Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡты ҡәҙерләп, хеҙмәт кешеһен хөрмәтләп...
Аҡты ҡәҙерләп, хеҙмәт кешеһен хөрмәтләп..."Һөт иле"ндә баш ҡала халҡы 6 мең литр һөт эскән!

Был көндө Өфө ҡалаһының Ленин майҙаны халыҡ менән шығырым тулы ине. Бындай мәлдә, ғәҙәттә, "алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған" тиҙәр. Һәр кемдең йөҙөнән йылмайыу китмәй, шатлыҡлы тауыштар байрамға тағы ла кәйеф күтәренкелеге, йәм өҫтәгәндәй. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул: йәйҙең ошо һуңғы көнөндә, бөтәһен дә ҡыуандырып, баш ҡалабыҙҙа сираттағы "Һөт иле" фестивале гөрләп үтте бит.

Һөт менән ҡымыҙ борон-борондан башҡортта иң яратҡан эсемлек һаналған. Бөгөн дә аҡ — өҫтәлебеҙ түрендә. Шуға ла был байрам һөткә генә түгел, ә беҙҙе унан өҙмәгән хеҙмәт кешеһенә лә дан йырлау ине.
– Беҙгә һөт һаман да етмәй әле. Әммә беҙ фермаларҙы, һөт һәм һөт продукцияһы етештереүсе предприятиеларҙы күберәк төҙөйәсәкбеҙ. Аҡ күберәк булһын өсөн ауыл хужалығы предприятиеларын да ярҙамдан өҙмәйбеҙ. Бындай байрам Өфөлә өсөнсө тапҡыр үтә. Хәҙер ул халыҡ көтөп алған сараға әүерелде, – тине үҙ сығышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов. Артабан ул ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән һөт фонтанын аттырҙы.
Байрамға аяҡ баҫҡан һәр кемгә берәр стакан һөт таратылды. Шуға ҡарамаҫтан, бында урынлашҡан кафе-барҙарға ла халыҡ шығырым тулды: һәр кем аҡтан, ҡымыҙҙан туйғансы ауыҙ итте. Был көндө байрамда 6 мең литр һөт эселгән, ә йәрминкәлә һатып алыусыларға 60 тоннанан ашыу һөт продукцияһы тәҡдим ителгән икән! "Һөтлө ферма"лағы йылҡы, һыйыр, һарыҡ-кәзә менән тулы кәртәләрҙе кескәйҙәр уратып алғайны. Ошоға ҡәҙәр малдарға үҙҙәренә ҡарата был тиклем иғтибарҙы күрергә тура килмәгәндер, моғайын. Шулай уҡ туҡтауһыҙ йыр-моң урғылған концерт та, тәгәрәп ятып көлөргә мәжбүр иткән ҡыҙыҡлы уйындар ҙа бөтәһенең күңеленә хуш килде.
– Бөгөн Башҡортостан – һөт индустрияһының флагманы. Ә "Һөтлө ил" – донъяла һөткә һәм һөт продукцияһына арналған иң ҙур фестиваль. Бөгөн Рәсәйҙә аҡты ҡулланыу кәмеһә лә, беҙҙә һөт етештереү йылдан-йыл арта ғына, – тине "Союзмолоко" идаралығы рәйесе Андрей Даниленко.
Ул шулай уҡ Бүздәк районында ҡеүәте буйынса тиңе булмаған һөт етештереү комплексы төҙөләсәге тураһында хәбәр итте. Унда 10 мең һауын һыйыры тотоласаҡ, шулай уҡ йыл һайын 10 меңгә яҡын һыйыр малы үҫтереүсе генетик үҙәк эшләйәсәк тип күҙаллана. Бөгөн төбәктә йылына яҡынса миллион тонна һөт етештерелһә, был инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күрһәткесте тағы ла 15 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
"Һөт иле" киң танылыу ала бара: мәҫәлән, ошондай уҡ байрам 28 сентябрҙә Чебоксарҙа үтәсәк – төбәк етәкселәрен Өфөлә үткән байрам илһамландырған. Шулай уҡ яҡын арала Владимир һәм Владивосток ҡалалары ла һөт фестивале ойошторорға йыйына икән.

Аҡты ҡәҙерләп, хеҙмәт кешеһен хөрмәтләп..."Һөт иле" фестивале ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Мәҫәлән, байрамға әҙерлек мәлендә бер һыйыр кәртәнән сығып ҡасҡан һәм автомобилдәр менән шығырым тулы Октябрь проспектына барып эләккән. Тиҫтәләгән автомобиль араһында йүгергән һыйыр ҡайҙа юл тотто икән – ошоноһо бигерәк тә ҡыҙыҡ. Моғайын, тыуған төйәгенә ҡайтыу юлын эҙләгәндер. Бәхеткә күрә, ойоштороусылар уны ваҡытында күреп ҡалып, фестиваль үтәсәк урындағы кәртәгә кире килтереп бикләгән.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә