Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мөхәббәт… Тормош алыш-бирешкә, һатыуға ҡоролғанда, нимәгә генә тотонма, һәммәһе лә аҡсаға барып һуғылыр дәүерҙә, элек-электән әҙәм балаларының ғүмерен биҙәүсе, күңел түрҙәрен биләүсе был изге хискә урын бармы? Ошо һорауға асыҡлыҡ индереү өсөн заман йәштәренә мөрәжәғәт иттек.

Айнур:
— Мөхәббәт бар ул! Һәр кемдең был тормошта үҙенә генә тәғәйен йәре бар, тик уның ҡәҙерен аңлау, тойғоларҙы һаҡлай белеү кәрәк. Ябай бер миҫал: күршеләрем бер тапшырыу аша танышты. Тәүҙә шылтыратышып торҙолар, унан осраша башланылар, һөҙөмтәлә, өйләнешеп ҡуйҙылар. Хәҙер сәскәләй ике балалары үҫә, өсөнсөһөн көтәләр. Шул хәтлем бер-береһенә оҡшағандар, холоҡтары ғына түгел, йөҙ-ҡиәфәттәре менән дә хайран ҡалырлыҡ! Бер-береһе өсөн генә яратылғандармы ни! Гелән мөләйем йөҙҙәрен күреп, һоҡланмау мөмкин түгел. Яҙмыштыр, күрәһең...

Илдар:
— Мөхәббәт — ул ауырыу. Мин, бына ҡырҡ йәшкә етһәм дә, уның кемделер бәхетле иткәнен күргәнем юҡ. Кешеләр уның арҡаһында йә үҙенең, йә бер-береһенең ғүмерен ҡыя. Әммә мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Мин, мәҫәлән, һәр ваҡыт кемгә булһа ла ғашиҡмын. Һәм был иҫ киткес тойғо киләсәккә өмөт уята, йәшәргә, эшләргә көс бирә. Шул уҡ ваҡытта ул һис кемде лә йәлләмәгән, әрнеткес бер нәмә. Кемгәлер ғашиҡ булып, артабанғы яҙмышыңды уның менән бәйләргә теләһәң дә, өҙөлөп яратҡан һәм уларһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған балаларың хаҡына ҡатының менән ҡалырға мәжбүрһең...

Заһир:
— Мөхәббәт — ул ваҡытлыса ғына була торған хис. Мәҫәлән, берәй матур ҡыҙҙы күреп оҡшатаһың да осраша башлайһың. Бер йыл үтәме-юҡмы, мөхәббәт һүрелә. Унан икенсе берәүгә ғашиҡ булаһың, йәнә шул уҡ хәл. Ғүмер буйы йәнең, тәнең менән бирелеп яратыу тигән нәмәгә ышанмайым.

Наил:
— Мөхәббәт — ул һине уратып алған донъяға бүләк иткән ыңғай энергияң. Кемдер берәүҙе яратып, уныһы үҙен һөйөргә мөмкинлек бирә икән, шул ваҡытта ғына ысын мөхәббәт була. Кеше үҙенең индигоһын тойоу өсөн ярата белергә тейеш, һөйөү уның ихтыяр көсөн, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра. Ижад булһын өсөн, илһам тыуһын өсөн кеше яратырға, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә тейеш!


Автор: Г. Әхмәрова яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә