Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ата-әсәгә ярҙам мәжбүри булырға тейешме?
Олоғайған ата-әсә өсөн яуаплылыҡтың бер өлөшөн бәлиғ булған балалары иңенә һалыуҙары ихтимал. Әлеге ваҡытта был мәсьәлә ил парламентында әүҙем тикшерелә. Эш шунда: Пенсионерҙар партияһы лидеры, Дәүләт Думаһы депутаты Игорь Зотов үҙенсәлекле закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы, рәсәйҙәр эш хаҡының 2 процентын ата-әсәһенең пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр өсөн күсереп торорға бурыслы буласаҡ.
Әле Рәсәй Ғаилә кодексының 87-се статьяһы буйынса, балалары эшкә яраҡһыҙ, ярҙамға мохтаж ата-әсәләрен ҡарарға тейеш. Әммә Законда матди ярҙамдың аныҡ күләме тураһында әйтелмәгән. Зотовтың фекеренсә, ошо “етешһеҙлек” бөтөрөлөргә тейеш. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек: уларҙың был яңылыҡҡа ҡарашы нисек икән?

Сәйҙә ШӘКҮРОВА, уҡытыусы:
– Ни көлөргә, ни иларға белмәҫһең… Рәсәйҙәге хеҙмәт хаҡының иң аҙ күләмен (МРОТ) иҫәпкә алғанда, уртаса эш хаҡынан билдәләнгән был аҡса 200–600 һум буласаҡ. Көнкүреш кәрәк-ярағы хаҡтарына ҡарайыҡ: был аҡса нимәне генә үҙгәртә ала инде? Шул уҡ ваҡытта үҫешкән илдәр менән сағыштырам да аптырайым: уларҙың ҡаҙнаһындағы аҡса барыһына ла етә: мохтаждарға ла, пенсионерҙарға ла, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрен үҫтерергә лә.

Рәмил ДИНӘКӘЕВ, бюджет хеҙмәткәре:
– Минеңсә, был закон дәүләттең көсһөҙлөгөн күрһәтә: тимәк, ул үҙ граждандары алдындағы бурысын үтәй алмай тигән һүҙ. Аҡылы булған, яуаплы кеше ата-әсәһен бер ваҡытта ла ҡарауһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Әлбиттә, яуапһыҙ кешеләр ҙә юҡ түгел, әммә быға тиклем ололарға төкөрөп ҡарағанды, закон ҡабул ителгәс, яҡшы яҡҡа үҙгәреп китерме икән улар?
Дамир ҠАНСУРИН, водитель:
– Ғәжәп икән… Депутаттарҙың башына нимә генә һуҡмай! Миңә ҡалһа, рәсәйҙәрҙең күпселеге ата-әсәһен былай ҙа ҡарай, уларға ярҙам итеп тора. Был – беҙҙең халыҡтың үҙенсәлеге. Күптәр ололар менән бер йортта донъя көтә, бер-береһенә ярҙамлаша. Шуға күрә уны закон менән ҡалыплаштырыу ярай торған эш түгел, минеңсә.

Алина ИБӘТУЛЛИНА, бухгалтер:
– Мин бюджет ойошмаһында эшләйем. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы – 15 мең һум. Күреп торам: күбеһенә был аҡсаны донъя кәрәк-ярағына еткереүе, ошо ғына килемгә балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуы бик ауыр. Быға өҫтәп, иҫәпле генә эш хаҡының бер өлөшөн ала башлаһалар, нимә була инде? Шул уҡ ваҡытта эш хаҡын конвертта алған таныштарым бар. Ил буйынса уларҙың һаны бер нисә тиҫтә миллионға етәсәк. Бындай хеҙмәткәрҙәрҙе, тимәк, закон урап үтәсәкме? Ә ата-әсәһе мәрхүм булғандар ниндәй исемлеккә инәсәк? Һорауҙар күп, ғәҙеллек күрмәйем.

Зәлифә ХӨСНУЛЛИНА, пенсионер:
– Бик шикле закон проекты. Мәҫәлән, беҙҙең ғаиләне алайыҡ. Ирем дә, үҙем дә пенсия алабыҙ, булдырған донъябыҙ, мал-тыуарыбыҙ бар. Аҡса, тотона белһәң, барыһына ла етә. Ул ғына түгел, балаларға ла өлөш сығарабыҙ: ҡала ерендә йәшәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәрҙе үҫтерергә, торлаҡҡа түләргә кәрәк. Ит, картуфты беҙҙән алып ҡайталар, әлбиттә, ярҙамдан да өҙмәйҙәр: бесән эшләргә, баҡсаны ҡарарға өлгөрәләр. Уларҙың былай ҙа иҫәпле эш хаҡынан беҙҙең өсөн 2 процент өҙөп алыу иһә килешмәгән эш, минеңсә.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә