Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килемеңде йәшермә
Әгәр тапшырмаһам...

— Өфөлә миллионерҙар күпме? Ысынлап та, декларациялы кешеләр үҙ килемен дөрөҫ күрһәтәме? Әгәр ҙә йәшерһәм, ғөмүмән, декларация тапшырмаһам, ни була?
— Өфөлә 269 физик шәхес 2011 йылда 10 миллион һумдан ашыу килем алыуы тураһында декларация тапшырған. Күпселегенең декларацияһында ҡиммәтле ҡағыҙҙар хаҡы, шулай уҡ күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙың әйләнештәге аҡсаһы күрһәтелә. Был кешеләрҙең сығымдарын иҫәпкә алғанда, килем, ҡағиҙә булараҡ, байтаҡҡа кәмерәк килеп сыға.
Декларацияла һалым алынырға тейешле килемде дөрөҫ күрһәтмәү факттары асыҡланғанда, Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, йәшерелгән сумманың 20 проценты күләмендә штраф һалына, ә билдәләнгән сроктан һуң пеня өҫтәлә.

Күптәр белгертмәй генә эшләй

— Күптән түгел республика Президенты Рөстәм Хәмитов: “Репетиторлыҡ эшмәкәрлегенә лә һалым һалырға кәрәк”, — тип белдерҙе. Ысынлап та, шулай булырмы? Күптәр репетиторлыҡ менән шөғөлләнеүен белгертмәй бит.
— Гражданлыҡ кодексының 2-се статьяһындағы беренсе пунктҡа һәм 23-сө статьяһындағы беренсе пунктҡа ярашлы, әгәр физик шәхес даими табыш ала икән, ул шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә һәм закон менән ҡаралған һалымдарҙы түләргә бурыслы. Һалым органдары уны түләүҙән ситләшкән физик шәхестәрҙе, шул иҫәптән репетиторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән кешеләрҙе асыҡлау буйынса әленән-әле саралар үткәрә. Тикшереү барышында шик аҫтына алынған барлыҡ физик шәхестәргә килемдәренә декларация биреү һәм тейешле һалым түләү зарурлығы тураһында ҡағыҙ ебәрелә.

Штраф һалына

— Ҡайһы бер фирмалар эш хаҡы түләүҙең “һоро” схемаларын ҡулланып килә. Быға ҡаршы көрәшеләме? Тикшереүҙәр үткәреләме?
— Ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы күсмә тикшереүҙе планлаштырғанда, “һоро” эш хаҡы схемаларын ҡулланыу тураһында һалым органдарына еткерелгән мәғлүмәт мотлаҡ иҫәпкә алына. Факт раҫланған осраҡта физик шәхестәрҙең килеменә һалым өҫтәмә рәүештә иҫәпләнә, ә эш биреүсе штраф түләйәсәк. Ҙур күләмдәге һалымды күсермәгән осраҡта материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла.

Хоҡуғым һаҡланасаҡмы?

— 2011 йылда тупланма торлаҡ кооперативы аша фатир алдым. Хаҡының 2 229 000 һумын түләнем, 180 мең һум ғына бирәһе ҡалды. Кооператив уны дүрт йылға кисектерергә риза булды. Йорт файҙаланыуға тапшырылды, кешеләргә йәшәү хоҡуғы бирелде, ләкин әле һаман милек хоҡуғы юҡ. Ҡасан булыры билдәһеҙ. Һалым ҡайтармаһын нисек рәсмиләштерергә? Фатирҙы милеккә тапшырыу тураһындағы документтар, мәҫәлән, өс йылдан да һуңлап бирелһә, минең ҡайтармаға хоҡуғым һаҡланамы?
— Һалым кодексының 220-се статьяһындағы 1-се пункттың 2-се ярҙамсы пунктында билдәләнгәнсә, торлаҡ йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә сығымдар суммаһында ҡайтарма биреүҙең төп шарттарының береһе — бинаға милек хоҡуғын раҫлаған документтарҙы һалым органына тапшырыу. Гражданлыҡ кодексының 218-се статьяһынан сығып, кооператив ағзалары пайҙы тулыһынса түләгән көндән алып кооперативта мөлкәткә милек хоҡуғын ала. Шуға ла һеҙгә пайҙы тулыһынса түләгән йылдан башлап ҡайтарманы юлларға тотонорға мөмкин. Торлаҡ алыу һәм төҙөү буйынса сығымдарға ҡарата “күптәнгелек мөҙҙәте” тигән ҡушымта ҡулланылмай, фатирҙың 2 миллион һумдан ашып китмәгән хаҡына ҡайтарма бирелә.

Иҫәп тота алабыҙмы?

— Былтыр сентябрҙә фатирыбыҙҙы һатып, йыл аҙағында яңыһын алдыҡ. Бер ай тигәндә уны шул уҡ хаҡҡа һаттыҡ. Хәҙер һалым түләргә тейешбеҙме? Шулай уҡ һалымдан бер өлөштө ҡайтарыуға иҫәп тота алабыҙмы? Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Фатир минең һәм иптәшемдең исемендә.
— Һалым кодексының 227-се статьяһындағы 17.1-се пунктҡа ярашлы, Рәсәй Федерацияһының һалым резиденттары булып торған һәм өс йылдан ашыу шәхси милектә булған мөлкәтте һатыуҙан алынған килем һалымдан азат ителә. Кодекстың 220-се статьяһы 1-се пунктының 1-се ярҙамсы пунктына ярашлы, һалым түләүсе 13 процент күләмендә түләнгән һалым базаһын билдәләгәндә үҙ милкендә өс йылдан кәм булған торлаҡ биналарҙы, дачаларҙы, баҡса йорттарын һәм ер участкаларын, шулай уҡ ундағы өлөштәрҙе һатыуҙан һалым осоронда алынған суммала һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы, ләкин был аҡса, тотош алғанда, 1 миллион һумдан артыҡ булырға тейеш түгел. Ошо ярҙамсы пунктта ҡаралған хоҡуҡты файҙаланыу урынына һалым түләүсе, ошо килемде алыу менән бәйле сығымдарҙы документтар нигеҙендә раҫлап, үҙенең һалым һалына торған килемдәре суммаһын кәметергә хаҡлы.
Әгәр ҙә һатылған торлаҡ бина һеҙҙең милектә өс йылдан кәм булһа һәм һатыуҙан алынған хаҡ 1 миллион һумдан артып китһә йәки ошо бинаны алыуға (төҙөүгә) сығымдар күләме ошо уҡ сумманан артыҡ булһа, һеҙ һалым түләргә тейеш булаһығыҙ. Торлаҡ йорт һатыуҙан алынған килемдең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, Кодекстың 228-се һәм 229-сы статьяларына ярашлы, йәшәгән урынығыҙ буйынса һалым органына һатҡан йылдың киләһе йылының 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса, физик шәхестәр килеменә һалым буйынса декларация бирергә тейеш булаһығыҙ.
Әйтергә кәрәк: ҡайтарып алынған сумманың дөйөм күләме 2 миллион һумдан артырға тейеш түгел. Ҡат-ҡат ҡайтарма биреүгә юл ҡуйылмай.
Һалым ҡайтармаһы фатир өсөн түләнгән сумманан ғына түгел, ипотека буйынса банкка түләнгән проценттарҙан да ҡайтарыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872