтә йыл дауамында тапшырылған, уға 1014 кеше лайыҡ булған.
1938 йылда, Советтар Союзы Геройы исеме һымаҡ, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме индерелгән, ул «Хеҙмәт Геройы» наградаһын алмаштырған. 1940 йылдан башлап, алдынғыларға «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалын тапшырғандар. 1938 – 1991 йылдар арауығындағы юғары исемгә 20 605 кеше лайыҡ булған. Советтар Союзы тарҡалғас, хеҙмәт алдынғыларын дәүләт кимәлендә билдәләү ҙә туҡтатылған.
Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән «Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройы» исеме тергеҙелде. Юғары исемгә лайыҡ булған хеҙмәт алдынғыларына, алтын миҙал менән бер рәттән, ай һайын махсус түләү ҙә ҡаралған (Советтар Союзы осоронда «Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ булғандарға ла түләнә). Ул 35,2 мең һумға тиң.