Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарына ярашлы әүҙем закондар сығарыу эшмәкәрлеге, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙағы хеҙмәттәре, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе урынбаҫары Латипова Земфира Үзбәк ҡыҙы II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнде;
Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының гражданлыҡ процесында прокурорҙарҙың ҡатнашыуын тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Тюрина Әлфирә Фәми ҡыҙына — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған прокуратура хеҙмәткәре”, ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Бүздәк районындағы “Ҡыйҙаш” колхозы механизаторы Заһиҙуллин Зәбир Ғәли улына — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһындағы бүлек мөдире Сәйфуллина Эльвира Иҙрис ҡыҙына — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

* * *

Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Бикбулатов Мәхмүт Мөхәммәт улы — “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Өфө ҡалаһының Киров районындағы ветерандар советы ағзаһы Ибраһимов Рәзил Рәхимйән улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Өфө “Нур” дәүләт татар театрының драма артисы Вәлиева Финә Мансур ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ағзаһы, театр-декорация сәнғәте рәссамы, һынлы сәнғәт оҫтаһы Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улына — “Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы”, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ағзаһы, график Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы”, Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы Байков Валерий Леонидовичҡа, Туймазы районындағы Серафимовка ауыл мәҙәниәт йортоноң “Сюрприз” ансамбленең художество етәксеһе Ласкави Эльвира Вил ҡыҙына, Миәкә районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ниғмәтйәнов Рауил Хөсәйен улына, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Соколов Леонид Алексеевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Башҡортостандағы Сеймал компанияһының эзбизташ карьеры машинисы Федоров Борис Григорьевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры”, Федоровка район ветеринария станцияһы начальнигы Дашкин Илшат Миҙхәт улына, Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы кооперативының баш зоотехнигы Йосопов Айрат Ансаф улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, “Уралтранснефтепродукт” йәмғиәтенең Өфө етештереү бүлексәһендәге база начальнигы Шакиров Фәнил Ниғмәтйән улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Корбан Елена Викторовнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире, профессор Морозкина Евгения Александровнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, Өфө ҡалаһының Киров районындағы 21-се лицей уҡытыусыһы Абдуллина Әлфиә Тәлғәт ҡыҙына, Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы айырым фәндәр тәрән өйрәнелгән 31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Әсәнова Лүзиә Вәкил ҡыҙына, Мәләүез районындағы 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ермакова Валентина Антоновнаға, Өфө ҡалаһының Киров районындағы 21-се лицей уҡытыусыһы Попова Татьяна Львовнаға, Дүртөйлө ҡалаһындағы 2-се лицей уҡытыусыһы Яппарова Рәзилә Әҡсән ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтындағы (филиалындағы) бүлек начальнигы Баянова Гөлшат Ишмөхәмәт ҡыҙына, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире Мөлөкова Зәкирә Бәҙретдин ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

* * *

Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Бөрө юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Хәлитов Фаат Ғаҙнан улы, "Газ-Сервис" йәмғиәтенең "Бөрөгаз" филиалы директоры Кулагин Владимир Андреевич, Бөрө районындағы "Бөрөкоммундорстрой" йәмғиәте директоры Тимофеев Владимир Павлович — "Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" отличие билдәһе, Стәрлетамаҡ районындағы "Дружба" ауыл хужалығы предприятиеһының баш зоотехнигы Әбсәләмов Марат Ринат улы, Архангел районындағы Архангел ауыл Советы башлығы Адамчук Марина Петровна, Архангел районындағы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге директоры Әхмәтшина Ольга Сергеевна, Бөрө районындағы Калинников ауыл Советы башлығы Вәлиев Риф Ғәлинур улы, Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы 47-се гимназия уҡытыусыһы Галкина Антонина Васильевна, Өфөнөң "Уралдортранс" проект-етештереү үҙәге директоры урынбаҫары Гвоздева Светлана Николаевна, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Балаҡатай юл ремонтлау-төҙөү идаралығы мастеры Гурбатов Сергей Петрович, Ишембай районындағы Верхотор ауыл Советы башлығы Жиганов Александр Владимирович, Бөрө районындағы "Йәйғор" балалар ижады үҙәге директоры урынбаҫары Закирйәнова Филиә Хәлим ҡыҙы, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумының ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире Кузнецов Геннадий Иванович, "Уралмостострой" йәмғиәтенең 30-сы күпер төҙөү отрядындағы эш башҡарыусы Нәжметдинов Ришат Зәки улы, Башҡортостан Президентының Эштәр идаралығындағы финанс бүлеге баш белгесе Ноғоманова Гүзәл Мисбах ҡыҙы, Бөрө районындағы Иҫке Петровский ауыл Советы башлығы Нуриев Ришат Фәтхелислам улы, Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһындағы Милли банкының бүлек начальнигы Соколова Флера Мәннән ҡыҙы, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет ҡалаһындағы филиалы директоры Хәмзина Дилә Рәшит ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
"Башкиравтодор" йәмғиәте филиалдары хеҙмәткәрҙәре — Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы шоферы Әминев Айрат Миңлейәр улына, Ишембай юл ремонтлау-төҙөү идаралығы шоферы Андреев Владимир Петровичҡа, Туймазы юл ремонтлау-төҙөү идаралығының асфальт-бетон түшәүсеһе Минәжев Миңлеғол Зәки улына, Дүртөйлө юл ремонтлау-төҙөү идаралығы машинисы Нуретдинов Рәбис Рәйес улына, Етештереүгә әҙерләү идаралығының Мокроусов ауылындағы етештереү базаһы начальнигы Озолин Владимир Теодоровичҡа, Бөрө юл ремонтлау-төҙөү идаралығы машинистары Самойлов Александр Николаевичҡа һәм Токунов Николай Александровичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре", Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, табип-хирург Ҡорбанғолов Илдар Рәйес улына, Бөрө үҙәк район дауаханаһының бүлек мөдире, табип-дерматовенеролог Усманова Валентина Александровнаға — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы", Бөрө районындағы "ЛМ-Строй" йәмғиәте директоры Латипов Марат Мулла улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе", Бөрө ҡалаһындағы 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Дәүләтшина Ғәлиә Мәғдән ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы", Рәсәй Пенсия фондының Бөрө районы һәм ҡалаһындағы идаралығы начальнигы Шәйхлисламова Рауза Исмәғил ҡыҙына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә