Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейек тә, бөйөк тә ул Ирәмәл
Тәбиғәт паркына йыл һайын ун меңдән ашыу турист килә

Бейек тә, бөйөк тә ул ИрәмәлБыл тау тураһында сит тарафтарҙа "Урал әкиәте" тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Ирәмәл, ысынлап та, әкиәт донъяһын хәтерләтә. Башҡорт халҡы өсөн ул гел изге урын булып һаналған. Тауға күп риүәйәттәр, легендалар бәйле. Имеш, Ирәмәл башына менеп теләк теләһәң, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ. Шулай уҡ тауҙы төрлө фән белгестәре, эзотериктар үҙ итә. Ғалимдар төбәктең уникаль тәбиғәтен өйрәнһә, икенселәр аңлатып булмаған, фәнни ҡанундарға һыймаған үҙенсәлекле күренештәрҙе барлау менән мәшғүл. Әммә уларҙың барыһын да уртаҡ фекер берләштерә: бейек һәм бөйөк Ирәмәл — ҡеүәтле ыңғай энергия сығанағы, унда аяҡ баҫҡан кеше тормошоноң яңы битен аса. Тәбиғәттең күркәмлеген иһә аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй: күккә олғашҡан ылыҫлы ағастар, мәғрур ҡаялар, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы онотолмаҫ тәьҫораттар һәм рухи яңырыу бүләк итә.
Ирәмәл тәбиғәт паркын булдырыуға ике күңелһеҙ хәл сәбәпсе булды. Һуңғыһы халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: Магнитогорск ҡалаһынан автотуристар алты машинала уҙыша-уҙыша тауға менгән. Әүәләк һырты аша үтеп, юлда тиҫтәләгән ҡырмыҫҡа ояһын емереп һәм ваҡ ағаслыҡтарҙы йығып, тау түбәһенә күтәрелгәндәр. Ошо хәл тәбиғәт паркын ойоштороуға сәбәпсе булды ла инде. 2010 йылдың 31 декабрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған Хөкүмәт ҡарары "Ирәмәл" тәбиғәт паркы" дәүләт бюджет учреждениеһының хоҡуҡи статусын билдәләүсе төп документҡа әйләнде. Шулай итеп, парк ике йылдан ашыу эшләй. Беҙҙең бөгөнгө әңгәмәсебеҙ — уның директоры Римма ҒӘЛИЕВА.

— Тәбиғәт паркын булдырыуға күңелһеҙ ваҡиғалар этәргес бирһә лә, Ирәмәл тауының яңы статус алыуы уны һаҡлау, киләсәк быуынға мираҫ итеп ҡалдырыу өсөн әһәмиәтле.
— Эйе, шулай. Беҙҙең бурыс —Ирәмәлдә тәбиғәт менән цивилизациялы аралашыу өсөн шарттар булдырыу һәм уның тәбиғи төрлөлөгөн һаҡлау. Тәбиғәт паркы биләмәһендә биш зона бүленгән: ҡурсаулыҡ режимындағы зона, көйләнгән рекреация зонаһы, рекреацион файҙаланыу зонаһы, сикләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге зонаһы һәм экологик коридор зонаһы. Экскурсия һәм туристик маршруттар көйләнгән рекреация зонаһына ингән территорияларҙа үтә. Йәйәү, һыбай, велосипедта, саңғыла һәм ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү өсөн шарттар булдырылған. Туризмдың тап ошо төрҙәренә туристар араһында ихтыяж ҙур. Хайуандар иркен йөрөй алһын өсөн тәбиғәт паркы менән Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы араһында экологик коридор зонаһы бүленгән.
Ирәмәлгә машина менән менеү осраҡтары һуңғы йылдарҙа йышайып киткәйне. Быға ҡоролоҡ сәбәпсе булды, сөнки элек тауға тиклем транспорт менән яҡынлау мөмкин түгел ине — Тығын, Септе һаҙлыҡтары кипте.
— Хәҙер иһә тау тирәләй дүрт пост ҡуйылған, шикелле?
