Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр сабый өсөн ҡыуанам”
“Һәр сабый өсөн ҡыуанам”Уның хаҡында хеҙмәттәштәре ныҡлы ихтыярлы, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, тормош юлында ышаныслы аҙымдар менән алға барыусы, тәүәккәл, үҙ-үҙенә талапсан, һөнәренә тоғро, ярҙамсыл, заман һулышын тойоп йәшәүсе юғары категориялы табип, акушер-гинеколог тигән фекерҙә. Быға шәфҡәтле, кешелекле, милли рухлы булыуын да өҫтәһәк, күңелдә бөгөнгө заман геройы тап уның кеүек булалыр тигән уй тыуа.

Һүҙем ана шундай замандашыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, республика перинаталь үҙәгенең ауырлы ҡатын-ҡыҙ сирҙәре бүлеге мөдире Илдар Рафиҡ улы Сыртланов тураһында. Уның менән осрашҡанда пациенттар менән ихлас аралашыуына, үҙен ябай тотоуына, ыҫпай килеш-килбәтенә иғтибар иттем. Юҡҡа ғына иң изге табип һөнәрен һайламаған икән тигән фекергә килдем, сөнки сирлеләр ҙә иғтибарлы, башҡаларға ярҙам итеүҙе өҫтөн күргән белгескә генә ышанып ғүмерен тапшыра. Һауыҡҡас, сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыға. Әсәйҙәрҙең "донъяға мин дә тыуҙым" тип оран һалған ғәзиз балаһын күкрәгенә ҡыҫҡан сағына шаһит булған табип-гинеколог өсөн "сикһеҙ рәхмәтлебеҙ" тигән тылсымлы һүҙҙәрҙе ишетеү — иң иҫтәлекле мәлдер, моғайын.
Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә Илдар. Атаһы Рафиҡ Шәрәфетдин улы 30 йылдан ашыу мәктәп директоры булыу менән бергә география фәненән, әсәһе Мәҙинә Ғайса ҡыҙы математиканан балаларға белем бирә. Бала саҡтан уҡ үҙенә талапсан һеңлеһе Гәүһәр менән ҡустыһы Рәшиткә кәңәшсе, өлгө булып, улар өсөн яуаплылыҡ тойоп, һәр өлкәлә бары тик тырышлыҡ менән, үҙ көсөңә ышанып ҡына уңышҡа өлгәшергә мөмкин икәнен аңлап үҫә табип. Ғаиләләре менән Яңы Мораптал ауылына күскәс тә, Баязит Бикбай исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағансы яҡшы уҡыуы, әүҙемлеге менән башҡаларҙан айырылып тора.
— Директор балаһына талап та юғары ине, тәртип боҙорға, насар уҡырға ярамай. Шуға ла әүҙем булдыҡ. Был сифаттар 1970 — 1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының (хәҙер университет) дауалау бүлегендә уҡығанда ныҡ ярҙам итте. Студент йылдарында төҙөлөш отрядында эшләнек, спорт менән дуҫ булдыҡ, волейбол, пистолеттан атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәнек, — ти Илдар Рафиҡ улы.
Төп маҡсат, әлбиттә, халыҡ ихтирамын ҡаҙанған тәжрибәле табип булыу, татыу ғаилә ҡороу... Был һөнәрҙе һайлауға туғандары араһында ла табиптар барлығы, ауылдаштарының да хуплауы этәргес биргәндер, моғайын.
Теләктәр тормошҡа аша. Медицина өлкәһенә арналған 37 йыл дауамында башта Күмертау ҡала, артабан Яңауыл район дауаханаларында бала табыу бүлеге мөдире, райондың баш акушер-гинекологы вазифаларында эшләү тәжрибә тупларға ярҙам итә.
Тәүге хеҙмәт юлын башлаған йылдарҙағы медицина өлкәһен бөгөнгө ҡаҙаныштар менән сағыштырырлыҡ та түгел. Йылына берәр мең бала тыуа, йәштәр ҙә күп, ҡатын-ҡыҙҙар төрлө сирҙәр менән йыш ауырый, табиптарға байрамдар, ял көндәре татлы хыял ғына була. Өфө — Яңауыл араһындағы юл да, баш ҡала менән бәйләнеш тә насар. Бары тик үҙ көсөңә, тәжрибәңә, өлкән хеҙмәттәштәреңдең ярҙамына ғына ышанырға ҡала. "Операцияларҙың ниндәйе генә яһалманы! Әммә һис тә бирешмәнек, кеше һаулығы өсөн көрәштә ваҡыт менән иҫәпләшмәнек. Йәш саҡта көс тә, дарман да еткәндер инде", — тип хәтерләй ул йылдарҙы Илдар Сыртланов.
1980 йылда һөнәре буйынса инженер-технолог, Мәскәү филиалының Өфө технология институтын тамамлаған Дәүләкән һылыуы Зилә Зиннур ҡыҙы Ғилманова менән ғаилә ҡоралар. 1981 йылда ҡыҙҙары Ләйсән тыуа, фатир ҙа алалар. Атай-әсәйгә яҡыныраҡ булыу теләге менән бер аҙҙан Яңауылдан — Мәләүезгә, ә ун йылдан һуң баш ҡалабыҙ Өфөгә күсенәләр. Илдар Рафиҡ улы яңы урында — 4-се бала табыу йортонда бүлек мөдире булып эшләй башлай. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығында бер йыл баш акушер-гинеколог вазифаһында үҙен һынап ҡарай, әммә был эш күңеленә ятмағас, яңынан 4-се бала табыу йортона күсә.
2003 йылда республика перинаталь үҙәге ойошторолғас, тәжрибәле белгесте эшкә саҡыралар. Унда ауырлы ҡатын-ҡыҙҙы тикшереү-дауалау бүлектәрен ойоштороуҙа ҡатнашырға тура килә. Бер үк ваҡытта белемен камиллаштырыуҙы ла онотмай: профессор Василий Кулавский етәкселегендә 2007 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Фән менән шөғөлләнеү Илдар Сыртлановҡа һайлаған һөнәренең серҙәренә күберәк төшөнөргә, эш ысулдарын камиллаштырырға, фәнни үҙенсәлектәрен аңларға ярҙам итә.
Республика перинаталь үҙәге табиптары бөгөн ҡатын-ҡыҙға ауырға ҡалған саҡта килеп тыуған сирҙәрҙе еңер өсөн яңы ысулдарҙы ҡулланыу, гүзәл зат бала табыу йортонда яңы, сифатлы тикшеренеү үтһен өсөн бар көсөн, белемен биреп эшләй. 40 урынға иҫәпләнгән бүлектә йүнәлтмә буйынса республиканың бөтә ҡала, райондарынан килеп ике аҙна — бер ай дауаланалар. Бүлек мөдире Илдар Рафиҡ улын тағы бер нәмә һөйөндөрә: Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән ҡарар буйынса заманса талаптарға яуап биргән яңы перинаталь үҙәк төҙөләсәк. Был, әлбиттә, сирле, бәләкәй ауырлыҡта тыуған сабыйҙарҙы дауалауға, үлем осраҡтарын кәметеүгә, буласаҡ әсәләрҙең һаулығын нығытыуға ярҙам итәсәк.
— Әлбиттә, медицина өлкәһенә, халыҡ һаулығына күп иғтибар бүленә. "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проекттың да ярҙамы тейҙе: дауаханалар, клиникалар заманса ҡорамалдар, компьютерҙар менән тәьмин ителде. Телемедицина үҙәктәре асылды. Ҡабул ителгән "Ауыл табибы" программаһын да хуплайым. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: йәштәрҙе ауылдарға миллиондар менән генә йәлеп итеп булмай. