Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһыЯҡташыбыҙ, арҙаҡлы ғалим Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов хаҡында Ғафури районының Имәндәш урта мәктәбендә уҡыған саҡта ишетеп кенә белә инем, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, яҡындан танышырға насип булды. Йөҙөнән яғымлы йылмайыу китмәгән ағай университетта осраған һайын хәл-әхүәл һорашып, уҡыуым менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Бөгөнгөләй хәтерҙә, V курсты тамамлар саҡта сетерекле хәлгә тарыным. Шунда Нияз Абдулхаҡ улына үтенес менән мөрәжәғәт итергә баҙнатсылығым етте. Ярҙам ҡулы һуҙыуҙан баш тартманы ағай, мәсьәләне үҙе йөрөп "шымартып" ҡуйҙы. Хәйер, ағайҙың ярҙамын татып, уға рәхмәтле булған кеше бер мин генә түгел. Быныһын инде күреп тә, ишетеп тә беләм. Башҡорт археологияһы фәненең атаһы, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов ошо көндәрҙә олпат юбилейын билдәләй. Бөгөн уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Нияз Абдулхаҡ улы, ғүмерегеҙҙе халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнеүгә, тарихи ҡомартҡыларҙы киләсәк быуындарға изге аманат итеп еткереүгә бағышланығыҙ. Әйҙәгеҙ, бөгөн үҙегеҙҙең тормош юлығыҙға "археологик сәйәхәт" ҡылайыҡ әле.
— Күп балалы (һигеҙ) ғаиләлә үҫтем. Атайым Үтәш мәҙрәсәһендә уҡыған, граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғында булған. 1919 йылда Пермь ҡалаһы эргәһендә яраланып, шунан һуң ауылда, ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән. Ул Бөйөк Ватан һуғышынан да ҡаты яраланып ҡайтты. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашты. Бөгөнгөләй хәтеремдә, уға эйәреп ауыл йыйылыштарына йөрөнөм. Өйөбөҙҙән гәзит-журнал, китаптар өҙөлмәне. Йыш ҡына төрлө ауылдан кешеләр килеп, атайыма аһ-зарын һөйләй, тормош шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән кәңәшләшә ине. Шул әңгәмәләрҙең шаһиты булып үҫтем. Ә бына инәйем, башҡа туғандар Имәндәш һәм тирә-яҡ ауылдарҙың тарихын, бигерәк тә 1918 йылдағы фажиғәле ваҡиғалар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Усолка бандиттары 1918 йылда беҙҙең ауыл халҡын йыйып, егермеләбен атып киткән...
Күрәһең, бала саҡта ишеткән бына ошо хәбәрҙәр ниндәйҙер кимәлдә донъяны аңларға йоғонто яһағандыр һәм шулар тәьҫирендә, бәлки, тарихсы юлын һайлағанмындыр.
— Һеҙ республикабыҙҙың 1-се башҡорт интернатында уҡығанһығыҙ. Унда инеүегеҙ тураһында бер мәрәкә итеп һөйләгәндәрен ишеткәнем бар.
— Һуғыш, аслыҡ йылдарын үткәргән кеше булараҡ, 40 йәшкә тиклем йәшәһәм, бәхетле булыр инем, тип уйлай торғайным. 40-ҡа еткәс, 45-кә өмөтләндем, артабан 50-гә, 60-ҡа... Бына шулай, "нәфсе"не һуҙа торғас, ошо йәшкә лә килеп аяҡ терәргә насип булды. Хоҙайға шөкөр!
Балалыҡ йылдары тигәндә, иң беренсе сиратта тормошомда ҙур һынылыш яһаған — республиканың 1-се интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемен йөрөтә) уҡыған — мәлем иҫкә төшә. Унда инеүем еңел булманы. 1948 йылда Имәндәш ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағайным. Өфөләге интернатта белем алып йөрөгән Мәҡсүт исемле ағай ауылға ҡайтҡайны, беҙҙе шунда уҡырға барырға өгөтләне. Биш малай — мин, Ғәлим, Сабирйән, Әхәт Әбүзәровтар, Хәбир Йәғәфәров — дәрт итеп сығып киттек. Һин беләһеңдер әле уларҙы.
— Ҡайһы бер ағайҙар таныш.
— Шулай итеп, Башҡортостандың төрлө районынан, Ырымбур, Силәбе тарафтарынан килгән 200-ләп кеше имтихан тапшырҙыҡ. Өс-дүрт көндән һуң кемдәрҙе ҡабул иткәндәрен әйтер өсөн йыйып алдылар. Мәктәп директоры иң беренсе минең фамилиямды ҡысҡырҙы. "Мәжитов”, — ти был. Йөрәк жыу итеп ҡалды. "Бар, документтарыңды ал да ҡайт. Һине ҡабул итмәйбеҙ — атайың бар".
Минең менән килгәндәрҙең барыһын да алдылар. Нимә эшләргә? Документтарҙы кире алыуҙан башҡа сара юҡ. Бер малай менән фатирға урынлаштыҡ та көн һайын интернат ихатаһына киләбеҙ. Бәлки, уҡырға алырҙар тип өмөтләнәбеҙ. Директор апай сығып беҙҙе ҡыуып ебәрҙе: "Китегеҙ! Йөрөмәгеҙ бында!.. Мәжитов, күҙемә күренмә!"
Дүртенсе көнөнә шикелле унлап кеше тороп ҡалдыҡ. Кемдер шунда әйтеп һалды: "Мин мәғариф министры Сәғит Әлибаевҡа барам". Уның менән киттек. Беҙҙе министрлыҡтың бишенсе ҡатына алып менделәр. Баҡһаң, унда буфет бар икән, тамаҡты туйҙырҙылар... Ҡарале, иҫ китерлек хәл бит был! Кешеләр ниндәй мәрхәмәтле булған.
Иртәгәһенә тағы килдек министрлыҡҡа. Ашаттылар ҙа, кемдәр 1931–1932 йылдарҙа тыуған, шуларҙы ФЗО-ға уҡырға алдылар, ә беҙҙең йәш етмәгән булып сыҡты. Нимә эшләргә? Бер көн иртә менән торҙом да министрҙың бүлмәһенә барҙым. Секретарь: "Сәғит ағай уҡытыусылар конференцияһына Хәйбуллаға осто", — ти. Тоттом да мәктәп директорына киттем. Директорға, мине министр һеҙгә ебәрҙе, уҡырға алһындар, тип әйтте, үҙе әле генә Хәйбуллаға осто, тинем. Ул ҡарап торҙо ла: "Ярай, интернат директорына бар, алһындар, мин ҡушты тип әйтерһең", — тип ҡағыҙ яҙып бирҙе. Шулай итеп, уҡырға инеп киттем.
— Изге эш өсөн хәйләләшеү гонаһ түгел, тигән бер аҡыл эйәһе.
— Бәлки... Мажара бының менән генә бөтмәне. Интернатҡа ауылдан хат килеп төштө: "Мәжитовты уҡырға алғанһығыҙ, уның бит ата-әсәһе бар". Директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, был көнсөллөктән эшләнгән тип, хатты хужаһына кире һалып ебәрҙе.
— Тарихсы юлын һайлау тураһында бая әйтә биреп ҡуйғайнығыҙ. Башҡа төрлө һөнәрҙәр күңелегеҙҙе арбаманымы?
— Интернатты тамамлағас, Ҡазан университетының юридик факультетына барырға тип хыяллана инем. Шунда ситтән тороп уҡып йөрөгән Ҡасимов тигән ағай бер көн минән һорай: "Нияз, ҡайҙа барырға уйлайһың?" "Ҡазанға, юридик факультетҡа", — тим. "Бына мин юридик факультетта уҡыйым, һин унда инмә, — ти был. — Бөтә ғүмереңде енәйәтселәр менән бәйләргә теләйһеңме?" Тағы бер нисә кеше ошо ниәтемә ҡаршы төштө, мәктәп директоры иһә: "Тимирязев исемендәге институтҡа (БДУ) бар, ярҙам итербеҙ", — тине.
Бер мәл һабаҡташтарым С. Хәсәнова, А. Ҡоҙаҡаев, шулай уҡ Рәми Ғариповтың һөйгән ҡыҙы Мариат мине Пермь университетына барырға ҡоҙаланы. Күп уйлап тормай, пароходҡа билет алдыҡ та дүртәүләп киттек Пермгә. Барыбыҙ ҙа документтарҙы тарих факультетына тапшырҙыҡ. Беренсе имтихан — тарихтан. Мин "биш"кә бирҙем, иптәштәрем үтмәне. Шулай итеп, башҡа имтихандарҙы ла һәйбәт тапшырып, студент булып киттем.
Ә инде тарихсы-археолог булыуым өсөн университет профессоры Отто Николаевич Бадерға (милләте— немец) бурыслымын. Уның бөхтә кейенеп йөрөүе, студенттарға яғымлы мөнәсәбәте, кешелеклелеге һоҡландырҙы. Университет О. Бадер етәкселегендә йыл һайын төрлө төҙөлөш майҙандарында археологик экспедициялар ойошторҙо. II–V курстарҙа айҙар буйы эшсе, лаборант, ғилми хеҙмәткәр булып эшләнем. Университетты тамамлағанда үҙаллы эшләй алырлыҡ белгес инем инде. СССР Фәндәр академияһының йүнәлтмәһе буйынса Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына фәнни хеҙмәткәр булып килдем һәм боронғо археология донъяһына сумдым.
Хәҙер ғорурлыҡ менән әйтә алам: Өфөлә беренсе профессиональ археолог булараҡ, Башҡортостанда археология фәнен үҫтереү буйынса иңемдә ҙур яуаплылыҡ ятыуын яҡшы аңланым һәм бөтә ғүмерем буйы ошо бурысты бойомға ашырырға тырыштым. Бөгөн Өфө ҡалаһы Рәсәйҙә археология фәне үҫешкән, фән докторҙары, кандидаттары күп булған ҙур, абруйлы ғилми үҙәк һанала. Бында, әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә минең дә өлөшөм барҙыр.
— Сер түгел, һеҙгә тиклем Башҡортостан ерен археологик йәһәттән "күтәрелмәгән сиҙәм" менән сағыштырырға булғандыр. Табыштар һәм асыштар мул инеме?
— ХХ быуаттың урталарына тиклем Көньяҡ Уралдың (Тарихи Башҡортостан иленең) тимер һәм урта быуаттар тарихы, археологияһы тикшерелмәне, ә СССР, Евразия тарихын өйрәнеүҙә Уралдың, бигерәк тә Көньяҡ Уралдың ошо осорҙарға ҡараған археологик ҡомартҡылары булмауы тарих фәнендә ҙур кәмселек булып торҙо. Беҙ башлаған тәүге археологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тарих белгестәренә ҙур яңылыҡ ине. Минең тарафтан, мәҫәлән, 50 – 60-сы йылдарҙа Яңы Турбаҫлы, Бөрө, Хөсәйен, Бекеш, Лағыр, Ҡаранай, Ишембай, Иҫке Хәлил, Мерәсем ҡәберлектәре, Өфө-II ҡаласығы, Бәндәбикә кәшәнәһе кеүек ҡомартҡыларҙы коллегалар ҙур асыш рәүешендә ҡабул итте. Мәскәүҙә, Өфөлә бер-бер артлы китаптарым сыҡты, уларҙағы мәғлүмәттәр ғалимдар араһында бәхәстәр тыуҙырҙы. Был да, минеңсә, ыңғай күренеш.
Археологик ҡомартҡыларҙы табыу ҙур оҫталыҡ талап итмәй, ләкин меңәрләгән табыштың үҙ-ара логик бәйләнешен билдәләү, уларҙың тарихи сығанағын аңлатыу — үтә ҡатмарлы эш. Тормошомда ярҙам ҡулы һуҙыусылар, кәңәш биреүселәр күп булды. Мәскәү археология институтында, Мәскәү дәүләт университетында, Новосибирск академияһында эшләгән дуҫтарыма, фекерҙәштәремә рәхмәтлемен. Шулар араһында профессорҙар А.П. Смирнов, А.К. Амброз, В.Б. Ковалевская, А.И. Мартынов кеүектәрҙе айырып әйтке килә.
— Һеҙ — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе лә булған кеше.
— Мин, фән кешеһе һаналғас, тарихтан, археологиянан башҡа өлкәлә үҙемде күҙ алдына килтерә алмай инем. Көтмәгәндә 1995 йылдың июнендә Бөтә донъя башҡорттарының I ҡоролтайында мине рәйес итеп һайланылар. Бик борсолдом, сөнки үтә яуаплы һәм ҡатмарлы вазифа. Был эш мине ете йылға фәндән айырып торҙо. Рәйес вазифаһын тартырлыҡ Рәшит Шәкүр, Марат Ҡолшәрипов, Дамир Вәлиев кеүек тәжрибәле уҙамандар ҙа бар ине бит. "Ни өсөн нәҡ мине һайлап ҡуйҙылар икән?" тигән һорауға әле булһа аныҡ ҡына яуап таба алмайым. Бәлки, 1993—1994 йылдарҙа булған ваҡиғаларҙың һөҙөмтәһелер, тигән уй ҙа килә башҡа.
— Ниндәйерәк хәлдәр булғайны һуң?
— 1993 йылдың феврале. Мине БДУ-ның ректоры Рәғиб Насретдин улы Ғимаев кабинетына саҡыртып алды. Уның янында Пермь өлкәһендәге Барҙа районының етәксеһе ултыра. Ул беҙгә килеүенең маҡсатын аңлатты.
Барҙа районында йәшәүселәрҙең 80 процентын башҡорттар (гәйнә башҡорттары) тәшкил итә. Ләкин район етәкселеге, "төп халыҡ — татарҙар", тип, Барҙала татар милли районы статусы булдырыу ниәтенән съезд үткәрергә булған. Әлбиттә, был фекер айырым бер милләт вәкилдәре тарафынан күтәрелгән. Етәкселек, уларҙың ҡотҡоһона бирелеп, йыйылыш үткәргән. Унда һәр ауылдан ҡатнашҡан вәкилдәр: "Беҙ бит — башҡорттар, ни өсөн Башҡортостандан вәкилдәр саҡырмайһығыҙ?" — тип тауыш күтәргән. Әлеге етәксе беҙҙе Барҙаға саҡырыу өсөн килгән икән.
Бер аҙ һөйләшеп, фекер алышҡандан һуң ректор миңә Барҙаға барыу өсөн Башҡортостан делегацияһын төҙөргә ҡушты. Уның исеменән республика Президентына, Хөкүмәткә, Фәндәр академияһына мөрәжәғәт итеп, ғалим-яҙыусыларҙан торған ҙур һәм абруйлы делегация төҙөлдө, мине уның етәксеһе урынбаҫары итеп ҡуйҙылар.
Барҙалағы кәңәшмәлә асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Беҙҙең делегация вәкилдәре бер нисә ауылға барып, урындағы милләттәштәр менән осрашыу үткәрҙе. Әйтергә кәрәк, Татарстан делегацияһы ла бик абруйлы ине, үҙ маҡсаттарын улар асыҡтан-асыҡ яҡланы. Ләкин кәңәшмәгә килгән район делегаттарының күбеһе "беҙ — башҡорттар, беҙ башҡорт булып ҡалырға теләйбеҙ" тигән фекерҙән сыҡманы.
Төп халҡы гәйнә башҡорттары булған Барҙа районына "татар милли районы" статусы бирәйек тип йөрөүселәрҙең ҡылығы мине бик ныҡ тетрәтте. Был турала мин Барҙалағы сығыштарымда (унда делегация исеменән төп докладты мин уҡыным) әйттем. 1994 йылда Башҡортостандың төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙың рухи донъяһын байытыу, үҫтереү тураһында ҡыҫҡа ғына программа яҙып, республика етәкселегенә бирҙем. Был документ тураһында бер нисә тапҡыр фекер алышыу булды, һуңынан шуның нигеҙендә академик Р. Кузеев менән "Возрождение и развитие башкир северных и северо-западных районов Башкортостана" тигән ҙурайтылған программа төҙөлдө һәм Хөкүмәткә тапшырылды. 1994 йылдағы шәхси башланғыс ошондай үтә мөһим тәүге документты барлыҡҡа килтерҙе.
Аҙаҡ килеп, мине рәйес итеп һайлағанда 1993–1994 йылдарҙағы эшмәкәрлегем, бәлки, иҫкә алынғандыр тип уйлап ҡуям. Нисек кенә булмаһын, Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарғанда бар көсөмдө һалып, намыҫ менән халҡыбыҙға хеҙмәт итергә тырыштым.
— Бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой Һеҙҙе?
— Әлеге мәлдә "Башҡорт халҡының этногенезы (барлыҡҡа килеүе) һәм уның этник тарихы" тигән тема өҫтөндә эшләйем.
"Башҡортостан" гәзитен уҡыусылар беләлер, моғайын: июль–август айҙарында ошо баҫмала "Яйыҡтар — халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡәүеме" тигән мәҡәләләрем донъя күрҙе. Унда килтерелгән факттар, фекерҙәр буласаҡ китабымдың тәүге өлөшөн тәшкил итәсәк. Ул башҡорт халҡының ойошоуы, баҡыр-еҙ һәм тимер быуаттар осоронда Уралда йәшәгән яйыҡ ҡәбиләләренең быға бик ҙур өлөш индереүе тураһында. Ә инде V–ХVI быуат башҡорттарының тарихын ғүмерем буйы тикшерҙем һәм йыйылған мәғлүмәттәр китабымдың икенсе өлөшөндә тупланасаҡ. Уйлауымса, ундай китаптың бығаса булғаны юҡ.
— Нияз Абдулхаҡ улы, "Башҡортостан" гәзитен уҡыусылар исеменән олпат йәшегеҙ менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Эшегеҙ һәр саҡ уң булһын!

Юбилейың менән, Ил ағаһы!

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, йәмәғәт эшмәкәре, олуғ ғалим Нияз Абдулхаҡ улы МӘЖИТОВТЫ 80 йәше тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғүмерегеҙҙең 60 йылын фәнгә арнап, Һеҙ башҡорт халҡының тарихын төплө өйрәндегеҙ, һуңғы ике тиҫтә йылда Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитетының тәүге рәйесе һәм Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе вазифаларында эшләп, үҙегеҙҙе тәрән аҡыллы сәйәсмән, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре итеп таныттығыҙ. Беҙ, ғафуриҙар, Һеҙҙең менән хаҡлы ғорурланабыҙ, Һеҙҙең менән бәхетлебеҙ. Киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, яңы фәнни асыштар юлдаш булһын, хөрмәтле Академигыбыҙ!

Ҡотлау менән – «Табын» яҡташтар ойошмаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874