Түләмәһәң, төрмә...13.09.2013
Яңы закон проекты буйынса, социаль фондтарға страховка иғәнәләре түләмәгән бизнесмендарҙың алты йылға төрмәгә эләгеүе ихтимал. Өҫтәүенә, уларға ҙур штраф та һалынасаҡ.

Эшҡыуарҙарға Пенсия фондына, шулай уҡ Социаль һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фондтарына иғәнә күсермәгән өсөн яза, һалым түләүҙән ҡасҡан өсөн билдәләнгәндәге кеүек, ҡаты булмаҡсы. Ойошма аҡсаһын йәки мөлкәтен йәшерергә тырышҡан өсөн дә эшҡыуарҙың төрмәгә ултырыуы ихтимал.
Яуаплылыҡты көсәйтеүҙән файҙа булырмы? Эш хаҡының күп өлөшө "күләгә"лә ҡалмаҫмы? Бәлки, ирекле страховка иғәнәләрен индереү отошлораҡтыр? Эксперттарҙың башын бөгөн тап ошо һорауҙар ҡатыра.


Вернуться назад