Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
Хатаһына күрә яуабы
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең 12 хеҙмәткәре килемдәре тураһында ялған мәғлүмәт биргән өсөн язаға тарттырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә ҡала етәкселегендәге бер нисә хеҙмәткәрҙең 2012 йылдағы килемдәре тураһында тулы йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биреүе асыҡланғайны. Улар элекке эш урынындағы хеҙмәт хаҡы, автомобиль йәки ер участкаһы һатыуҙан алған килемдәре, шулай уҡ кредит ойошмаларында тупланған бонустары тураһында "онотҡан". Шәхси эшҡыуар булып теркәлгән муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҙә асыҡланды. Был иһә — ҡануниәтте туранан-тура боҙоу.
"Өфө прокуроры ҡала хакимиәте башлығы исеменә рәсми тәҡдим индерҙе. Уның һөҙөмтәләре буйынса закон боҙоу осраҡтары бөтөрөлдө, вазифалы дүрт кешегә шелтә бирелде, һигеҙенә иҫкәртеү яһалды", — тип аңлаттылар ҡала етәкселегенең матбуғат хеҙмәтендә.

Мәк “яратҡан” икән

Белорет районында йәшәүсе 32 йәшлек ир наркотик һатыуҙа ҡағылышы булыуҙа ғәйепләнә. Тентегәндә унда 1 килограмдан ашыу мәк һаламы табылған.
Ҡулға алынғас, ир мәкте үҙе өсөн генә үҫтереүен әйткән, әммә шуныһы ғәжәп: был әҙәм киң майҙанда мәктән тотош бер плантация сәсә икән. Наркополицейскийҙар түтәлдән 4 687 бөртөк мәк үҫентеһе йолҡоп алған, уның дөйөм ауырлығы 45 килограмм тартҡан. "Сәскә яратыусы"ға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Закон һаҡсыһына янағас...

Ҡыйғы районында суд 48 йәшлек енәйәтсегә хөкөм ҡарары сығарҙы. Былтыр июндә был ир эскән килеш ғаиләһендә ғауға ҡуптарған.
Ҡатыны полиция саҡырта, участка вәкиле иһә килеп етеү менән был факт буйынса административ акт төҙөй башлай. Ғауғасы полицейскийҙы автомобилдән тартып сығарып, бәкеһе менән уға бер нисә тапҡыр һелтәнә, шул уҡ ваҡытта ҡатынын үлтереү менән янай, закон һаҡсыһынан ҡорал таптырырға тотона. Шул саҡ, яҡынлашып килгән полиция нарядын күреп, участка вәкиленең эш автомобилендә ҡасып ҡотолорға маташа. Ошо енәйәттәрҙең барыһын бергә ҡушып, суд ғәйепле ирҙе 17 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе кәрәк тип тапты.

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!

Йыл башынан бирле Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй биләмәһендә булыу тәртибен боҙған 108 мигрантты илдән ҡыуып сығарыу тураһында суд ҡарарҙарын үтәгән.
Законһыҙ мигранттарҙы үҙ иленә мәжбүри ҡайтарыуға уларҙың беҙҙә ваҡытлыса йәшәү шарттарын һанға һуҡмауы сәбәпсе булған. Тажикстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Әрмәнстан һәм ҡайһы бер башҡа илдәр граждандары Рәсәйҙең виза режимын йыш боҙа. Ҡыуып ҡайтарылғандар араһында Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Румыния, Ираҡ, Вьетнам, Нигерия һәм башҡа ил кешеләре лә бар.

Үҙ иренән фатир "һатып алған"

Шишмә районында ике баланың ата-әсәһе әсәлек капиталы менән мутлашыуҙа ғәйепләнә. Енәйәтте район прокуратураһы асыҡлаған.
22 йәшлек әсә, икенсе балаһын тапҡас, Пенсия фондына әсәлек капиталын алыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә, быны торлаҡ шарттарын яҡшыртыу зарурлығы менән аңлата. Ҡатын кредитҡа фатир һатып алыуы тураһында документ килтерә һәм компенсация сифатында 388 мең һум аҡса ала. Аҙаҡ асыҡланыуынса, торлаҡ — уның менән бергә торған 31 йәшлек ирҙеке (ике балаһының да атаһы). Фатирға тейешле аҡсаны улар Daewoo Nexia машинаһы һатып алыуға тотонған икән. Закон буйынса, автомобиль һатып алыу әсәлек капиталын файҙаланыу шарттарына инмәй.
Әлеге ҡатынға һәм уның иренә ҡарата мутлыҡ факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар язаға тарттырылып ҡына ҡалмаҫ, бәлки, килтерелгән зыянды ла ҡаплар.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә