Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырғыҙлының ырыҫ хикмәте
Ырғыҙлының ырыҫ хикмәтеБөрйәнемде моңдар иле, тиҙәр,
Был исеме күптән танылған.
Бында һәр бер үлән, һәр бер ағас
Моң сығара барып ҡағылһаң.

Йәнһеҙ тигән таштар йырлай бында,
Сал ҡаялар һуҙа йырҙарын.
Үҙҙәре бер моң сығара икән
Яландарым, урман ҡырҙарым...
Ырғыҙлы ауылына юл тотҡанда ошо шиғыр (уны Бөрйән ҡыҙы Мәҙинә Йәғәфәрова яҙған) күңел кисерештәренә юлдаш булып оҙата барҙы кеүек. Ысынлап та, бында һәр үлән, һәр ағас моң сығара, уй-теләкте, хистәрҙе тоя һымаҡ. Тау-ҡаялар иһә изге төйәкте, уның халҡын, күңелгә ереккән ябайлыҡты, ихласлыҡты заман шауҡымынан һаҡлап, ҡурсалап тора төҫлө.
Әммә... Бөрйән донъянан айырылмаған: уның, һәр урындағы кеүек, үҙ һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре бар.

Тарих һөйләй кеүек һәр ташы

Юлыбыҙ Аҡбулат тигән ер аша үтә. Элек бында ауыл булған, хәҙер ҡымыҙ фермаһы ғына бар. Райондағы шәхси эшҡыуар Шәрәфулла Ҡолһариндың Ырғыҙлының ырыҫ хикмәтетырышлығы менән бер нисә йыл элек асылған ул. Уңышлы ғына эшләй, тиҙәр. Һәр хәлдә, “Шүлгәнташ” мәмерйәһен күрергә юлланған берәү ҙә ферманы урап уҙмай, башҡорт халҡының ғорурлығы булған ҡымыҙҙан ауыҙ итә, шифалы эсемлекте күстәнәскә һатып ала. Тимәк, халыҡҡа ла отошло, эшҡыуарға ла файҙа.
Ферманың ҡаршыһына, Бабсаҡ бейҙең ҡәбере янына, мәсет төҙөп ҡуйғандар икән. Шәрәфулла Ҡолһарин был изге эште атҡарған эшҡыуар Марс Юлбарисовты ихтирам менән телгә алды. Ғөмүмән, тарих менән бөгөнгөнө иман, рух бәйләгәнен сағылдырыусы күркәм мөйөш булдырылған.
Беҙ юл тотҡан Ырғыҙлының да ошондай тамырлы, үҙенсәлекле төбәк булыуы мәғлүм. Һөйләүҙәренсә, XVIII быуатта Вознесенск заводы эшләй башлағанға тиклем үк бында аҫаба башҡорттар йәшәгән. Ситтәр килгәс, күптәре күсеп китергә мәжбүр булған.
Баҡыр иретеү заводын ниңә фәҡәт ошонда төҙөргә кәрәк булған һуң? Баҡтиһәң, элек был сәнәғәттә төп яғыулыҡ утын булған икән. Бөрйән еренең урманға байлығын әйтеп тораһы түгел. Ә мәғдәнде Ырымбур далаларынан ташырға тура килгән.
1753 йылда төҙөлә башлаған завод өс йылдан файҙаланыуға тапшырылған. Был ваҡытта Ырғыҙлыла 150 йорт иҫәпләнгән, меңдән ашыу кеше йәшәгән. Сит милләт вәкилдәре төбәктә тап ошо осорҙа ныҡлы төпләнеп ҡалған.
Завод 1774 йылда, Крәҫтиәндәр һуғышы мәлендә, Емельян Пугачев ғәскәрҙәре тарафынан емерелеүгә дусар булған, әммә ауыл йәшәүен дауам иткән. Әлбиттә, элекке кеүек гөрләп тормаған, шулай ҙа халыҡ тыныс ҡына үҙ көнөн күргән.
1911 йылда Ырғыҙлыла башланғыс мәктәп асылған. Унда күрше ауылдарҙан да йөрөп уҡығандар — төйәккә ҡайтанан йән инә башлаған.
Ырғыҙлының артабанғы яҙмышы, һәр ерҙәге кеүек, уҙған быуаттың ҡатмарлы, һикәлтәле осорҙары менән бәйле. Ниндәй генә һынау, ауырлыҡ тыумаһын, ауыл халҡы бөгөлөп төшмәгән, йәшәргә тырышҡан. Төрлө милләт вәкилдәре бер-береһенә терәк-таяныс булып, ҡул көсө менән дә, һүҙ аша ла ярҙам итешеп тормош көткән, телен, мәҙәниәтен ситкә типмәй, һаҡларға, үҫтерергә ынтылған. Бөгөн ошо тырышлыҡтың емешен татып, етешлектә ғүмер итә ырғыҙлылар. Күбеһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеп, башҡорт балының данын арттыра.
Әммә Ырғыҙлының көйөнөстәре лә бөтмәгән икән. Быны халыҡ менән осрашҡанда тойҙоҡ, ишеттек.

Бер күстән башланған муллыҡ

Ырғыҙлының ырыҫ хикмәтеАуыл ифрат матур ерҙә урынлашҡан. Бер яҡта — Лысая тауы, уға ҡаршы Ҡара кеше, Ташморон тауҙары теҙелеп киткән. Көньяҡтан ағып килеп ингән Ырғыҙлы йылғаһы ауылды икегә бүлеп үтә лә, мул һыулы Ағиҙелгә ҡушылып, юлын дауам итә. Ҡара урмандар, ҙур-ҙур яландар, бәләкәй аҡландар — тәбиғәт бындағы халыҡты бер ниҙән дә мәхрүм итмәгән.
Ауылға ингәс тә Әмир Һөйөшевтең йортона юлландыҡ. Уны — районда билдәле умартасыны — белмәгән, үҙен күрмәһә лә, оҫталығы хаҡында ишетмәгән Бөрйән кешеһе юҡтыр. Йәш сағында спорт менән ныҡлап шөғөлләнгән, атаҡлы һунарсы исемен алған асыҡ йөҙлө, алсаҡ, бал ҡорто кеүек тилбер ағай беҙҙе эш өҫтөндә ҡаршы алды.
— Йәйҙең һуңғы көндәре булыуға ҡарамаҫтан, ҡорттар һаман бал ташыу менән мәшғүл, — тип һүҙ башланы ул ҡәнәғәтлек менән. — Күрәһегеҙме: умартаға килеп ҡуналар ҙа эскә йыбырҙап ҡына инеп китәләр. Шулайтһа, бал алып килгән була. Сәскәнекен һаман ташыйҙар. Ғөмүмән, быйыл бал күп булды, бигерәк тә йүкәнеке мул йыйылды. Ҡайһы бер көслө ҡорттарым берәр феләккә еткерҙе. Ә бер күс хатта икәүҙе тултырҙы! Ҡорттарҙы эшләтә белергә кәрәк бит ул. Ҡайһы берәүҙәр уларҙың һүлпәнлегенә зарлана. Ғәйеп үҙҙәрендә: умартаны киңәйтеп, ҡорттарға эш өҫтәп тороу шарт. “Балда йөҙөп йәшәй” тип әйтеүе генә еңел ул, был шөғөл көн дә тырыш хеҙмәт, туҡтауһыҙ хәстәрлек талап итә.
Әмир Ширғәли улы Һөйөш тигән ауылда тыуған. Тәүҙә Бөрйәнгә, унан Мәләүезгә ҡараған, аҙаҡ Күгәрсен районына күскән был төйәк хәҙер инде юҡ. “Бөтмәгән булһа, барыбер һыу һаҡлағыс аҫтында ҡалыр ине... — Әмир ағайҙың тауышында һағыш тойғоһо һиҙелде. — Ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Ырғыҙлыға 1982 йылда физкультура уҡытыусыһы булып килгәйнем. Яҙмышымды ошо һоҡланғыс тәбиғәтле, бәрәкәтле ергә бәйләнем. Минән һуң атай-әсәйем дә, ҡустыларым да күсеп килде”.
Әмир Ширғәли улының ата-әсәһе әле лә Ырғыҙлыла гөрләтеп донъя көтә, 30-лап умарта тота икән. Ғөмүмән, был шөғөл Һөйөшевтәр нәҫеленә элек-электән һөйөклө булған. Заманында атаһы биргән бер күс — Әмир ағайҙың бөгөнгө мул тормошоноң нигеҙ ташы, тип әйтергә мөмкин.
— Тәүҙә, мәктәптә эшләгәс, ҡорттарҙы бигүк үрсетеп булманы, — тип хәтерләй умартасы. — Оҙаҡ йылдар 10 — 15 умартаға шөкөр итеп йәшәнек. Унан, балалар ҙурая, уларҙы уҡытыу өсөн бол кәрәк була башлағас, кәсепкә ныҡлап тотондом. Хәҙер инде, күреүегеҙсә, 100-ҙән ашыу умартабыҙ бар. Бал донъя көтөүҙең төп терәгенә әйләнде. Уны үҙебеҙҙекеләр генә түгел, сит райондарҙан, өлкәләрҙән дә килеп алалар. Күбеһен Бөрйән баҙарына сығарып һатам. Бөгөн-иртәгә Өфөгә һатыуға сығырға йыйынабыҙ.
Һөйөшевтәрҙең таҡта ярыу цехы, “Беларусь” тракторы, бер нисә еңел машинаһы бар — барыһы ла умартасылыҡта арымай-талмай шөғөлләнеү арҡаһында алынған. Әле Өфө дәүләт авиация техник университетының һуңғы курсында белем алған ҡыҙҙары Айһылыуға ла сит ил автомобиле алып биргәндәр.
— Улдарыбыҙ Илгиз менән Илмир иһә күптән уҡып бөттө, — ти Әмир ағай. — Икеһе лә яныбыҙҙа, ауылда ҡалыуҙы хуп күрҙе. Икешәр бала үҫтерәләр. Ырғыҙлының ырыҫ хикмәтеӨлкәненә ун баш умарта биргәйнем, хәҙер үҙе 20-гә еткерҙе. Уларҙы урманда тота. Гел генә барып ҡарап йөрөргә тура килә инде, ҡайһы берәүҙәрҙекенә айыу тейә башлаған, тиҙәр әле.
Йорт хужабикәһе Рәйсә Байрамғәле ҡыҙы матурлыҡ тыуҙырырға — баҡсасылыҡ, гөл үҫтереү менән шөғөлләнергә — әүәҫ. Тәҙрә төптәрендә, түтәлдәрҙә күҙҙе иркәләп, күңелде хушландырып үҫкән сәскәләр уның йөрәк йылыһынан яралған. Баҡсала шулай уҡ алма, ҡара миләш, мышар, йөҙөм ишелеп уңған. “Ҡайҙа барһам да төрлө үҫенте, орлоҡ алып ҡайтырға тырышам, — ти уңған хужабикә. — Быйыл үҙенсәлекле сортлы еләк алғайным — һаман емеш бирергә тырыша”.
Тормоштары шулай емешле, бәрәкәтле, күңелдәре бөтөн Һөйөшевтәрҙең. Ихаталарында йүгереп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре ошо матур һыҙаттарҙы күреп, күркәм тәрбиә алып үҫә.

“Ауылдың беҙҙең менән бергә ҡартайыуын теләмәйбеҙ!”

Һөйөшевтәргә йыраҡ түгел ауылдың иң оло кешеләре — Миңъямал менән Зекерйә Ғәлиндәр — йәшәй икән. Өлкәндәрҙең хәлен белеп сыҡмау йортҡа инеп тә, уның хужалары менән иҫәнләшмәүгә тиң.
Беҙҙе күптән көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡаршы алған инәй менән бабайҙың 80 йылдан ашыу ғүмере ошо ерҙәр менән бәйләнгән.
— Бабайығыҙ Мәҡсүт ауылынан булһа, мин — Ҡотандыҡы. Килгәндә күргәнһегеҙҙер: икеһе лә Ырғыҙлыға яҡын ғына, — Миңъямал инәй бабайы умарталарын ҡарап ингәнсе хәтер ебен һүтә торҙо. — Икебеҙ ҙә 1930 йылғы. Заманына күрә яҙмыштарыбыҙ ҙа оҡшаш. Бала сағыбыҙ һуғышҡа тура килгән быуын булараҡ, бәләкәйҙән ауыр эшкә егелеп үҫтек. Беҙҙең Бөрйәндә күберәк шул ағас менән булышырға тура килде инде. Йылғаларыбыҙ элек киң, мул һыулы ине. Йәшлегебеҙ Бетерәнән (Яңы Усман ауылы аша аҡҡан йылға), Ағиҙелдән ағас ҡыуыуҙа үтте. Һуғыштан һуңғы йылдар бигерәк ауыр булды шул. Әле иҫләйем дә, шул саҡта төп эшсе көс булған хеҙмәт кешеләрен, үҙебеҙҙең быуынды йәлләп, йөрәгем ҡыҫып-ҡыҫып ала, әсе йәшкә мансылам. Аслы-туҡлы, алам-һалам кейем менән һал ҡыуырға сығып китәбеҙ. Сабата тиҙ генә туҙа. Йәшлек — йәшлек инде: уны сисеп ташлайбыҙ ҙа ҡырсынташтан яланаяҡ йүгереп йөрөп эшләйбеҙ...
Миңъямал инәй менән Зекерйә бабай ағас ҡыуыуҙа баштан аҙаҡҡаса ҡатнашһа ла, бер-береһен белмәгән. “Ауыр эш мәлендә танышып, һөйләшеп йөрөргә әмәл дә булмағандыр инде”, — тип һығымта яһап ҡуйҙы умарталарын ҡарап ингән хужа.
Шулай ҙа яҙмыш уларҙы 19-20 йәшлек саҡтарында табыштырып ҡауыштыра. Мәҡсүттә төпләнгән йәш ғаиләлә бер-бер артлы биш бала донъяға килә. Мәктәп мәсьәләһенең киҫкенлеге һәр заманға хас: ауылдарында башланғыс кластар ғына булғанлыҡтан, Ғәлиндәргә күрше Ырғыҙлыға күсеп китергә тура килә.
— 1967 йылдан бирле ошонда көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятабыҙ инде, — ти Зекерйә ағай. — Мин ғүмер буйы ағас эше, төҙөлөш менән шөғөлләндем. Тәүҙә беҙҙә артель була торғайны. Шунда арба, сана һымаҡ кәрәк-яраҡ эшләнем. Артелде совхозға әйләндергәс тә был бурыстар иңдән төшмәне: мал һарайҙары, һауынсылар өсөн йорт төҙөүҙә ҡатнаштым, тәҙрә өрлөктәре, рамдар яһаным...
— Ҡулынан балтаһы төшмәне инде бабайығыҙҙың, — тип һүҙгә ҡушылды Миңъямал инәй. — Үҙе өндәшмәһә лә, ауылдағы иң оҫта төҙөүсе ул. Был шөғөлөнә күптәрҙе ылыҡтырҙы, хәҙер өйрәнсектәренең барыһы ла тиерлек һоҡланғыс йорттар төҙөп, матур тормош көтә. Бабайығыҙ — ауылда иң тәжрибәле умартасы ла. Был шөғөлдө Ырғыҙлыла иң тәүгеләрҙән булып башланы. Йәштәрҙең дә күбеһен ул өйрәтте. Әле һеҙ инеп сыҡҡан Әмир ҙә, йыш ҡына инеп, умарта яһау буйынса дәрестәр ала торғайны. Тиҙ генә отоп алды. Күңеле теләһә, бар нәмәне булдыра шул кеше: ана, хәҙер умарталарын ҡайһылай күбәйтеп ебәрҙе!
Инәй менән бабай әле лә ҡорттан өҙөлмәгән: баҡсаларында 30-ҙан ашыу умарта тоталар.
— “Йәш түгелһегеҙ, бер аҙ ҡыҫҡартһағыҙ ни була?” тип кәңәш биреүселәр ҙә бар. Балаларҙың да тел төбөнән шундай теләктәрен һиҙәбеҙ, — ти өлкәндәр. — Әммә умартаны бер ҙә кәметке килмәй. Ултырһын, ҡамасауламай бит. Кәметһәң, кәметеүгә китә ул. Ә беҙ — аслыҡты, етешһеҙлекте күреп үҫкән кешеләр — шуны беләбеҙ: булғанды һаҡларға, исраф итмәҫкә кәрәк. 80 йәште уҙһаҡ та, көс етерлек әле, дәрт тә һүнмәгән, умарта тоторлоҡ хәл бар. Хоҙай Тәғәлә булғанынан айырмаһын.
Инәй менән бабайға донъя көтөргә кинйә улдары Айрат та ярҙам итеп тора. Ул ата-әсәһенә күрше генә йәшәй. Быйыл өлкәндәрҙең йортона йылы һыу үткәреп биргән.
— Рәхәтлеге! — тип һөйөнә инәй менән бабай. — Ошондай матур тормошҡа ла килеп еттек бит, Аллаға шөкөр. Балалар, йәйгеһен дә ҙур йортта ғына йәшәгеҙ, бәләкәй өйгә күсенеп, ыҙалап йөрөмәгеҙ, тип әйтеп ҡуйһа ла, сыҡтыҡ. Бында уңайлы: өҫтәл тәҙрә төбөндә генә, сәйнүкте ҡайнатып алабыҙ ҙа ҡорттарҙы күҙәтә-күҙәтә сәй эсәбеҙ. Һәр береһенең тын алышын һиҙеп ултырабыҙ.
Шулай ҙа тыныс ҡартлыҡ кисереп, өй мәшәҡәттәре менән генә мәшғүл булып йәшәмәй Ғәлиндәр. Ырғыҙлының киләсәге лә уйландырмай ҡалмай уларҙы.
— Ауылыбыҙ, әлбиттә, ҙурайҙы, беҙ йәшәй башлағанда бындай уҡ түгел ине, — тип тағы хәтер ебен һүттеләр. — Быға ҡыуанабыҙ ҙа, шул уҡ ваҡытта заман үҙгәрештәренә ҡарап әсенеп ҡуябыҙ. Әйтәйек, әлегә ҡәҙәр беҙҙә стационар дауахана бар ине, күптән түгел уны ябып ҡуйҙылар бит. Фельдшерыбыҙ ҙа ярты ставкаға ғына эшләйәсәк, тиҙәр. Нимә булыр? Эй һәйбәт ине: үҙебеҙҙә булғас, дауаханала уйһыҙ ғына ятып та сыға торғайныҡ. Хәҙер ер аяғы ер башындағы район үҙәгенә нисек барырбыҙ? Бәләкәй балалылар ни эшләр? Беҙҙең тау-таш араһындағы юлдарҙан йөрөүҙең бәләһен үҙегеҙ беләһегеҙ. Дауахананың артынан мәктәпкә лә сират етмәһә ярай ҙа... Ауылыбыҙҙың беҙҙең менән бергә ҡартайыуын һис теләмәйбеҙ!
Ырғыҙлылағы белем усағына күрше ятҡан Мәҡсүттән, Ҡотандан йөрөп уҡыйҙар икән. Элек тә шулай булған. Ауыл хакимиәте башлығы Фәнир Нәҙир улының Ырғыҙлының ырыҫ хикмәтеәйтеүенсә, йыраҡтараҡ урынлашҡанлыҡтан, Мәҡсүт уҡыусылары интернатта йәшәй, ялға ғына ҡайта, ә ҡотандарҙы көн дә автобус йөрөтә. Уҡыусылар етерлек, шунлыҡтан әлегә Ырғыҙлы мәктәбе ябылыр йәки статусы үҙгәртелер тип бошонорға урын юҡ.
Миңъямал инәй менән Зекерйә бабайҙы тағы ла бер мәсьәлә борсой: ауылда мәсет юҡ. “Етеш йәшәгәндәр күп, араларынан берәйһе иман йорто төҙөп ултыртһын ине ул, — тигән теләк белдерә өлкәндәр. — Гәзиттәрҙә уҡып торабыҙ: башҡа ерҙәрҙә шулай эшләйҙәр бит. Беҙҙә, әлбиттә, мосолмандар ғына йәшәмәй, башҡа халыҡтар ҙа байтаҡ. Арғы яҡ урамда сиркәү кеүек нәмә төҙөй башлағайнылар, ниңәлер уны ла туҡтатып ҡуйҙылар. Күптән түгел күрше Ҡотанда мәсет асылғанына шул ҡәҙәр ҡыуандыҡ. Ураҙа ғәйетенә күптәр шунда барҙы. Иман йортонда ике мулла бар, эштәренән барыһы ла ҡәнәғәт, Аллаға шөкөр. Үҙебеҙҙә лә, мәсет булмаһа ла, аяттар, ҡорбан аштары уҙғарабыҙ. Был йәһәттән күберәк йәштәрҙең ихлас булыуы һөйөндөрә. Беҙҙе, өлкән йәштәгеләрҙе, бындай сараларҙан ҡалдырмайҙар, урыныбыҙ һәр саҡ түрҙә”.
Урыҫтар ҙа йолаларын һаҡлай, үҫтерергә тырыша бында. Ғөмүмән, һәр кеше, ниндәй генә милләттән булмаһын, татыулыҡҡа, күңел тыныслығына ынтылып йәшәргә тырыша. Ғүмер буйы төрлө халыҡ вәкилдәре араһында йәшәп, шуға инанған Ырғыҙлы башҡорттары: бер-береңдең йолаларына, ғөрөф-ғәҙәтенә иғтибарлы, ихтирамлы булырға кәрәк. Шунда үҙеңде лә, телеңде лә, милләтеңде лә хөрмәт итерҙәр.
“Беҙҙең Ырғыҙлы урыҫтары — ифрат һәйбәт, киң күңелле, алсаҡ, ихлас кешеләр. Ана, аръяҡтағы Наталья менән Николайға инеп сығырһығыҙ әле. Үҙ башҡортоң кеүек улар!” — тип оҙатып ҡалды Ғәлиндәр.

Николай ағай борсолмай

— Николай ағай, һаумы! — ауыл хакимиәте башлығы йыраҡтараҡ картуф баҡсаһын йүнәтеп йөрөгән хужа менән ҡысҡырып иҫәнләште. — Һиңә килгәйнек.
— Инә тороғоҙ, әбей өйҙә!
— Әбей тисе, ҡарт икән тип уйлар кеше, — асмалы тәҙрәнән Натальяның тауышы ишетелде.
Симоновтарҙың саф башҡортса, хатта бөрйәнсә һөйләшеүе ифрат ҡыҙыҡ булып тойолдо, шунда уҡ күңелдә был кешеләргә ҡарата хөрмәт тойғоһо уянды.Ырғыҙлының ырыҫ хикмәте
Йорт хужаларының икеһе лә Ырғыҙлыла тыуып үҫкән, ата-әсәләре лә ошонан икән.
— Беҙҙең мәктәпкә элек-электән Ҡотан, Мәҡсүт, Аҡбулат балалары йөрөп уҡыны, — ти хужабикә. — Барыһы ла башҡортса һөйләшкәнлектән, телде тиҙ өйрәндек. Улар беҙҙән урыҫсаны үҙләштерҙе. Милләт айырыу юҡ беҙҙә.
Симоновтар ике ул, бер ҡыҙ үҫтергән. Улар барыһы ла мәктәптән һуң һөнәри белем алып, ситтә эшләп йөрөй.
Ата-әсә иһә ғүмер буйы урындағы дауаханала хеҙмәт иткән. Уның ябыласағы тураһындағы хәбәрҙе хужа бигүк борсолоу менән ҡабул итмәй:
— Ярай, шулай кәрәк булғандыр, ни хәл итәһең. Умартаны күбәйтергә тура килер инде. Теләк кенә кәрәк, гөрләтеп йәшәргә була!
* * *

Бөрйәндә гел башҡорттар йәшәй тип күҙ алдына килтерә ситтәгеләр. Ысынлап та, бүтән төбәктәр менән сағыштырғанда, район халҡының күпселеген аҫаба милләт вәкилдәре тәшкил итә. Ә беҙ барған Ырғыҙлы ауылы миҫалында башҡорттоң башҡалар менән дә үҙенекеләр араһындағы кеүек татыу, берҙәм, һис зарланмай, һуҡранмай йәшәүенә инандыҡ. Ошондай бәрәкәтле төйәк республикабыҙға бик күп шәхес бүләк иткән. Араларында ғәмәлдәге министрҙар Әминә Шафиҡова менән Рәмил Исҡужин да бар — бала сағында улар Ырғыҙлыла йәшәп киткән. Күп милләтле республика халҡына аҡыл менән идара итеү, уларҙы толерантлыҡҡа, татыулыҡҡа, бәхетте тырыш хеҙмәт менән яуларға ынтылдырыу кеүек ҙур бурыстарға нигеҙ тап Ырғыҙлы кеүек ябай, әммә бөйөк төпкөлдәрҙә һалыналыр.

Фәнүр ВАХИТОВ, Ҡырмыҫҡалы районы:
— Ырғыҙлыла, ысынлап та, егәрле, бирешмәҫ халыҡ йәшәй. Ҡысҡырып, күрһәтеп йөрөмәһәләр ҙә, беләм: күбеһе бай һәм был уңышты тырыш хеҙмәт аша яулай. Элегерәк, хәтеремдә: умартасылыҡ менән шөғөлләнгән бер ағай ғаиләһендәге һәр кемгә еңел автомобиль алып биргәйне. Заманы ниндәй ине бит әле: уҙған быуаттың 90-сы йылдары! Бынан тыш, уның йөк машиналары, таҡта ярыу цехы булды, мул, етеш йәшәне. Шундай ғаиләләр байтаҡ Ырғыҙлыла. Әле лә барғанда күреп торам: урамда эшһеҙ, юҡты бушҡа ауҙарып, эсеп йөрөгән кеше юҡ. Ә бит бөгөнгө ҡатмарлы мәсьәләләр уларҙы ла урап уҙмай. Әммә Ырғыҙлы халҡы һыҡтамай, ҡайғыһын ҡайһы берҙәр кеүек эсеү менән баҫмай, киреһенсә, тыныс ҡына үҙ көнөн күреү өҫтөндә. Төрлө милләт вәкилдәре йәшәүгә ҡарамаҫтан, ыҙғышып, талашып йөрөгәндәрен ишеткәнем юҡ, бындай түбәнлектәрҙән өҫтөн улар. Ғөмүмән, Бөрйәндең төпкөлөндә ятҡан Ырғыҙлыны республиканың күп ауылына өлгө итеп ҡуйырға була. Тырышһаң, бер ни ҙә ауыр түгел тигән принцип менән йәшәй улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ильвир
    Ильвир от 06.09.2013, 20:14
    Бөрйәндәге һәр бер ауыл тураһында шулай маҡтап яҙырлыҡ. Ә Ырғыҙлы өсөн ҙур рәхмәт!

  2. Саръян
    Саръян от 09.09.2013, 09:29
    Гәзиттә күберәк яҙһағыҙ ине ауылдағы бизнесмендар тураһында. Ауыл бөтә тигән булалар, ә улар ҡалалағынан байыраҡ йәшәй бит ул.

  3. Илсиә
    Илсиә от 09.09.2013, 09:40
    Бал ҡорто кеүек тырыштар улар Бөрйән башҡорттары! Шунда тыуған министрҙар ярҙам итеп, мәсетен дә, клубын да төҙөп ултыртһалар, ауылды мәҙәни үҙәк итеп ебәрергә мөмкин булыр ине. Туризм өсөн дә файҙа булыр ине.

  4. Алина
    Алина от 09.09.2013, 20:32
    Бөрйэндэрҙе бөрйәндәр яҙа. Белореттарҙы ла яҙырға ине.Беҙҙә лә маҡтарлыҡ халыҡ бик күп






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872