"Бәлә килгәндә яңғыҙ түгелбеҙ", — ти әбйәлилдәр Район хакимиәте бинаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр штабын хәтерләтә: коридорҙа кешеләр ҡайнаша, бүлмәләрҙә телефон шылтырай, кемдер керә, кемдер сыға... Штаб тигәндән, ысын мәғәнәһендә көнө-төнө тиерлек эшләй ул. Беҙ барғанда төрлө өлкә белгестәре район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Рәйсә Латипованың кабинетында сираттағы кәңәшмәгә йыйылғайны. Әлеге мәлдә Рәйсә Раил ҡыҙы ҡаза килтергән зыянды иҫәпләү комиссияһы рәйесе лә булып тора.
— Рәсәй Хөкүмәтенең элекке 750-се ҡарарына ярашлы, башта ҡаза күргәндәргә тәүге кәрәк-яраҡты ғына һанап, хаҡын сығарғайныҡ. Ундайҙар дүрт меңләп кеше булып китте. Хәҙер иһә, яңы ҡарар буйынса, картуфһыҙ, бесәнһеҙ ҡалғандар ҙа, йорт алды төҙөлөштәре, ихатаһы зыян күргәндәр ҙә иҫәпкә индереләсәк. Улай булһа, әлеге һан бер нисә тапҡырға артасаҡ.
Һыу баҫыуҙан килгән зыянды барлау, бигерәк тә хаҡ ҡуйып, һәр мохтажға уны тейешенсә юллауҙы ойоштороу — бик сетерекле һәм мәшәҡәтле эш.
Мәҫәлән, дүрт мең кешегә генә лә өсәр дана акт төҙөү әллә күпме ваҡытты ала. Әле район күргән зыян яҡынса 260 миллион һум тип иҫәпләнә. Ләкин был һан оператив рәүештә 11 августа уҡ, йәғни һыу баҫыуҙан һуң ике көн дә үтеп өлгөрмәҫтән, сығарылған. Тәү ҡарашҡа күҙгә ташланғандар халыҡҡа иң беренсе бирелергә тейеш ярҙам күләме генә тиһәң дә була. Унда утын-бесән, ҡойма-төкәтмәләр, баҡсалағы картуф һәм башҡалар инмәй. Тағы бер сетерекле мәсьәлә: кемдәрҙеңдер өйҙәренә, әйберҙәренә ныҡлы зыян килгән — бер ниһеҙ тороп ҡалғандар ҙа бар, кемдеңдер кәртә-ҡураһын, картуф, йәшелсә баҡсаһын һыу баҫҡан, ҡышлыҡ бесән аҡҡан, ҡалған кәбәндәр сереп-янып ултыра, бураһы, утыны... Тәүгеләренә зыянды аҡсалата ҡаплаһаң, һәр кешегә 50 мең һум ҡаралған, ә ҡалғандарға 10-ар мең (ғаиләгә 50 меңдән артмаҫҡа тейеш) һум бүленеүе ихтимал. Тағы шуныһын әйтмәй булмай: әлеге 260 миллион иҫәбенә емертелгән ҙур һәм бәләкәйерәк 26 күперҙең тулы хаҡы инмәгән. Алдағы сумманың 37 миллионы ауыл хужалығына килтерелгән зыян тип иҫәпләнә. Барлығы 4 мең гектар сәсеүлек, 5 мең тонна мал аҙығы һыу аҫтында ҡалған. Нисек кенә булмаһын, һуңғыһы теүәл һанап сығарылмаған.
Беҙ барғанда районда Өфөнән килгән, төрлө өлкә белгестәрен йәлеп иткән комиссия эшләй ине. Тағы шуныһы ла бар: зыянды тәүге һандарҙан күберәк
күрһәтһәң, ҡалғанын Федераль үҙәк бирерме, тип тә шикләнәләр бында. Һәр хәлдә, яҡшыға өмөт итәйек.
— Быйыл йәйҙең ҡоролоғон да, экваторҙа ғына булған ҡойма ямғырын да күрҙек. Шулай ҙа халыҡ беҙҙә тырыш, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ваҡытын табыр. Хөкүмәт тә ярҙамынан ташламаҫ, — ти район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Линиза Сәғәҙиева.
Бөгөн район үҙәге Асҡарҙа ла эш етерлек. Күптәр касафаттың эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнә: ике ҡатлы йорттарҙың баҙынан һыу һурҙыртып ағыҙалар, балсыҡ, сүп-сарҙан урамдарҙы таҙарталар.
— Ҡазанан һуң шунда уҡ беҙҙе йыйҙылар. Кисен ҡуҙғалғайныҡ, 470 километр урау юл үтеп, таңдан килеп еттек. Шунда уҡ ике ҡатлы өйҙәрҙең баҙҙарынан һыу һурҙырта башланыҡ, — ти Мәләүез районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Әмир Ғәлиев. — Минең менән бергә ун кеше килде, өс махсус машина, тейешенсә һурҙыртҡыстар, помпалар бар...
Һыу баҫыуҙан зыян күргән барлыҡ ауылдарҙа ла таҙартыу, төҙәтеү эштәре бара. Йыуылған, емерелгән күпер-баҫмаларҙан, юлдарҙан тыш, 850-нән ашыу йорт-ҡаралтыла, баҡсаларҙа ла мәшәҡәт етерлек.
Асҡарҙан һуң Яңауыл, Байым ауылдарына юлланабыҙ. Барған саҡта Ҡушый ауылы эргәһендәге күперҙә туҡталабыҙ. Һыу юлды 10 метр тирәһе киңлектә
йырып киткән, шуға ла ҡаза ваҡытында Магнитогорск яҡлап бөтөнләй хәрәкәт туҡтаған, был яҡта йәшәүсе халыҡ менән бәйләнеш булмаған. Ямғырҙар тыныу менән күперҙе, юлды тиҙ генә йүнәтеп, ҡом-таш һалып ҡуйғандар.
Сыбаркүл буйы. Уның исеме һыу өҫтөн сыбарлап аҡҡан күтер-утрауҙарҙан киткән, тиҙәр. Ысынлап та, күл өҫтө сып-сыбар булып, әле теге, әле был яҡҡа табан яй ғына эреле-ваҡлы күтерҙәр ағып йөрөй. Көслө ямғырҙар ваҡытында заманында күлдең һыуы мулыраҡ булһын тип изге ниәттән төҙөлгән "Дәүләт плотинаһы"ның йырылыу ҡурҡынысы тыуа. Бер нисек тә шлюздарҙы аса алмайҙар — ҡапыл тулған һыу ирек бирмәй. Шул саҡ МЧС белгестәре иң аҡыллы ҡарарға килә: быуаны ситтәнерәк йырып, һыуҙы кәметергә. Был эште "Башмелиоводхоз" ойошмаһы эшселәре башҡара. Етәкселәре Иван Лавренов эргәләренән китмәй. Ғөмүмән, уның тураһында йылы һүҙҙәр генә ишеттек.
Тәүбә-тәүбә, тип әйтәйек, әгәр ошо быуаны йырып, һыуын ағыҙмаһалар, Әүнәштең ажғыр тулҡындары Яңауыл ауылының ярға яҡын йорттарын ғына түгел,
башҡаларын да Ер йөҙөнән йыуыр ине. Эҙемтәләрҙе кәметеү буйынса байтаҡ эш башҡарылыуға ҡарамаҫтан, ярға яҡын өйҙәр, хужалыҡтар ныҡ зыян күргән. Бигерәк тә түбәнге остағы йылға буйына төҙөлгәндәре.
— Ошо өй — минең тыуған йортом. Ирем Заһит, ике генә айлыҡ балам менән йәшәй инек, хәҙер торорлоҡ түгел, — ти Алһыу Абдуллина. — Ярай әле һыу баҫыр алдынан үрге осҡа киткәйнек. Беҙҙе алдан иҫкәрттеләр. Тәүҙә ныҡ баҫыр тип ышанманыҡ. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында ныҡ ташҡын булған-булыуын, әммә һыу өй эсенә үк инмәгән. Хәҙер бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ. Баш һау булһа, йәшәрбеҙ әле. Бөтәһе лә шулай йыуата үҙен: үҙебеҙ иҫән, бала, мал-тыуар...
Миғәт Фазылов Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Ҡатыны Рәзифә Дәүләт быуаһын асҡандар тип әйткәс, ҡайтырға сыға. Ләкин уны метр ярымдан ашыу күтәрелгән һыу эсендә ултырған өй-ҡаралтыһы, күтер араһында йөҙөп йөрөгән ҡапҡа-кәртәләре, түбәләре саҡ күренеп торған трактор менән еңел машинаһы ғына ҡаршылай, күңел йыуатырлыҡ күренеш күрмәй.
76 йәшлек Фәриҙә Фазылова һүҙгә ҡушыла:
— Һыу ҡапыл ғына арыуыҡ күтәрелеп китте, ҡаҙ себештәре алғайным, улар үлә ине, ярай әле күрше малайҙар сығарып бирҙе. Минең өс баш мал әлегә юҡ, килендәрҙең — һыйыры. Аҡҡандармы, әллә ҡурҡып, берәй ерҙә йөрөйҙәрме — белмәҫһең...
Яңауылдан һуң Байым яғына юлланабыҙ. Саҡрымдар менән бергә ҡаза эҙҙәре лә артта ҡала бара. Ауылға ингәндәге күпер ярым емерек. Өфө эксперттары зыяндың яҡынса күләмен барлап, акт төҙөп китте. Ҡайтҡас, аныҡ һандар билдәләйәсәктәр, төҙәтеү буйынса проект эшләнәсәк.
— Байымда барлығы 297 йортто һыу баҫты, Яңы Балапанда — 7, Мораҡайҙа 54 өй-ҡаралты һыу аҫтында ҡалды. Ауыл Советы буйынса йәмғеһе 358 хужалыҡҡа зыян килде. Өс өй ныҡ емерелде, акт төҙөлдө, — ти ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ленара Хөснөтдинова.
Әбйәлил районында 7–9 августағы яуым-төшөм айлыҡ норманан биш тапҡырға артып киткән! Дөйөм алғанда, ямғырҙар 25 июлдә үк башланған. Ҡыҙыл, башҡа вағыраҡ йылғалар шашып аҡҡан, ярҙарын емергән. Шулай уҡ элек юғалған шишмәләр бәреп сыҡҡан.
Ҡыҙылдан алыҫ түгел генә йәшәгән Фирғәт Мостафиндың ярты ҡаралтыһын ярҙы ишкән йылға тулҡындары алып киткән. Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс: бер нисә сәғәттә йәйге йорт менән һарай, баҡсаның яртыһы... юҡҡа сыҡҡан! "Урал" машинаһы менән һөйрәтеп, һуңынан кесе өйҙө генә кире сығара алғандар.
— Йылғаның аҡҡан урыны бынан 20 метрҙай алыҫлыҡта ине. Элегерәк хатта күршем була торғайны. Хәҙер уның нигеҙе генә түгел, минең ярты ихатам юҡ, — тип аптырай Фирғәт ағай. — Өйҙө күсермәйенсә булмай. Эксперттар килеп, ярҙы нығытасаҡбыҙ, ти ҙә ул, белмәйем шул, унан ғына файҙа булырмы икән?
Иң көслө ташҡын, моғайын, Үрге Әбдрәш менән Түбәнге Әбдрәштә булғандыр. Был ауылдар Ҡыҙылдың иң түбәнге ағымында, Урал (Яйыҡ) йылғаһына ҡойған урындан 20 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Үтәгән, Ҡаҙмаш Буранғол, Амангилде, Ишҡол, Мәхмүт, Тәпән, Ишбулды, Булат ауылдарын, Сиҙәм ҡасабаһын үтеп, тамам көс йыйып, йылға тулҡындары 9 августа бында ябырыла.
— Сәғәт эсендә күҙгә күренеп һыу ҡалҡты ла юлдарҙы ҡапланы. Метрҙай торҙо, күпер күренә, ә юл юҡ — диңгеҙ һымаҡ ята. Мал йылға аръяғында ине. Кешеләр барып, уларҙы саҡ ҡотҡарып сығарып алды. 8 августа халыҡты өйҙәренән мәктәпкә йыйҙыҡ. Ләкин ул төндө һыу булманы, — тип һөйләй урта мәктәп директоры Иҙрис Батыршин. — Икенсе көндө көндөҙгө сәғәт 3-тәрҙә күтәрелә башланы...
Халыҡ дәррәү был яҡта. Бер-береһенә ярҙамсыл булыуҙары яҙын Белорет районындағы Ғәбдөк ауылы халҡын фажиғәнән алып ҡалғайны. Әбйәлил ауылдары кешеләрен дә ошо матур сифат ҡотҡарҙы. Мәҫәлән, Түбәнге Әбдрәштә — 14, Үргелә 136 йортто һыу баҫҡан. Һөйләүҙәренсә, тәүге ауылда 70-ләгән кеше өҫкө урамда ҡалған ике генә йортта өс көн буйы ваҡытлыса йәшәү урыны тапҡан. Магазиндарҙа аҙыҡ-түлек бөткәс, МЧС-тан, район хакимиәтенән ярҙам килә. Сибайҙар эргәнән генә үткән тимер юл аша тәүге кәрәк-яраҡ оҙата.
Ярҙамсыл булыуҙарының тағы бер миҫалын яҙмайынса мөмкин түгел. Мәҫәлән, фермер Рәмил Юлдыбаев — "МТЗ-82", Радмир Өмөтбаев "ЮМЗ" тракторҙарында төнө буйы кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығара. Фараға етеп торған һыуҙан бер ни күрерлек түгел, юл юҡ, ә ҡыйыу егеттәр ярҙамға ташлана. Ошо үҙе үк батырлыҡ түгелме ни?!
Бәлә-ҡазаға тарығандар менән йыш осрашҡан бар, әммә бик һирәк ерҙә урындағы етәкселәргә ҡарата йылы һүҙҙәр ишетәһең. Битәрләп кенә ҡалмай, хатта теге йәки был хилафлыҡта ғәйепләп тә ҡуялар. Һис арттырмайым, Әбйәлилдә бындай бер генә һүҙ ҙә ишетмәнек. Киреһенсә, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовҡа, ҡаза эҙемтәләрен барлау, бөтөрөү буйынса эшләгән комиссия ағзаларына рәхмәт һүҙҙәре генә әйттеләр. Алдан иҫкәртеү булмаһа, ойоштороу эштәре тейешенсә ҡуйылмаһа, МЧС хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, оҫталығы етеңкерәмәһә, бәләләр кеше башы менән иҫәпләнер ине. Урындарҙа ла ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа тип айырым төркөмдәр төҙөлгән. Әле эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса ла байтаҡ эш башҡарылған.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың һыуҙан ҡаза күргән Әбйәлил һәм Белорет райондарында бер кемдең дә бәлә менән яңғыҙ ҡалмаясағы, афәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн республика һәм ил ҡаҙналарынан ярҙам буласағы тураһындағы белдереүе, аныҡ эштәр башҡарылыуы, барлыҡ район-ҡалаларҙың изге эшкә ҡушылыуы ла ышаныс уята халыҡта.
Зыян күләме иҫәпләндеАныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Әбйәлил һәм Белорет райондарында 37 ауыл, 1 094 йорт алды биләмәһе, 1 094 торлаҡ йорт һыу баҫыуға дусар булған. Әлеге көндә ташҡындан зыян күргән 3 390 кешенең 170-е мөлкәтен өлөшләтә юғалтыуға бәйле финанс ярҙамы һорап ғариза менән мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығындағы матбуғат хеҙмәтенән.
13,5 километр оҙонлоғондағы 31 юл участкаһы, 14 күпер күргән зыян күләме 207,8 миллион һум тәшкил итә. Инфраструктура буйынса зыян күләме 207,8 миллион һумға баһалана. Бәләгә тарыған кешеләргә һәм инфраструктура объекттарын йүнәтеүгә дөйөм түләүҙәр Әбйәлил районы буйынса — 223,8 миллион һум, Белорет районы буйынса 26,4 миллион һум тәшкил итә.
Бөгөнгә баҙ һәм мөгәрәптәрҙән һыуҙы һурҙыртыу, йыйылған сүп-сарҙы сығарыу, йылылыҡ ҡоҙоҡтарын һәм трассаларын таҙартыу, юл ситтәрен тергеҙеү буйынса эштәр тамамланған. Әбйәлил районында ҡырсынташ ташыу, күперҙәрҙе төҙәтеү, юл ремонтлау дауам итә. Был эшкә 65 кеше һәм 48 берәмек техника йәлеп ителгән. Шулай уҡ килтерелгән зыянды иҫәпләү һәм тикшереү буйынса акттар төҙөү йәһәтенән муниципаль берәмектәр комиссияларының эше дәррәү бара.
Дөйөм алғанда, республикалағы 44 муниципаль районда ғәҙәттән тыш хәл режимы һаҡлана: Стәрлетамаҡ районында — нефть шламы түгелеү, ҡалғандарында ауыл хужалығы ерҙәрендә, көтөүлек һәм туғайлыҡтарҙа һоро сиңерткә (саранча) ҡотороуы, эҫелек, ҡоролоҡ арҡаһында сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы, шулай уҡ көслө ел, боҙ-борсаҡ яуыуы, ҡойма ямғырҙар сәбәпсе булды быға.