Йәшәү дәрте кәмемәй13.09.2013
Йәшәү дәрте кәмемәйБәрәкәтле Йәрмәкәй ере данлыҡлы шәхестәргә бай. Кашшаф Әһлетдин улы Сәмиғуллин — ана шундайҙарҙың береһе.

Кашшаф ағай Түбәнге Ҡарамалы ауылында донъяға килгән. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, ниәт итһә лә, матди хәлдәренең үтә ауырлығы арҡаһында артабан уҡый алмаған. Атаһы ла, әсәһе лә үлгәс, үҫмергә ярҙам итер кеше булмаған.
17 йәше тулғас, ул гражданлыҡ хәле акттарын теркәү буйынса Йәркәмәй район бюроһы мөдире булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ ФЗО-ла белем ала, Иҫке Турай урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй. Матур хыялдар менән йәшәгәндә, илебеҙгә фашист ғәскәрҙәре баҫып инә. Кашшаф Сәмиғуллин, армияға алынып, Ватанды дошмандан һаҡларға китә. Тиҙҙән ул хәрби пехота училищеһы курсантына әүерелә, унан үҙе теләп фронтҡа юллана. Пулеметсы булараҡ уға төрлө ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә.
Дәһшәтле йылдарҙы кисергән яугир ул көндәрҙе былай тип хәтерләй:
— 1942 йылдың авгусында беҙҙең рота, ҡаты һуғышып, көслө ут аҫтында Возузо йылғаһы ярына сыҡты. Был алышта өс тапҡыр яраландым: фашист пуляһы күкрәгемә эләкте, комсомол билетын тишеп сыҡты...
Кашшаф Сәмиғуллин оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана, уға икенсе төркөм инвалидлыҡ бирәләр. Шуға ҡарамаҫтан, һуғыштан һуң ул мәктәптә хәрби дәрестәр алып бара, эске эштәр органдарында эшләй. 1948 йылда Коммунистар партияһына инә.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Кашшаф Әһлетдин улы Дәүләт именлеге комитетында офицер вазифаһында хеҙмәт итте, партия тормошонда, ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашты, йәштәрҙе оҫталыҡ рухында тәрбиәләүҙә һөҙөмтәле эшләне.
Һуғыш ветераны тыуған яғын онотмай, һирәк булһа ла, яҡташтары менән осрашып тора, уларға китаптар бүләк итә. Әйткәндәй, Өфөлә йәшәгән отставкалағы полковник Йәрмәкәй урта мәктәбенә, район китапханаһына ике меңдән ашыу китап бүләк иткән. Быларҙан тыш, ул музейҙарға, балалар баҡсаларына ла бик күп китап, төрлө экспонаттар тапшырған. Бының менән ул меңәрләгән кешенең күңеленә изгелек орлоғо сәсә. Бына шундай яҡташыбыҙ бар беҙҙең.


Вернуться назад