— Эйе, туристарҙың иҫәбен алып барыу йәһәтенән ошо алымды уңышлы тип билдәләнек. Дүрт пост бар: Силәбе өлкәһе яғынан — Теләк посы, Учалы яғынан — Байһаҡал һәм яңы Хөсәйен, Белорет районынан — Николаевка һәм Әүнәр йылғаһы постары.
Тәбиғәт паркының майҙаны — 49 мең 338 гектар, шуның 49 мең гектарын урман, ҡуйы тайга зонаһы тәшкил итә.
— Ирәмәлде өйрәнеүселәр байтаҡ. Фәнни эҙләнеүҙең туҡтағаны юҡ. Кемдәр килә, ниндәйерәк эш башҡаралар?
— Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге менән килешеү төҙөлгән, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары йыл һайын практикаға килә, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә, өйрәнеүҙәренә нигеҙләнеп курс һәм диплом эше яҙа. Практика мәлендә студенттар ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Маршруттар билдәләү, алтаҡталар ҡуйыу, аншлагтар элеү, янғынға ҡаршы саралар, экологик өмәләр уларҙың ҡатнашлығында үтә. Былтыр студенттар мал көтөүҙәренең үләнде тапауынан килгән зыянды иҫәпләп сығарҙы. Йылҡы малынан үләнгә һәм ергә йәрәхәт күпкә әҙерәк һалыныуын белдек, шуға ла тәбиғәт паркы майҙанында ат көтөргә рөхсәт итәбеҙ. Мал үләнде ашаһа, ул бейек булып үҫмәй, тимәк, янғын хәүефе кәмей. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был уҡыу йортоноң студенттары фенология күҙәтеүҙәре алып бара. Екатеринбург ҡалаһының Урал метрология фәнни-тикшереү институтының дендролог-ғалимдары йыл да Ирәмәлдә бер ай тирәһе эшләй. Улар һуңғы йылдарҙа климаттың үҙгәреүе Ирәмәл тауына нисек йоғонто яһауын өйрәнә. Ғалимдарҙың фекеренсә, планетала һауаның йылыныуы артабан да дауам итһә, 10–20 йылдан тау тулыһынса урман менән ҡапланасаҡ. Был тикшеренеүҙәрҙе әлеге ғалимдар уҙған быуаттың 50-се йылдарынан бирле алып бара.
— Әңгәмә башында Ирәмәлдең ғәжәйеп урын булыуы тураһында әйтеп үттек. Халыҡ араһында шундай ышаныу ҙа бар: йәнәһе, Ирәмәл барыһын да үҙенә үткәрмәй…
— Миңә ҡалһа, Ирәмәл — изге тау. "Урал батыр" эпосы буйынса, дейеүҙәрҙе еңеп, уларҙың үле кәүҙәһен турап өйгән урында Урал тауҙары барлыҡҡа килгән. Ирәмәл "ир" һәм "әмәл", йәғни сараһын табыу һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тип тә аңлатыла. Был урында Урал батыр ҡылысын ергә ҡаҙап, халыҡҡа һыу биргән, тәбиғәтте мәңгеләштергән. Бик күп эпос, легендаларҙа "Ирәмәлгә килергә саҡырған" тигән һүҙҙәр бар. Был тау борон-борондан башҡорт халҡының изге урыны һаналған. Дин әһелдәре лә бында доға ҡылырға килгән. Ерҙең кендеге — Ирәмәл, тигән ата-бабабыҙ. Был урын рухи көс, ҡеүәт бирә. Тау башҡорт халҡы өсөн генә ҡәҙерле түгел, башҡа дини конфессиялар ҙа уны изге урын тип таный, шуға төрлө йыйындар үткәреү маҡсатында бында килеүселәр байтаҡ. Ләкин Изге тау мосолмандарҙыҡы йә христиандарҙыҡы түгел, ә тәбиғәт ҡомартҡыһы икәнен онотмаһындар өсөн алдан һөйләшеү үткәрәбеҙ. Ирәмәл тәбиғәт ҡомартҡыһы булып ҡалһын өсөн бындағы тормош ығы-зығыһыҙ барырға тейеш.
