Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сифат бар ерҙә бәрәкәт була
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Әл-хәмдү лил-ләһ, Исламда таҙалыҡҡа, төҙөклөккә ҙур әһәмиәт бирелгән. Мосолмандың күңеле пак һәм саф, кейеме, йорто, ишек алды күркәм, йыйнаҡ булырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә шуға саҡырған. Таҙа, төҙөк ерҙә сәләмәтлек була, ә әҙәм балаһының һаулығы Исламда иң юғары урынға ҡуйылған. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йорттарҙың төҙөк, ишек алдының, урамдарҙың таҙа булыуын динебеҙҙең бер өлөшө тип аңларға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙы дауалау түгел, ә уны булдырмау, иҫкәртеү мөһимлеген хәтерҙән сығарырға ярамай. Битарафлыҡ, ялҡаулыҡ сәбәпле барлыҡҡа килгән бысраҡ, емерек ерҙә төрлө ауырыу башлана.
Әл-хәмдү лил-ләһ, республикабыҙҙың, шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың йөҙө йылдан-йыл матурлана, яңынан-яңы йорттар, биналар төҙөлә, урамдар яңыртыла. Йәшәүгә йәм биргән йәшеллеккә лә ҙур иғтибар бүленә башланы. Быны беҙ генә түгел, килгән ҡунаҡтар ҙа баһалай. Мәҫәлән, күптән түгел сит ил делегацияһын ҡаршылағайныҡ. Уларҙың: "Өфөнөң таҙалығына, урамдарҙың йәшеллегенә һоҡландыҡ", — тигән һүҙҙәре күңелгә май булып яғылды. Халҡыбыҙҙың "Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар" тигән мәҡәле юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән шул.
Төҙөлөшкә әйләнеп ҡайтҡанда, ул бара икән, тимәк, йәшәү дауам итә тигән һүҙ. Әммә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тиҙлекте төп ниәт итеп алып, сифатты онотоп ебәрмәһәк ине. "Эште мәңге һаҡланырлыҡ итеп, еренә еткереп башҡарығыҙ, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. — Мәҫәлән, ғибәҙәтте "был — ахырғы ғәмәлем" тигән уйҙа бар күңелегеҙҙе һалып ҡылығыҙ".
Төҙөлөш тә хуш күңелдән, шартына килтереп, йорт хужалары рәхәтләнеп йәшәрлек, рәхмәт әйтерлек итеп башҡарылырға тейеш. Сифат бар икән, иншаллаһ, эштең, уның өсөн алған аҡсаның бәрәкәте булыр.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ғәмәлдәрҙе ихласлыҡ менән еренә еткереп үтәргә, хеҙмәтебеҙҙең бәрәкәтен күрергә насип ҡылһын. Йорттарыбыҙ, ишек алдарыбыҙ, урамдарыбыҙ төҙөк, таҙа булһын. Шулай икән, иншаллаһ, күңелебеҙгә тыныслыҡ килер, тормошобоҙ имен торор. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә