Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шишмәләр ҙә бында көлөп тора
Шишмәләр ҙә бында көлөп тораҺуңғы йылдарҙа теге йәки был район биләмәһенә ингәндә "Тыуған ерем — алтын бишек", "Эскән һыуыңа төкөрмә" кеүек саҡырыуҙарҙы йыш күрәбеҙ. Уйландырта бындай һүҙҙәр, хатта Ер-әсәбеҙ үҙе өндәшкәндәй тойола. Үкенескә ҡаршы, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауҙан, байлыҡтарын әрәм-шәрәм итмәй йәшәүҙән алыҫбыҙ әле. Быйылғы йылдың республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы исеме аҫтында үтеүе лә юҡҡа түгел, Башҡортостан тәбиғәтенең һәр мөйөшөн һәм байлығын ҡурсалауға йәнә бер саҡырыу ул. Шуны яҡшы аңлаған, башҡаларға өлгө күрһәткән төбәктәр, һөйөнөскә күрә, арта. Илеш районына сәфәр ҡылғанда ла шишмәләргә һәм ҡоҙоҡтарға ысын хужаларса ҡараштың матур үрнәге менән осраштыҡ.

Эсәр һыуға ҡытлыҡ булмаһа ла...

Был төбәктә эсәр һыуға, йылға-күлдәргә ихтирамды тәү ҡарауға ябай ғына саралар ярҙамында уяталар. Биләмәләге һәр шишмә һәм ҡоҙоҡто таҙартыу, кәртәләү менән генә сикләнеп ҡалмағандар, ә изге һәм күркәм урынға әүерелдергәндәр. Хәҙер милли йолалар уларҙың эргә-тирәһендә атҡарыла, туй ваҡытында килендәргә һыу юлы күрһәтеп тә шунда киләләр, ауылдаштар ҙа күркәмләнгән шишмәләр янында, үҙҙәре эсеп үҫкән һыуҙан фатиха алып осраша. Ғөмүмән, ауылдарҙың бер мәҙәни үҙәгенә әүерелдерелә.
Илештәр быға тиклем дә шишмә һәм ҡоҙоҡтарҙы тәртиптә тотоп, тирә-яғын төҙөкләндереп килгән. Быйыл эште тағы ла йәнләндереү маҡсатында конкурс иғлан иткәндәр. Ошо сараны атҡарыуға район ҡаҙнаһынан 300 мең һум аҡса бүленгән. I урынға — 120 мең, II урынға — 100 мең, III урынға 80 мең һум вәғәҙәләп, дәррәү изге эшкә тотонолған. Кемдең һыр биргеһе килһен инде! Һәр ауыл хакимиәте һынатмаҫҡа тырышҡан. Иң мөһиме — халыҡтың үҙе йәшәгән еренә мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Конкурсҡа йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе һабантуйҙа тәбрикләгәндәр. Беренсе урынға Шәммәт ауылындағы Әнсәф шишмәһе лайыҡ булған. Атамаһына килгәндә лә тәрән уйланылған — Афған һуғышында һәләк булған егеттең исеме халыҡ хәтерендә шулай мәңгеләштерелгән. Гремучий Ключ ауылындағы Сөләймән шишмәһенә — икенсе, Рсайҙағы Алһыу ҡойоһона өсөнсө урын бирелгән. Был ауыл хакимиәттәре бүләк аҡсаһын киләһе йылда йәнә һыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн тотонмаҡсы.
— Илештәрҙең шишмәләргә иғтибар арттырыуы һис кенә лә төбәктә һыуға бәйле проблема бар тигәнде аңлатмай, — ти район Советы секретары Игорь Никифиров.
Шөкөр, республиканың ҡайһы бер төбәктәрендәге кеүек был яҡтарҙа эсәр һыуға ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Әлеге сара иһә — киләсәкте хәстәрләүҙәре, алға ҡарап эш итеүҙәре.
Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыуға йыл да район ҡаҙнаһынан байтаҡ күләмдә аҡса бүленә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда 125 километр оҙонлоғонда торбалар яңыртылған, ә быйыл ошондай эш 24 километрҙа атҡарылған. Шулай уҡ һыу йыйғыс һигеҙ башня ҡуйылған, артабан да уларҙы алмаштырыуҙы дауам итмәкселәр.
— Йәй ҡоро килгәндә, билдәле, һыу ҡулланыу бермә-бер арта. Шуға бер урамдағы колонкаларҙа тәүлек әйләнәһенә һыу булһа ла, бейегерәк урындағыларына барып етмәгән саҡтар ҙа бар. Әйткәндәй, хәҙер күптәр үҙ ихатаһында ҡойо ҡаҙҙыра. Ҡайһы берәүҙәр һыуҙы урамдан йортона индерә. Бындай осраҡта торбалар түләүһеҙ ҡайтарып бирелә, ер ҡаҙған өсөн генә үҙ кеҫәһенән аҡса сығаралар.
Эсәр һыуҙың сифатына хәүефләнерлек түгел. "Роспотребнадзор" белгестәре даими тикшереп тора, тынғы бирмәй, талап ҡаты, — ти Игорь Владимирович.

Дөмәйҙәр эскелекте өнәмәй

— Был ауыл халҡы дәртле һәм әүҙем булыуҙары менән айырылып тора, матур йәшәйҙәр, — тип һүҙен дауам итте район Советы секретары. — 200-гә яҡын йорттан торған Дөмәйҙә дөйөм белем биреү мәктәбе, клуб, медпункт бар. "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ҡушылыуҙы март аҙағында мәктәп коллективы, ауылдың имамы һәм халҡы бергә йыйылып хәл итте. Хәҙер һынатмаҫҡа иҫәптәре, байтаҡ сара ойошторолдо ла инде. Әүҙемлектәре клуб мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена менән ауыл хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған социаль өлкә хеҙмәткәре Илдар Шәрәфетдиновтарға ныҡлы бәйле тиер инем.
Минеңсә, эш бәйгенең еңеүсеһе булыу-булмауҙа ғына түгел, ә матур йәшәргә ынтылыуҙары һәйбәт. Былтыр республика конкурсында Рсай ауылы ҡатнашып, өлгө күрһәткәйне, призға лайыҡ булды. Дөмәй халҡы ла һынатмаҫ, тип уйлайым.
Ғөмүмән, ауыл кешеһе матур һәм етеш йәшәргә тырыша. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр арта. Районда биш меңләп умарта бар, урманлы төбәктәрҙәге менән сағыштырғанда күп түгел, шулай ҙа йәштәрҙең дә тәүәккәлләп тотоноуы һәйбәт. Табышлы тармаҡ ул, ҡайһы берәүҙәр бал һатып йылына хатта 100 мең һум килем ала. Уртаса иҫәпләгәндә лә, мәлендә ҡулдарына 40-50 мең һум инә. Күпләп мал-тыуар аҫраусылар ҙа етеш йәшәй. Йәй һөт тапшырып, аҡса туплайҙар. Мәҫәлән, былтыр дүрт ауыл халҡы 7 миллион һумлыҡ һөт һатты. Бик ҙур килем бит был! Шуға ла еңел машина, заманса көнкүреш техникаһының һаны арта. Һөттө ситкә оҙатмайбыҙ, үҙебеҙҙә ике ойошма ҡабул итә. Икәү булғас, конкуренция ла бар. Үрге Йәркәйҙәге баҙарҙа ит һатыуҙы ла юлға һалдыҡ, алдан сиратҡа яҙылып, тәғәйен көндө генә киләләр. Һөҙөмтәлә тауар ҙа үтә, хаҡы ла төшмәй. Ауыл халҡы пай ерен колхоздарға тапшырҙы, ә улары, килешкәнсә, һалам, ашлыҡ бирә, ергә һалымды түләй. Хәҙер ауыл ерендә лә көнкүреш шарттары һис тә ҡаланыҡынан кәм түгел, сөнки тырыша халыҡ, үҙ йүнен үҙе күрергә өйрәнеп бара. Тик ҡайһы бер урында әүҙемлек етешмәй. Шуға ла ныҡышмалыраҡ булыуҙарын һәм ер-һыуы өсөн яуаплылыҡ ала белеүҙәрен теләр инем.

Старосталар — шәп Ярҙамсылар

Ауылдарҙың көнитмеше, нигеҙҙә, шул төйәктә ғүмер итеүселәрҙең үҙҙәренә бәйле. Игорь Владимирович быға үҙе байтаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгәндә ныҡлы инанған. Старосталар институтын булдырыуҙы хупларға ғына кәрәк, тип иҫәпләй ул.
— Хәҙер бер ауыл хакимиәтенә 5-6, хатта 7-9 ауыл ҡарай. Ә башлыҡҡа көн дә һәр береһенең хәл-әхүәлен белешеп тороуҙан тыш, байтаҡ мәсьәлә менән осрашырға тура килә. Бына шул саҡта старосталарға таяна ла. Халыҡ үҙе ышаныс күрһәтеп һайлағас, барса проблемаһын улар аша еткерә. Һөҙөмтәлә әллә күпме матур башланғыс дауам итә. Шулай уҡ зыяраттар кәртәләнә, һыу буйҙары тәртипкә килтерелә, ағас ултыртыла. Мал көтөү, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу кеүек сараларҙы, юлдарҙы таҙартыуҙы һәм өмәләр ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашалар.
Хәйер, старосталар институтын индереү ҙә халыҡтың әүҙемлеген арттырыу маҡсатында ине бит. Әйткәндәй, беҙҙә зыяраттар тәртипкә килтерелеп бөттө тиерлек.
Район биләмәһендәге 87 ауылда ла староста бар, һәр береһе сходта һайланған. Ҡулынан килерҙәй, һүҙе үтерҙәй ошо әүҙемдәрҙең араһында ябай эшселәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Илфаҡ Солтанов ғүмер буйы шофер, Әхмәтнур Харрасов бригадир ярҙамсыһы булып эшләгән. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдаштарының күңеленә юл таба беләләр.

Талаптары ла артты

Баҙытамаҡ ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Мөсәбировты минутын биш итерҙәй сағында тап иттек. Уның шулай буласағы ауылға ингәндә үк аңлашылғайны инде. Берәүҙәр мәктәп ҡыйығын ябыу менән мәшғүл, биләмәләге бер нисә ауылда һыу торбалары алмаштырыла. Шулай, әллә күпме ергә өлгөрәһе, район хакимиәтендәге кәңәшмәгә лә бараһы бар... Телефоны ла ял белмәне, әле район үҙәгенән, әле ауылдарҙан шылтыраталар.
Баҙытамаҡ ауыл биләмәһе районда иң ҙурҙарҙан һанала, уға эреле-ваҡлы ун ауыл берләшкән. Электән көслө хужалыҡ булыуы тәүләп килгән кешенең дә күҙенә шундуҡ ташлана. Халҡы ла заман шауҡымына эйәрмәгән, хужалыҡтың исемен элеккесә ҡалдырған. Бының менән, бәлки, улар игенсенең төп асылын, ер кешеһенең тәғәйенләнешен юғалтмау кәрәк тип иҫәпләгәндер.
Айҙар Мөсәбиров бына ошо биләмәләге ауылдарға күҙ-ҡолаҡ, етәксе, йәғни ике меңләп кеше өсөн яуаплы. Вазифаһына ингән эштәрҙе һанауы ғына еңел, уларҙың һәр ҡайһыһын хәл итеү, ваҡытында сара күреү ҙә, һәр ҡайһыһының холҡона түҙергә лә кәрәк әле.
Хакимиәт башлығы ауылдарҙың ҡартайыуына борсола, сөнки һаман да йәштәрҙең күбеһе тыуған ерендә донъя ҡорорға ынтылып тормай. Улар ҡалмағас, билдәле, мәктәптәрҙә уҡыусылар һаны кәмей. Эш юҡ түгел, йүнселдәр ҡайҙа ла йүнен таба. Мәҫәлән, 12 меңләп сусҡа аҫралған комплекста 100-гә яҡын кеше эшләй. Шәхси ихатаһында мал-тыуар ишәйтергә мөмкинлек арта.
— Эшләйем тип атлығып торған кешене хуплайбыҙ ғына. Крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороусыларға — "йәшел ут". Субсидия алып, мал ишәйтәләр, техникалы булалар. Бесәнлек кәрәкһә лә, ҡуртымға ер алам тиһәләр ҙә, баш тартмайбыҙ. Ауыл кешеһе өсөн төп йәшәү сығанағы шул ер менән мал бит. Әле ошо биләмәлә йәшәүселәр көнөнә 12 центнер һөт һата. Мәҫәлән, Рифат Закировтың ҡураһында 7-8 баш мал, һәм ул көн дә бер центнерҙан ашыу һөт тапшыра. Зөлфиә Зайлалова ишле мал да ҡарай, халыҡтан һөт тә йыя. Фәйҙәс Хәтмуллин менән Илшат Шәйхетдинов үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙы ла эшле итте.
Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ, йәштәр ҡалһын ғына. Мәҫәлән, йыл да бер ауылда һыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Кем өсөндөр, бәлки, эш яй барған һымаҡ тойолалыр, әммә туҡталып торғаны юҡ. Быйыл Иҫке Нәҙер ауылында тамамланыҡ, ҡалғандары өсөн проект әҙерләнә. Торбалар район хакимиәте ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алына, юлдар ҙа төҙөкләндерелә.
Ауылдарыбыҙҙың күркәмләнеүен күреп, күңел һөйөнә. Халыҡтың әүҙемлеге арта башлауы ла һәйбәт. Бигерәк тә старосталар ҙур таяныс. Мәҫәлән, Нәҙерҙән — Риф Әхмәтшин, Әтәстән — Рәзиф Әкрәмов, Татар-Мәнәүезенән — Рәйес Әхмәтов, Ташкисеүҙән — Вадим Шәйәхмәтов, Бәләкәй Тәжәйҙән Резеда Ғибаҙуллина һәм башҡалар менән ауылдарҙың йөҙөн һаҡларға тырышабыҙ. Староста итеп иң әүҙемдәр күрһәтелде, исем өсөн генә түгеллектәрен атҡарған эштәре үк раҫлай. Әйткәндәй, халыҡтың талабы ла йылдан-йыл арта. "Законды яҡшы беләбеҙ", — тип кенә ебәреүселәр ҙә бар. Мәсеттәр асылһа ла, әлегә унда йөрөүселәр аҙ. Ул да халыҡты берләштергән һәм аралаштырған урын бит. Тормош-көнкүреште яйға һалыу менән бергә, район күләмендә үҙебеҙҙе танытырға ла ынтылабыҙ. Мәҫәлән, "Иң матур ауыл" конкурсында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булдыҡ. Киләсәктә "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһенә ҡушылырға уйлайбыҙ, — тип уй-фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты биләмә башлығы.
Айҙар Хәнәфи улы менән осрашып-күрешкәндән һуң, "ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә" тигән әйтем иҫкә төштө. Һис тә юҡҡа түгел. Был төбәктә етеш һәм матур ғүмер итеү өсөн һәйбәт шарттарҙы күреүҙән, әлбиттә.

Хәҙер сүплектең әҫәре лә юҡ

Әтәс ауылының старостаһы Рәзиф Әкрәмовты ла күреп китергә булдыҡ. Айҙар Мөсәбировтың: "Уны һайлап яңылышманыҡ, ҡырыҫыраҡ холоҡло булһа ла, әүҙем, ныҡышмал, шуға ла ул ауыл өсөн күңел тыныс", — тип әйтеүе тыуҙырҙы ҡыҙыҡһыныуҙы.
Көн дә яуып аптыратҡан ямғырҙың туҡтап торған сағы ине. Шуға өйөндә булырмы, үҙенсәлеклерәк тә булғас: "Эш ҡалдыртып йөрөйһөгөҙ!" — тип һуҡранып ҡаршылауы ла бар, тигән икеләнеүҙе еңеп, Әтәскә юлландыҡ.
Ихлас ҡаршы алды Рәзиф Ғарифйән улы, һүҙҙәр ҙә тиҙ ялғанды. Ауылы яҙмышы өсөн уйланған, ата-бабаларыбыҙ төйәгенең киләсәге өсөн һыҙланған кешеләрҙең береһе булып сыҡты.
Әтәстә 100-ләгән йорт бар, әммә ауылда өлкән йәштәгеләр донъя көтә. Йәштәрҙең тыуған төйәгендә ҡалмауының һөҙөмтәһе шул: беренсе класҡа өс кенә бала барған. Быйылға сход йыйып, дүрт йыллыҡ мәктәпте яптыртмай ҡалғандар, киләһе йыл нисек булыр — билдәһеҙ.
Рәзиф Әкрәмовтың борсолоуҙары бының менән генә бөтмәй. Ғүмер буйы ошонда йәшәп тә, халыҡтың ер-һыуына хужаларса ҡарамауы аптырата уны.
— Бесәнгә йәки бөрлөгәнгә бара башлаһалар, юл буйына ташлап китер өсөн тоғона һалып, сүп-сарын да алалар. Зыярат — изге урын. Әммә уның эргә-тирәһе сүплеккә әйләнгәйне, әруахтәр алдында йөҙ оялырлыҡ ине. Йылдар буйы ғәҙәткә ингән йүнһеҙлекте йүгәнләүе еңел булманы. Шулай ҙа хәҙер хәл үҙгәрҙе. Йылға-күлдәрҙең ҡороуына ла артыҡ борсолған кеше юҡ ине. Аптырарһың, еләк тә йыйғылары килә, бәшмәк тә кәрәк, саф һауала ял итергә лә яраталар, ә шуларҙы үҙҙәре үк тәләфләй, бысрата, ҡәҙерен ебәрә. Быйыл яҙ әллә нисә йыл ҡул теймәгән шишмәне таҙарттыҡ. Сыҡтылар өмәгә, бик ихлас эшләнек, аҙаҡ тәмле һыуынан ҡайнатып сәй эстек.
Ауылдағы һыу торбалары алмаштырыуҙы көтә, киләһе йыл планына инде, булыр тип вәғәҙә итәләр. Һүҙ юҡ, күрше-тирә ауылдарҙа бара был эш. Һыуға ихтыяж ҡайҙа ла һәм ҡасан да ҙур, мәҫәлән, янғын сыға-нитә ҡалғанда ла, мал-тыуар өсөн дә кәрәк. Шуға быуалар яһаныҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел муллабыҙ вафат булды, хәҙер мәсетебеҙгә уҡымышлы кеше кәрәк, берәйһен уҡытырға ебәрергә тип уйлайбыҙ. Клуб ябылды, эшләгән сағында сараларға инәлтеп кенә йыйылалар ине, хәҙер астырыуҙы һорайҙар, — тип борсолоуын еткерҙе әңгәмәсебеҙ.
Рәзиф Әкрәмовтың ҡустыһы Рабис Ғарифйән улы ярҙамында ярты быуатҡа яҡын сүп-сар түгелгән урынды бынамын тигән баҡсаға әйләндереүе үҙе бер тема.
Боҙоҡ техника ла ятҡан унда, хисапһыҙ тәгәрмәстәр ҙә ташланған, ауыл халҡы сүп-сарын түккән. Ана шул әллә нисәмә йыл буйы сүплек һаналған урынды таҙартып, ерен тигеҙләү өсөн тупраҡ һалып, бесәнлек яһаған һәм тирә-яғына алты-ете меңләп төп ағас ултыртҡан! Хәҙер ҡайын, миләш күкрәп үҫә. Әлбиттә, ерҙе үҙенә алып бесәнлек итеүе ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәгән, шуға ялыу яҙыусылар ҙа булған.
— Мал күп аҫрағас, бесән дә байтаҡ кәрәк. Йыл да сабынлыҡ эҙләп йонсойом. Шул саҡта килде ошо уй. Ауыл осондағы был урында колхоз, ғәҙәттә, борсаҡ үҫтерә ине. Атайым шуны бер көндә сабып бөтә торғайны. Зыяратҡа яҡын ғына урынлашҡан сүплекте күргән һайын Аллаһы Тәғәлә алдында оят ине. Ниңә шул ерҙе таҙартып, файҙаланмаҫҡа әле тигән уй килде. Биреүҙәрен һорап ғариза яҙҙым, әммә ризалыҡ ала алманым. Шулай ҙа изге ниәт булғас, бойомға ашты. Күп тә үтмәй, ергә ҡағылышлы яңы закон сыҡҡас, үҙҙәре үк алып эшкәртергә тәҡдим итте, — тип сүплек "тарихы" менән таныштырҙы.
Бесәнлек яһап, ағас ултыртып ҡына ҡалмай, ә ундағы шишмәне, тәрән соҡорҙо таҙартып, быуа ла яһап, хәҙер балыҡ үрсетә. Буш ваҡытында шунда ашыға, ҡармаҡ һалғанда, кинәнеп ял итә. Бының менән генә туҡтап ҡалғыһы килмәй әле старостаның, киләсәктә быуаға торба төшөрөп, янғын сыға-нитә ҡалғанда һыу алырға урын да әҙерләмәксе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521