— Ирәмәлгә кеше күп килә тип әйтеп үткәйнегеҙ, һандар нимә һөйләй?
— Былтыр төрлө сараға килгән халыҡты иҫәпкә алһаҡ, ун меңгә яҡын булып китә. Сәләмәт тормошто пропагандалаған парк булараҡ, бында төрлө саралар үткәрәбеҙ, уларҙың иң киң таралғаны марафондыр, моғайын. 45 саҡрым араны үтеү еңелдән булмаһа ла, йыл һайын халыҡ ихлас ҡатнаша.
— Матди-техник база тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
—Үҙебеҙҙең бинабыҙ бар, 12 берәмек техникаға хужабыҙ. Былтыр 400 мең һумға яҡын килем алдыҡ. Әйткәндәй, "Ирәмәл" тәбиғәт паркына инеү хаҡы — ни бары 30 һум. Был аҡса сүп-сарҙы йыйыу, полигонға оҙатыу өсөн, шулай уҡ бензинға һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа сарыф ителә.
— Ә туристарға туҡтар өсөн ҡунаҡхана, ашхана һәм башҡа уңайлыҡтар бармы?
— Бының менән шәхси эшҡыуарҙар шөғөлләнә. Халыҡҡа үҙ хеҙмәттәрен унлаған фирма тәҡдим итә. Беҙ иһә был эште саҡ башлап торабыҙ. Киләсәктә парктың йөҙө үҙгәрер тип өмөтләнәбеҙ. Яңыраҡ ун ат һатып алдыҡ, уларҙы өйрәтә башланыҡ. Туристарға ҡымыҙ эсереү, теләүселәрҙе һыбай экскурсияға йөрөтөү уйы бар.
Тәбиғәт парктары Рәсәйҙә лә, Башҡортостан өсөн дә — яңы йүнәлеш. Беҙҙең маҡсат — тәбиғәт паркы менән кешенең үҙ-ара мөнәсәбәтендәге балансты һаҡлау. Тәбиғәткә лә, кешегә лә уңайлы шарттар булдырыу иҫәбебеҙ.
— Римма Талха ҡыҙы, һеҙҙе Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында иң әүҙем һәм алдынғы ҡарашлы директор тип баһалайҙар. Киләсәккә ниәттәрегеҙ ҙә бихисап икән.
— Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәмәйенсә мөмкин түгел. Беҙҙең маҡсат — туристар һанын арттырыу, уларға тейешенсә уңайлылыҡ булдырыу. Ҡышҡы туризмды үҫтереү өсөн күп көс һалырға кәрәк. Юл һәм ут үткәреү ҙә — киҫкен мәсьәлә. Уларҙың юҡлығы тәбиғәт паркының үҫешен тотҡарлай. Был мәсьәләне хәл итеү менән, минеңсә, паркка инвесторҙар килә башлаясаҡ. Әүәләк тауында күҙәтеү майҙансығы, канатлы фуникуллер эшләгәндә социаль туризм программаһы буйынса килеүселәр бермә-бер артыр ине, сөнки тауға менер өсөн 40 саҡрым ара үтергә кәрәк. Был — физик әҙерлеге булған кеше өсөн генә мөмкин ғәмәл. Әлбиттә, уңайлыҡтар булғанда, республиканың төрлө тарафынан да, Силәбе өлкәһенән дә халыҡ күпләп Ирәмәлгә ағылыр ине. Хәҙер бит сит илгә сығып ял итеүселәр бихисап. Ундағы хеҙмәтләндереү менән беҙҙекенең айырмаһы — ер менән күк араһы. Ситтәге ялдың рәхәтен күргәс, халыҡтың эске туризмға ла талабы арта. Ихтыяжға иһә яуап бирергә кәрәк. Бынан тыш, башҡорт халҡының бөйөк эпосы "Урал батыр"ҙа һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы һынландырған скульптуралар ҡуйыу был урындың мөғжизәлелеген йәнә бер тапҡыр иҫбатлар ине.
— Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Римма Талха ҡыҙы. Маҡсаттарығыҙға өлгәшергә яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872