Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ғәҙеллеккә ышана башланым...”
Яңыраҡ мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы бәхәсле хәл республикабыҙҙа ҙур шаңдау тыуҙырҙы. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәтендәге яуаплы кешеләрҙең балалары юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмә менән ингән. Йәғни уларға белем биреү өсөн сығымдарҙы йәш белгесте диплом алғас та үҙенә эшкә урынлаштырыу менән ниндәйҙер ведомство йәки предприятие түләй. Йәмәғәтселекте ҡуҙғатҡан ваҡиғаға республика Президенты ла иғтибар итте. Һөҙөмтәлә, юғары вазифа биләгән өс кешегә шелтә бирелде.
Гәзит уҡыусыларға “Мәсьәләнең ошондай юҫыҡта хәл ителешенә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?” тигән һорау бирҙек.

Сәбилә МӘХМҮТОВА, Сибай ҡалаһы:
— Ысынлап та, университетҡа маҡсатлы урын алыу еңел түгел. Хәҙер бит күптәр, имтиханда тейешле балл йыймаһа, балаларын түләп уҡыта. Ә был осраҡта түрәләрҙең ғәзиздәренә бигерәк уңайлы шарттар килеп тыуған. Минеңсә, кешенең социаль сығышына ҡарап, уға ниндәйҙер уңайлыҡтар бирергә ярамай. Һәр нәмәлә ғәҙеллек булырға тейеш.
Илдар ФӘТИХОВ, Илеш районы:
— “Асыҡ Хөкүмәт”, “Халыҡ өсөн эшләргә”, “Яңырыу ваҡыты” тигән һүҙҙәр илебеҙҙә көн талабы булып яңғырай. Президентыбыҙҙың ҙур вазифалы кешеләргә шелтә биреүе — ыңғай сәйәсәттең дәлиле. Тимәк, быға тиклем ишеткән һүҙҙәр буш түгел, һәммәһе лә бер тигеҙ яуаплы. Әгәр тәртипте боҙалар икән, яуап бирергә тейештәр. Шәхсән үҙем Президентыбыҙҙың ғәҙеллегенә ышанам.
Кәримә ҒАЯЗОВА, Учалы ҡалаһы:
— Вазифалы кешеләрҙең балалары насар уҡыусылыр тип әйткем килмәй. Тик, әхлаҡи яҡтан ҡарағанда, нисектер килешеп етмәй. Бына шундай осраҡтар өсөн дә халыҡ етәкселеккә ышанысын юғалта. Берәүҙәр баҫыуҙа тир түгеп тә балаһын түләтеп уҡыта, икенселәр иһә, мөмкинлегенән файҙаланып, еңел ысул менән ҡуллана. Ғөмүмән, әшнәлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ бер өлкәлә лә булырға тейеш түгел.
Ирина ҠОЛМӨХӘМӘТОВА, Бөрө ҡалаһы:
— Әгәр яңылышмаһам, ундай бәхеткә төрлө министрлыҡта, район хакимиәтендә эшләгәндәрҙең балалары эйә булған. Нисек кенә булмаһын, нәфсене тыя белергә кәрәктер. Белем бит киләсәктә ата-әсәләренә түгел, үҙҙәренә кәрәгәсәк. Шуға һәр кем мәктәптән үк үҙ киләсәгенә яуаплы ҡараһын.
Мөнир ИРҒӘЛИН, Белорет районы:
— Яңырыу сәйәсәте эшләй башланы, былай булғас. Беҙгә буш вәғәҙәләр түгел, ә аныҡ ҡарарҙар, эштәр кәрәк. Республика етәкселегенә ышанысым арта.


Автор: Б. МӨХӘРРӘМОВ әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 20.08.2013, 06:57
    Был мәсьәлә улай, Һеҙ уйлағанса, ябай түгел. Беҙҙең илдә һәр гражданин - кем булмаһын, ябай эшсеме, профессормы, юғары вазифалы чиновникмы, президентмы, - һәр бер кеше тигеҙ хоҡуҡтарға эйә. Министрҙар ҙа үҙ балаларына юғары йортта уҡырға инергә маҡсатлы урын алыу хоҡуғына эйә, башҡалар һымаҡ.
    Һәр осраҡты айырым тикшерергә, айырым ҡарау зарури. Сөнки ниндәйҙер бер һөнәргә уҡытырға теләһә кемде алыу бигүк дөрөҫ булмаҫ. Министрҙың балаһы әгәр ошо һөнәргә уҡырға теләй икән, а башҡалар был һөнәргә өҫтөнлөк бирмәй икән, ни өсөн уға маҡсатлы урын бирмәҫкә һуң?
    Беҙҙә мәсьәләнең төбөнә ҡарау юҡ. Ғәҙелһеҙлек беҙҙең халыҡтың аңында, тимәк, беҙҙең сәйәси-ижтимағи ҡоролошта ла. Аңды һәм системаны үҙгәртмәйсә бындай хәлдәр һәр ваҡыт тыуып торасаҡ.
    Аңлатам: бына мин ауылда уҡыған саҡта уҡ әле, 1960-1970 йылдарҙа, Өфөгә республика башҡорт мәктәп-интернатына (был иң престижлы хәл! Ауыл кешеләре аңында!) ауыл мәктәбе балаларын ала торғайнылар. Советттар законы буйынса, критерийҙар: ябай ғаиләнән, ҡағиҙә булараҡ, күп балалы; ниндәйҙер бер таланты йәиһә дүртле-бишлегә генә өлгәшеү шарт. Ә ауылда ундай уҡыусылар байтаҡ була торғайны. Ә Өфөгә мәктәп-интернатҡа һәр ваҡыт түрә һәм уҡытыусы балалары ғына алынды.
    Ә бит советтар заманында ниндәйҙер кимәлдә социаль ғәҙеллек һаҡларға тырышылды, һәр хәлдә, хәҙерге кеүек, ныҡ мутлашыуға юл ҡуйылиай ине... Әммә барыбер, халыҡты аңы - һәр ваҡыт теләһә ниндәй юлдар менән фәҡәт тик үҙенең балаһын яҡшы урынлаштырыу. Бына Һеҙгә ғәҙәттән тыш антропологияның бер феноменологик миҫалы! Гуманитар катастрофа!
    Һәр нәмәгә фәнни, фәлсәфәүи ҡараш талап ителә. Ә беҙҙә ул юҡ!

Комментарий өҫтәргә