Аҡ тирәктәр тирбәлә,
Йәш талдар иркәләнә,
Япраҡтар һөйләй беҙгә
Дим әкиәтен.
Беҙ бит йөрәкһеҙ түгел,
Нисек түҙһен йәш күңел,
Текәлә күҙҙәр күҙгә...
Онотолмаҫ был төн.
Хәтфәләй йәшел сирәм,
Ҡосағымда Гөлсирәм,
Иркәләнә, йылмая,
Һыйына миңә...
Йәмле Дим тулҡынлана,
Мөхәббәт ялҡынлана;
Нурын һибә тулған ай
Дим туғайына.
Был шиғри юлдарҙы башҡорт халҡының ҡаһарман улы, данлыҡлы шағир Фәтих Кәрим яҙған.
Уның тыуған төйәге — Айыт ауылы бөгөн бөхтәлеккә, матурлыҡҡа төрөнгән. Һәр кемде төҙөк йорттар, сағыу буяулы ҡоймалар, ихата тулы сәскәләр ҡаршы ала. Эске тулҡынланыу менән ҡыҙыл кирбестән һалынған күркәм йорт алдына туҡтайбыҙ. Бында Фәтих Кәримдең мемориаль музейы урынлашҡан. Иң тәүҙә иғтибарҙы шағирҙың бюсы йәлеп итә. Ул бөйөк ҡаҙаныштарға рухландырыусы шиғырҙарын күңеленән генә беҙгә һөйләй кеүек.
Музейҙың эсе лә ыҡсым, экспозициялар, һәр иҫтәлекле әйбер үҙ урынында. Иң тәүҙә ауылдың тарихы, шағирҙың шәжәрәһе менән танышабыҙ. 1795 йылғы ревизия документтарынан күренеүенсә, Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Күл иле Меңле волосына ҡараған, хәҙерге Бишбүләк районының Айыт ауылында 218 башҡорт йәшәгән. Башҡа милләт вәкиле юҡ (РГАДА.Ф.1355. Оп.1. Д 929, 932, 935, 938, 940, 1871, 1874, 1876, 1881, 1884, 1886).
1834 йылда Айытта — 395, ә 1859 йылда 82 йортта 648 кеше теркәлгән. Бөтәһе лә — башҡорттар (ЦГИД РБ.Ф. 138 Оп. 2. Д. 431, Д. 738).
Фәтих Кәрим ошо ауылда 1909 йылдың 9 ғинуарында донъяға килгән.
Ауыл байы Мөхәмәткәримдең икенсе бисәһе Шәмсеҡәмәрҙән тыуған кесе улы Әхмәтвәли һәм уның икенсе ҡатыны Гөльямал Иҙрис ҡыҙы – Фәтих Кәримдең ата-әсәһе. Был ғаиләлә 12 бала булған. Кинйәләре – Фәтих.
Мөхәмәткәрим ғаиләһендә Иҙрис, Йонос, Мөхәмәтгәрәй, Ғәйниямал, Ғафифа, Фатима исемле апаһының балалары бергә йәшәүе билдәле. Әхмәтвәли ауыл муллаһы вазифаһын башҡара, мәктәптә, мәҙрәсәлә балаларға белем бирә. Шиғырҙар яҙғаны, мөнәжәттәр сығарғаны, байрамдарҙа моңло итеп ҡурай тартҡаны ла билдәле. Ҡәләм тибрәткән йәштәрҙең тәүге әҫәрҙәре башлыса ата-әсәһенә бағышлана. Фәтих Кәримдең матбуғатта баҫылған беренсе әҫәре — “Хәҙер һеҙҙең менән” шиғыры ла ошо юҫыҡта.
Әхмәтвәли мулла балаларына төплө белем бирергә тырышҡан. Улы Ғабдулла Кәримов (1899 — 1936) — әҙәбиәт белгестәренә
Ярлы Кәрим исеме менән таныш, һәр төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп уҡырға, белемен арттырырға ынтылған шәхес. 1916 йылда ул Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә урынлаша, Рәсәй батшаһын ҡолатҡан Февраль революцияһынан һуң мәҙрәсәнән педагогик курстарға күсә. 1917 йылдың йәйендә Шәйехзада Бабич менән таныша, дуҫлаша, уның менән ярышып шиғырҙар яҙа. Ярлы Кәрим ҡустыһы, буласаҡ атаҡлы шағир Фәтих Кәримде тәүҙә Бәләбәй педагогия техникумы ҡарамағындағы әҙерлек курсына урынлаштыра, аҙаҡ Ҡазанға алып китә. Ун биш йәшлек Фәтих бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925 — 1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында белем ала. Студент мәлендә үк ең һыҙғанып ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.
Тыуған төйәге Айытҡа бер ҡайтҡанында, күрше Туҡһанбай ауылына барып, Аҡмулланың биографияһын белгән кешеләр менән осраша. Аҡһаҡал, атаһы кеүек мулла Шәйхетдин Динмөхәмәт улынан бөйөк башҡорт шағиры тураһында байтаҡ мәғлүмәт яҙып ала һәм Ҡазанда “Безнең юл” журналында баҫтырып сығара. Ул яҙмала шундай юлдар бар: "Аҡмулла әфәнденең башҡорт балаһы булыуы хәҙер раҫланды. Мәрҫиән Шиһабетдин китабында Аҡмулла әфәнде ҡаҙаҡ балаһы тип яҙылған. Ул дөрөҫ түгел..."
Мифтахетдин Аҡмулла ижадын һәм тормошон өйрәнеүсе әҙәбиәт ғалимдары фекеренсә, был мәҡәлә — бөгөн дә ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе. Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә СССР һәм Татар АССР-ы Яҙыусылары берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлил, мосолман донъяһында сағыу йондоҙ шағир Һаҙый Таҡташ, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов, Ҡәүи Нәжми, Мирсәй Әмир, Хәсән Туфан һәм башҡалар менән Татарстандың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай.
Хәсән Туфандың кәңәшен иҫтә тотоп, ул Владимир Маяковскийҙың шиғырҙарын, Александр Пушкиндың “Алтын балыҡ менән балыҡсы тураһында әкиәт”ен, Марк Твендың “Том Сойер мажаралары”н тәржемә итә. Шағир, халыҡтың һүҙ байлығын оҫта ҡулланып, сәнғәт әҫәрҙәре кимәленә күтәрелгән ярһыу хисле шиғырҙар, поэмалар яҙа. Әҙәбиәт һөйөүселәр Фәтих Кәримдең әҫәрҙәрен ихлас көтөп ала, ләззәтләнеп уҡый. Шулай итеп, ул ысын-ысындан танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин уның башҡорт милләтен яҡлауы, ғәҙел һәм тура һүҙлелеге әҙәбиәт мөхитендәге байтаҡ кешеләргә оҡшамай.
Әҙәбиәт белгесе Суфиян Сафуановтың “Рухи күперҙәр” китабында шундай юлдар бар: "1929 йылдың 13 апрелендә Өфөләге “Йәш юҡһыл” гәзите “Г. Шамун” тигән имза менән уға төбәп ниндәй ағыулы уғын ебәрә: “Бәләбәй кантоны Айыт ауылының “атаҡлы Дим буйы муллаһы” тип йөрөтөлә торған мулла малайы Ф.Кәрим земтехникумда уҡый. Ысын булһа, ул, берҙән, приют балаһы булған булып кергән, ти; икенсенән, шағир, ти. Был мәсьәләлә шағирлыҡ роль уйнамаҫ та инде”.
Тәүге ағыулы уҡты Фәтих Кәрим йөрәгенән тартып ала алыуын, ләкин яраһы ҡала. Уны комсомолдан, уҡыуҙан сығаралар. Ул үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбатлай ала. Комсомолда ҡала, ә уҡыуын дауам итергә мөмкинлеге булмай. Ер төҙөлөшө техникумында өс курсты ғына тамамлап өлгөрә.
1937 йылда яңы һөжүм башлана. Хәҙер Рафаэль Мостафиндың “Репрессияләнгән татар әдипләре” тигән китапҡа иғтибар итәйек (Казань, 2009). Унда: “...Яшь ленинсы” газетаһы һәм “Пионер кәләме” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Ләбиб Ғилми “Кызыл Татарстан” газетаһында (1937 йылдың 29 март һаны) баҫылған мәҡәләлә Фәтих Кәримде “сит элемент”, йәғни “халыҡ дошманы”, “Советҡа ҡаршы ҡотҡо таратыусы” тип атай...” – тигән юлдарҙы уҡыйбыҙ.
Ошо мәҡәлә донъя күргәс, Фәтих Кәримде комсомолдан һәм нәшриәттән ҡыуалар. Оҙон-оҙаҡ тикшереүҙәр үткәргәс, 1937 йылдың 12 — 14 июнендә Фәтих Кәримде, Ҡәүи Нәжмиҙе, Хәсән Туфанды, Гөмәр Толомбайҙы, Әхмәт Фәйзиҙе СССР Яҙыусылар союзы ағзалығынан сығаралар. Фәтих Кәрим ярты йыл буйы ас-яланғас йәшәй һәм 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бер төркөм тотҡондарҙы (улар араһында Фәтих Кәрим дә була), баржаға тейәп, диңгеҙ уртаһында шартлатып батыралар. Ошо афәттән шағир бер үҙе ҡотола, мөғжизәгә ышанған ауылдаштары фекеренсә, уға боҙло диңгеҙҙе йөҙөп сығырға Дим йылғаһының шифалы һыуында йәштән сынығып үҫеүе һәм йөрәгендә туған халҡының тормошон матурларға, йәмләндерергә йыйылған илаһи көс ярҙам иткәндер. Был ваҡиғанан һуң, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була, һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар.
Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Үлемесле һуғыш яланында, окопта ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре (“Шакир Шиғаев”), ике повесть (“Разведчик яҙмалары”, “Яҙғы төндә”) ижад итә. “Мөхәббәт һәм нәфрәт”(1943), “Моң һәм көс” (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
Яуҙағы ҡаһарманлығы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән баһалана.
Ялҡынлы шағир, взвод командиры 1945 йылдың 19 февралендә Кенигсберг округындағы Каврен ауылы янында һәләк була. Ошо алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Музейҙа ошо тарихи материалдарға, Фәтих Кәримдең шәжәрәһенә өҫтәп, уның ижад юлын эҙмә-эҙлекле һөйләүсе экспонаттар, фронттан яҙған хаттары, ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, фотолар, иллеләгән китабы ҡуйылған. Уның эшен ойоштороуҙа утыҙ йыл мәктәптә балаларға әҙәбиәт серҙәрен өйрәткән Хәтирә Сәмиғулла ҡыҙы Ғиззәтуллина ҙур өлөш индерә.
Музейҙың тәүге мөдире булып Сәймә Тимерғәли ҡыҙы Хәйруллина эшләй. Әле был оло яуаплы вазифа Фәтих Кәрим ижадына ғашиҡ Рәйсә ханым Хафизоваға йөкмәтелгән. Мөдир, музей менән таныштырып сыҡҡас, Фәтих Кәримдең башҡорт телендә бер генә лә китабы нәшер ителмәгәнгә үкенесен белдерҙе.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте был мәсьәләне ыңғай хәл итер тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Айыт ауылы халҡы, Бишбүләк районы етәкселәре данлыҡлы шағир Фәтих Кәрим менән ысын-ысындан ғорурлана, яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү өлкәһендә лә күп эштәр башҡара. Район хакимиәте тарафынан Фәтих Кәрим исемендәге премия булдырылған. Лауреаттары араһында Рәсәй Федерацияһында билдәле шәхестәр ҙә бар: Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың халыҡ рәссамы Рәшит Имашев, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тимербәк Ниғмәтуллин, шағирҙың ҡыҙы Ләлә Кәримова, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев. Музей хеҙмәткәрҙәре төрлө диспуттар, викториналар, тантаналы экскурсиялар үткәрә, хәтер кисәләре ойоштора.
Бишбүләк районы.