“Кулибин”дар беҙҙә лә күп икән дә баһа!Тирә-яҡҡа элек-электән тимер-томор оҫтаһы тигән даны таралған Шәүкәт Алсынбаевтың йортон табыуы ауыр түгел – уны бер нисә билдә айырып тора: беренсенән, ауылды икегә ярып аҡҡан Ҡаҫмарт йылғаһының Ҡыуат тип аталған яртыһында, урам мөйөшөндә генә йәшәй; икенсенән, өйө ҡаршыһында ҡолас етмәҫлек йыуан тирәк үҫә; өсөнсөнән, ихатаһында 20 метр бейеклектәге антенна күккә үрләгән; дүртенсенән, йорт-ҡура алдында ла, эсендә лә һәр төрлө үҙъяһалма техника тулып ултыра.
Шәүкәт ағайҙың "алтын ҡуллы" тигән даны был яҡтарҙа ғына түгел, ә күрше Ырымбур өлкәһенә лә үткән быуаттың 70-80-се йылдарында уҡ таралғайны. Кемдең тракторы, йөк йәки еңел автомобиле, тирмәне, башҡа берәй агрегатымы эштән сыҡһа, нәҡ уға килеп етерҙәр ине, сөнки ул йылдарҙа, хәҙерге кеүек автосервис, ғөмүмән, техника ремонтлау оҫтаханалары был тирәлә булманы. Яҙғы сәсеү, ураҡ эштәренә әҙерлек башланһа, хужалыҡтың баш инженерҙары, механиктары, кәрәкле запас частар эҙләп Өфөгә, Ырымбур, Ҡыуандыҡ, Мәләүезгә сабырҙар ине. Урында йүнәтә алмаған двигатель йәки башҡа ҙурыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ деталдәрҙе тейәп, ҡалаларға юл сығырҙар ҙа йүнәткәндәрен аҙна-айҙар буйы көтә торғайнылар. Ә бына Шәүкәт ағайға мөрәжәғәт иткәндәр, тейешле ярҙамын алып, ҡыуанып-шатланып ҡайтыр юлға сыҡҡан, сөнки оҫтаның “компьютер диагностикаһы” – башында, “ауырыу” техникаға “шифа-дауаһы” ҡулында булды.
Иретеп йәбештереүсе булып эшләп йөрөгән ябай ауыл егетенең һәр йәһәттән тилбер, тимер-томор эшенә үтә лә маһир, өҫтәүенә тура, үткер телле, ғәҙел булыуын райондың бер етәксеһе тоҫмаллап ҡала. Ейәнсура районының ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Фаин Исмәғил улы Исмәғилев була ул. Заманына күрә ҡатмарлы ғына булған АВМ агрегатын колхоздың ырҙын табағында йәһәт кенә ҡороп биргән сымыры оҫтаны ул килгән-киткәнендә ситтән күреп-күҙәтеп йөрөгән. Бындай белгестәр хужалыҡ ҡына түгел, ә бөтөн район өсөн алтын бәрәбәрендә була. Һәм ул егетте Салауат исемендәге колхоздың механигы итеп тәғәйенләй.
80-се йылдарҙа була был хәл. Яңы механик тиҙ арала колхоз фермаларында транспортерҙар, Үтәғолда, Иҙәштә, Малиновкала ЗАВ-40 агрегатын ҡороп ултырта. Шулай итеп, Салауат исемендәге колхоз яҙғы баҫыу, урып йыйыу эштәрен әҙерлекле ҡаршылай башлай. Бөгөнгө көн “манараһынан” ҡарап, элекке колхоздар, Фаин Исмәғилевтәй ил ағалары иҫән булған булһа, алтын ҡуллы Шәүкәт Алсынбаев кеүектәр гөрләтеп колхозды, районды, ғөмүмән, илде әллә ниндәй мәртәбәгә күтәргән булыр ине тигән һығымтаға киләһең. Тик... Ауыл хужалығы тармағында уйланылмай башҡарылған реформалар бөтөн донъяның аҫтын-өҫкә килтерҙе. Көтөлмәгәнлектән шаңҡып ҡалғандар юғалып юҡҡа сыҡты, ә Шәүкәт ағай кеүек тырыш-тырыздар йәшәргә, көн итергә тырышты. Хәйер, тормоштоң әсе-татыһын күп һемереп, ҡоростай сыныҡҡан ир уҙаманы, ғөмүмән, бер ҡасан да, бер ниндәй ауырлыҡҡа ла бик бирешеп бармаған. Хаҡһыҙ рәүештә репрессияланып, мал-мөлкәте тартып алынған, бала-сағаһы менән Кемеров өлкәһенә һөргөнгә оҙатылған, аҙаҡ аҡланып, тыуған еренә ҡайтыуға өлгәшкән ата-әсәһенең гены, күрәһең, көслө булған. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ағайҙың: заманында бүреген дә, итеген дә, тунын да, күлдәк-ыштанын да үҙ ҡулдары менән тегеп, ойоҡбаш-бейәләйҙәрен бәйләп кейгән һәм туғандарын да кейендергән. Һәр эште лә емереп эшләүен ул тормоштоң ҡаты һынауҙары сыныҡтырыуы менән аңлата.
— Бәләкәй генә саҡта тимер сыбыҡтан үҙ ҡулдарым менән ҡармаҡ яһап, балыҡ тотоп, ғаиләбеҙҙе туйындырҙым. Етенсе класты ғына тамамлап, промартелдә ағас ҡырҡып ташыуымды һис онота алмайым, — тип иҫкә ала ағай бала саҡтарын. — 1954 йылда ғына ҡайтып индек тыуған яҡҡа. Тәүҙә Омскиҙа нефть эшкәртеүсе заводта монтажсы булып эшләнем. 1964 йылда, атайым ауыр хәлдә ҡалғас, Үтәғолға ҡайтып, иретеп йәбештереүсе булып эшләй башланым. Ул йылдарҙа бындай һөнәргә эйә булғандар юҡ тиерлек ине, шуға күрә колхозға ҡушҡуллап эшкә алдылар. Әммә “халыҡ дошманы” улы мөһөрө мине һәм туғандарымды ғүмеребеҙ буйы оҙатып йөрөнө. Йәберһетеү-ҡыйырһытыуҙарҙы иҫләй башлаһаң, йөрәккә ҡан һауа...
Хәтирәләрҙән арынып, Шәүкәт ағай менән ихатаға сығабыҙ. Ҡапҡа төбөндә ултырған иҫке генә тракторҙы, әле хужаның төп ярҙамсыһына әйләнгән тоғро дуҫы МТЗ-50-не, 80-се йылдарҙа ҡулына төшөргән. Тиҫтәләгән йыл эшләп, туҙып, эшлектән сыҡҡан, һөҙөмтәлә элекке хужаһы тарафынан ғәмәлдән сығарылған техника булған икән. Ҡарап, йүнәтеп алғандан һуң бына өсөнсө тиҫтә инде ул Шәүкәт ағайға хеҙмәт итә. Хәйер, рационализаторлыҡ һәләте оҫтаға тракторҙы үҙенсә ҡулайлаштырып, көйләп алыу форсатын биргән.
— Уға ҡабырғанан тағыла торған сапҡыс ҡуйҙым – заводта эшләп сығарылған тракторҙарҙа ул юҡ. Бүрәнә, бура күтәрә торған кран эшләнем – ул оҙонайтыла һәм ҡыҫҡартыла; грейферы ла бар – бесән күбәһен боҙмайынса, бөтөн килеш кенә күтәреп һала; алдан кара эшләп таҡтым – ҡом, ҡырсынташ, балсыҡ тейәй; этәргес тә алда – бесән этәргәндә һәр эш-хәрәкәт күренеп тора (ә завод тракторының этәргесе артта, әйләнеп ҡарауы уңайһыҙ, бесәнде арт менән тау үренә этәреүе лә ҡыйын). Трактор-универсал. Тағы ла завод тракторҙарының муфтаһын йүнәтеү өсөн, ғәҙәттә, алғы өлөшөн мискәгә һалып тарттырып, артҡы өлөшөнән айыра торғайнылар. Ә мин, бына ошондай махсус ҡулайлама эшләнем, — тип тимер йәнле хужа тракторының йәнәшәһендә торған ҡулайламаһын күрһәтте.
Шәүкәт ағай үҙ ҡулдары менән яһаған техникаларының ниндәй эшкә кәрәклеге тураһында аңлатма бирә. Мәҫәлән, ғәҙәти һабанды тарайтып эшләүе уның етештереүсәнлек үҙенсәлектәрен яҡшыртҡан: беренсенән, һөргәндән һуң кәҫ ҡалмай; икенсенән, тракторға артыҡ көсөргәнеш төшмәй.
Тракторына сапҡысты, бесән этәргесте — алдан, тырманы (согребалканы) арттан бер юлы тағылмалы итеп ҡулайлаштырған. Үҙе эшләгән сапҡысын өс йыл буйы һынап, һәр детален үҙгәрткән. Һәм әле ул, рационализатор әйтеүенсә, үтә лә камил техникаға әйләнгән.
— Завод тырмаһының киңлеге, йәйелһә, 12 метрға етә, ул тау араһына һыймай. Ә минеке – йыйылмалы. Өсәр метрлы өлөштәргә бүленә. Уның менән Өфө урамдарында ла йөрөй алам, — тип шаяртып ҡуйҙы алтын ҡуллы хужа.
Шәүкәт ағайҙың шытым биргән рационализаторлыҡ орлоҡтарын һанап бөтөрлөк түгел. Бына, мәҫәлән, салғы бысаҡтарын кемдең болгарка менән үткерләгәнен күргәне бар? Ә бына Шәүкәт ағай минең күҙ алдында зырлатып үткерләп тә ҡуйҙы. Өҫтәүенә завод салғыларының бысаҡтары төп өлөшкә заклепкалар менән беркетелә, бесән сапҡанда платформа эсендә шылып йөрөгәндә улар тиҙ өҙөлә. Ә оҫта уларҙы иретеп йәбештереп ҡуйған һәм бысаҡтар оҙаҡҡа сыҙай.
Ҡыҫҡаһы, Шәүкәт ағайҙың уйлап тапҡан нәмәләрен һанап бөтөрлөк түгел. Рационализаторлыҡ хеҙмәттәрен тасуирлап яҙып, һүрәтләп, китап сығарһаң, техника менән ҡыҙыҡһынған ир-егеттәр әллә күпме мәғлүмәт алыр ине. Бына ошо техникаһы һәм ҡулайламалары ярҙамында инде һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған уҙаман үҙ хужалығын бөтәйтеп кенә ҡалмай, ә ауылдаштарына ла барлыҡ хеҙмәттәрҙе күрһәтеп, рәхмәтен ала. Ә бер рәхмәт, әйтеүҙәренсә, мең бәләнән ҡотҡара.
— Ҡул эш белгәс, кешегә ярҙам итмәү яҙыҡ булыр. Элек тә миңә мөрәжәғәт итеүселәр күп булды, хатта Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Сибай, Ырымбур, Орскиҙан килеп етерҙәр ине. Әле лә, шөкөр, ҡапҡам ябылмай, килеп-китеп торалар, — тип ҡәнәғәтлек менән көлөмһөрәй оҫта.
Егәрленең ҡулы ете, тиҙәр. "Ете ҡуллы" Шәүкәт ағай Алсынбаевтың оҫталыҡ даны ете ауылға ғына түгел, ә ете өлкәгә еткән.