Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Учалы төбәгенең рухи хазинаһы хаҡында
Учалы төбәгенең рухи хазинаһы хаҡындаКүптән түгел Учалы районы хакимиәте менән “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матди ярҙамында күренекле шағир, яҙыусы Мәүлит Ямалетдиндең “Учалы төбәгенең рухи мәҙәниәте” исемле ҙур күләмле китабы донъя күрҙе.
Китаптың авторы үҙе үк тарихсы, этнограф, телсе һәм әҙәбиәтсе булараҡ билдәле. Бай тормош тәжрибәһен һәм ғилми эҙләнеүҙәрен файҙаланып, ул халҡыбыҙҙың матди һәм рухи хазиналарын бик етди тикшергән, уй-фекерҙәрен уҡыусыға еңел, аңлайышлы итеп еткерә алған. Әҫәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо дәүерҙәренән алып бөгөнгәсә үткән юлы күрһәтелә: Иҙел Болғары (Х б.), Алтын, Нуғай урҙалары (ХIII — ХIV бб.), Себер, Ҡазан, Әстрхан ханлыҡтары (ХV б.) һәм Рәсәйгә ҡушылғандан һуңғы (ХVI б.) замандарҙағы башҡорттарҙың аусылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, игенселек кәсептәре менән шөғөлө, емеш-еләк һәм төрлө үҫемлектәр менән туҡланыуы, һауыт-һаба, кейем-һалымы, торлаҡтары, өй эсендәге йыһаздары. Халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтенә, бөтөн донъяға танылыу яулаған һоҡланғыс ижад өлгөләренә, ХIV — ХVI быуаттарҙа йәшәгән Һабыра, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған, Шалғыҙ йырауҙар, Ҡобағыш, Ҡарас, Ерәнсә, Байыҡ, Ғәбит, Мәхмүт, Буранбай сәсәндәрҙең ижадына һәм башҡорт халыҡ йырҙарына объектив байҡау яһала.
Китаптың беренсе бүлегендә борон-борондан сарматтар, һун ҡәбиләләре, ҡыпсаҡтар, монгол-татарҙар, нуғайҙар алмашынған хәҙерге Учалы районы биләмәләрендә йәшәгән табын ҡәбиләһенә ҡараған барын, ҡара табындар, тиләүҙәр менән күбәләк ырыуҙары, ҡыуаҡан, әйле, көҙәйҙәр һәм 12 типтәр ауылы башҡорттары, үҙҙәре йәшәгән Оло Урал менән Ирәмәл итәктәренең ер-һыу атамалары башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадында һәм яҙма әҙәбиәттә бик боронғо замандарҙан уҡ үҙ сағылышын табыуы тураһында ентекләп тасуир ителә. Туғыҙ ырыуҙы үҙ эсенә алған Табын ҡәбиләһенең VI — VIII быуаттарҙа Үҙәк Азия, Төньяҡ Ҡытай, Урта Азия биләмәләрендә айырым дәүләт ҡороп йәшәгән Төрки ҡағанлығына барып тоташыуы һәм Төрки ҡағанлығы тарҡалғас, табындар Урал менән Алтай араһында айырым дәүләт — “Табын илен” төҙөргә тырышыуҙары хаҡында ла бик ҡыҙыҡлы фекерҙәр яҙылған бында.
Учалы төбәгенә арналған элекке яҙма әҙәбиәт араһынан Мәүлит Ямалетдин ХIХ быуат урыҫэтнографы һәм фольклорсы-музыканты Сергей Рыбаковтың 1897 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта” тигән китабына айырыуса туҡталып китә, сөнки С. Рыбаков Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙендә (хәҙерге Учалы районы) булып, ҡурайсы-йырсылар Ислам Моратов, Лоҡман Кәлимуллин, Мирсәйет Мәғәсүмов һәм сәсән-скрипкасы типтәр Мәғәфүр Бәшәровтан утыҙҙан ашыу йыр-көй өлгөһөн яҙып алған һәм үҙенең китабына индереп ебәргән. Был хеҙмәттең әһәмиәтен Мәүлит Ямалетдин көнсығыш табын ырыуҙары вариҫтарының ул замандағы мәҙәни-рухи кимәлен, музыкаль традицияларын асығыраҡ төҫмөрләргә ярҙам итеүҙә күрә.
Шул уҡ бүлектә шиғриәткә, йор һүҙгә маһирлығы менән замандаштарынан айырылып торған Хәҙисә Күсәбаева, күңелендә халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәрен һаҡлаусы Спартак Ильясов тураһында ла йөкмәткеле мәғлүмәт бирелгән.
Икенсе бүлек халыҡ ижадының бер төрө булған художестволы үҙешмәкәрлеккә арналған. Автор уның илдә, республикала һәм районда 1920 йылдарҙан нисек башланып китеүен, репертуарҙарында агитация характерындағы тамашалар (әҙәби монтаж, концерт номерҙары, спектаклдәр) күпселекте тәшкил итеүен, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төп урынды хәрби-патриотик тематика биләүен, 1945 йылда БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә мәҙәни-ағартыу учреждениелары эше буйынса идаралыҡ ойошторолоуын (хәҙерге Республика халыҡ ижады үҙәге), республикалағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән халыҡ таланттарының һәм үҙенсәлекле коллективтарҙың ысын-ысындан күтәрелеше уҙған быуаттың етмешенсе йылдарына тура килеүен түкмәй-сәсмәй уҡыусыға еткерә алған. Учалы районында художестволы үҙешмәкәрлектең өр-яңы үҫеш алыуы һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Халыҡ таланттарын табыуҙа һәм уларҙы сәхнәгә ылыҡтырыуҙа республика һәм район кимәлендә уҙғарылып тороусы төрлө конкурстар һәм смотрҙар мөһим роль уйнай. Мәүлит Ямалетдин илленсе йылдарҙағы художестволы үҙешмәкәрлек смотрҙарында ҡалҡып сыҡҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов, төрлө ҡош-ҡорт тауышына оҡшатып һыҙғырыуға эйә булған Тәүхит Мөхәмәҙиев, төрлө йорт хайуандарының һәм ҡош-ҡорттоң, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарының (трактор, сепаратор һ.б.) тауыштарын эләкләгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәкил Ғәтиәтуллин, Бөтә Союз һәм Рәсәй смотрҙарында лауреат исемдәре яулаған, сит илдәрҙә гастролдәрҙә булып, репертуарына ҡырҡҡа яҡын төрлө милләт бейеүҙәрен индергән “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм уның быуын-быуын алмашынып килгән талантлы бейеүселәре хаҡында илһамланып, яҡташтары өсөн ғорурланып, гәзит-журнал материалдарына таянып ғәҙел һүҙ йөрөтә, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлаған бар ҡурайсы, йырсы, бейеүсе һәм артистарҙың исем-фамилияларын иҫкә ала, уларҙы мәңгеләштереп, килер быуындарға эстафета итеп тапшыра. Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге янындағы агитбригада эшмәкәрлеге лә ҙур сағылыш тапҡан. Райондың төрлө ауылдарында концерттар менән даими сығыш яһаған агитбригада һәр ерҙә көтөп алынған ҡунаҡ була.
Китаптың авторы өс йыл эсендә (1992 — 1995) халыҡтың һөйөүен һәм хөрмәтен яулап өлгөргән “Дәүер” вокаль-инструменталь ансамблен дә урап үтмәй. 2000 йылда Учалы ҡала филармонияһы янында барлыҡҡа килгән “Хазина” фольклор ансамбле, ҡала һәм райондың һәүәҫкәр артистарының “Уралым” йыйылма фольклор ансамбле уңыштарына ла китабында лайыҡлы урын бирә.
Өсөнсө бүлек Башҡортостандағы һәм Учалы районындағы китапханалар эшмәкәрлегенә арнала. Районда китапханалар ойоштороу эше ХХ быуаттың утыҙынсы йылдарында йәнләнә. Иң тәүге белем усағы — Ахун ауыл китапханаһы. Етмешенсе йылдар аҙағында Учалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы барлыҡҡа килә һәм уның китап фонды 1982 йыл мәғлүмәттәре буйынса 3 миллион 766 мең дана тәшкил итә. Бөгөн иһә китапханаларҙы электрон вариантҡа күсереү мәшәҡәте тора. Халыҡтың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә арыу-талыуҙы белмәгән фиҙакәр китапханасыларҙы автор оло һөйөү менән иҫкә алған һәм уларҙың ныҡышмалы, эҙмә-эҙлекле көндәлек хеҙмәтен ҙур иғтибар менән яҙып үткән.
Учалы колхоз-совхоз театрының ойошторолоу сағы РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Булат Имашевтың һәм уның ҡатыны — ул саҡтағы БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғәлиә Имашеваның (Арыҫланова) исемдәренә барып тоташыуы, 1970 — 1980 йылдарҙа Булат Имашев ойошторған театр нигеҙендә барлыҡҡа килгән Учалы халыҡ театрының сәскә атыуы, Һәйтәк, Комсомол, Ҡорама, Юлдаш халыҡ театрҙарының уңышлы эшмәкәрлеге дүртенсе бүлектә бәйнә-бәйнә тасуир ителә.
Китаптың бишенсе бүлеге кино сәнғәтенә бағышлана. Учалы районында кино сәнғәтенең пәйҙә булыуы 1930 йылдарға тура килә. Ҡала һәм район киноселтәренең беренсе директоры — Мәүлит Йосопов.
Учалы ҡалаһы һәм районының профессиональ музыка сәнғәтенә алтынсы бүлектә китаптың ярайһы уҡ ҙур өлөшө бирелгән. Был тәбиғиҙер тип уйлайым, сөнки таланттар тиктән-тик кенә балҡып сыҡмай, уларҙы бала саҡтан тәрбиәләргә кәрәк. Автор, ғәҙәттәгесә, тәүҙә Башҡортостандағы музыка сәнғәтенең үҫешенә байҡау яһай һәм һуңынан Учалы ерендәге балалар музыка мәктәптәренә, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына, Учалы муниципаль филармонияһына ойошторолоу саҡтарынан алып, матди-техник базаны булдырыусы һәм коллективты ойоштороусы беренсе директорҙан башлап, бөгөнгө көндә эшләгән етәкселәрҙең, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың яулаған еңеүҙәре менән исем-фамилияларына тиклем китапҡа индереп, профессиональ күҙлектән тулы анализ бирә. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки китаптың авторы Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдинов — үҙе профессиональ музыкант, яҙыусы һәм ғалим.
Был урында шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: 1991 йылда училищела башҡорт фольклоры бүлеге асыла. Уның барлыҡҡа килеүендә ул дәүерҙә Мәүлит Ямалетдин етәкләгән “Ирәмәл” башҡорт халыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеге бик ҙур роль уйнай. Был бүлек бөгөн “Башҡорт музыкаһы” һәм “Хореография” тигән ике тармаҡҡа айырылған. Уларҙың эшмәкәрлеге, уҡыусыларҙың төрлө кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуы, “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең районда ғына түгел, республикала, илебеҙҙә һәм донъяла киң билдәле булыуы училищеның мәртәбәһен, абруйын арттыра ғына.
Китапта халыҡтың тарихын, матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡыларын туплау, һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыуҙы тормошҡа ашырыусы музейҙарға ла урын бирелгән. Мәүлит Ямалетдин донъяла тиңе юҡ Францияның Луврынан алып, Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы һәм ғорурлығы булған Третьяков галереяһы менән Эрмитаж тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә. Башҡортостандың Милли музейы менән М.В. Нестеров исемендәге художество музейына (филиалдары менән) ныҡлап туҡталып китә. Шунан һуң ғына Учалы төбәгендә музей ойоштороу эшенә күсә.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы тураһында ла мәғлүмәт байтаҡ, Учалы төбәгендәге әҙәби үҫеш тарихы ла тасуир ителә. Ул Сергей Рыбаковтың башҡорт уҡытыусыһы Зариф Ибраһимовтан яҙып алған өлгөләренән алып, “Йәш ҡәләм” әҙәби түңәрәгендә (етәксеһе Әсмә Мөслимова) шөғөлләнеүселәрҙең “Шахта байрағы”, “Ударсы”, “Сталин байрағы” гәзиттәре битендә донъя күргән тәүге шиғырҙары, 1960 — 1970 йылдарҙа республика кимәлендә танылыу яулаған Учалы яҙыусылары Мөхәммәт Хәйҙәров, Ғәзим Аллаяров, Нәжибәк Хафизовтарға алмашҡа ҡеүәтле тулҡын булып Рәмзилә Хисаметдинова, Әлмирә Әбүзәрова, Флүзә Әхмәҙиева, Вил Ғүмәров, Гүзәл Ғәлиева һәм башҡаларҙың ижады менән характерлана.
Мәүлит Ямалетдин “Учалы төбәгенең рухи культураһы” тигән китабын учалылар өсөн генә яҙмаған, уны Башҡортостанда йәшәгән хәҙерге быуын вәкилдәренә лә арнаған. Ул хеҙмәттән сәнғәт буйынса район менән республика кимәлендә генә түгел, ә илебеҙ һәм донъя мөхитендәге мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин. Хәҙерге быуын уҡытыусыларына, уҡыусыларына һәм, ғөмүмән, мәҙәниәт һөйәрмәндәренә был бик кәрәкле ҡулланма буласаҡ.
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,
Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872