Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәк йылыһын йәлләмәй
Йөрәк йылыһын йәлләмәйЕтәксе ҡатын-ҡыҙ элек-электән һоҡланыу тойғоһо уята ине. Ләкин улар ошо дәрәжәгә еткәнсе күпме юл үтеүен үҙҙәре генә белә торғандыр. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Лилиә Атйетәрованы күптән беләм. Үҙәкте етәкләүенә лә быйыл көҙ теүәл 10 йыл тула.

Ул Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән, ҡалабыҙҙың 1-се мәктәбен тамамлаған. Шуға күрә ҡаланы ла, бында йәшәгән халыҡты ла бик яҡшы белә. Мәктәптә уҡығанда уҡ лидерлыҡ хас булған уға. Башта пионерҙар дружинаһы советы рәйесе, комсомол ойошмаһы секретары, ә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡығанда йыл һайын студент-төҙөлөш отрядтарының комиссары була. Бар йәһәттән дә бөтмөр ҡыҙҙы институтта эшкә ҡалдыралар. Педагогика һәм психология кафедраһы ассистенты, профсоюздар комитетының ирекле рәйесе булып эшләй. Аҙаҡ партия ҡала комитетына ойоштороу бүлеге инструкторы булараҡ саҡырыла. Тормошҡа сығып, бер-бер артлы ике ул тапҡандан һуң, мединститутты тамамлаған иптәше Рәйес Миниғәзиз улы менән Баймаҡ, Күмертау ҡалаларында йәшәйҙәр. Шул йылдарҙа Лилиә Нуриман ҡыҙы тағы ла яңы һөнәр алырға, юғары категориялы психолог булып эшләргә, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамларға өлгөрә. Ә 2003 йылда ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп ҡайта, һәм Лилиә Нуриман ҡыҙы комплекслы үҙәктә яҡындары иғтибарынан ситтә ҡалған өлкән быуын кешеләренә, инвалидтарға, күп балалы яңғыҙ ҡатындарға ярҙам итергә тотона.
Бында барлығы 235 кеше — социаль хеҙмәткәрҙәр, ошо йүнәлештә белгестәр, тәрбиәселәр, педагогтар, психологтар, медицина хеҙмәткәрҙәре, юристар һәм башҡа белгестәр эшләй. Йылына 20 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугирҙәрҙең тол ҡатындары, тыл хеҙмәткәрҙәре, инвалидтар, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булған балалар һәм башҡа категорияға ҡараған граждандар хеҙмәтләндерелә.
Лилиә Атйетәрова етәкселегендәге үҙәк өлкән йәштәгеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса "Стәрлетамаҡ — ҡартлыҡ шатлыҡ килтергән ҡала" проектының модераторы булып тора. "Мобиль бригада" пилот проекты бурыстарын уңышлы үтәй, был эш тәжрибәһе бөтә Башҡортостанға таралған. Ун йыл инде үҙәк ҡала инвалидтары өсөн реабилитациялау техник сараларын прокатҡа бирә. Халыҡтың мохтаж социаль ҡатламына хәйриә ярҙамы күрһәтеү механизмын тормошҡа ашырыу буйынса "Изгелек эшлә" программаһы Социаль сәйәсәт өлкәһендә проект инициативалары конкурсында диплом менән баһаланған.
Лилиә Нуриман ҡыҙының бөтә ергә лә өлгөрөүенә аптырап та ҡуям ҡай саҡ, сөнки ул төп эшенән тыш, йәмәғәтселек мәсьәләләре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Инвалидтар эше буйынса координация советы ағзаһы, Стәрлетамаҡтың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ярҙамсыһы, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет секретары, участка һайлау комиссияһы рәйесе, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең урындағы бүлеге башҡарма комитеты ағзаһы, Ҡатын-ҡыҙҙар союзының ҡала советы ағзаһы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса "Йәмәғәтселек палата"һының рәйес урынбаҫары ла! Ойоштороусанлыҡ һәләте, үҙенә һәм хеҙмәттәштәренә булған талапсанлығы арҡаһында Лилиә Нуриман ҡыҙы теләгән маҡсатына ирешә. Күптән түгел абруйлы, белемле етәксе тағы ла юғары наградаға лайыҡ булды: Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы уның хеҙмәт кәштәһендә үҙ урынын алды.


Автор: Римма ҒӘЛИМОВА. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә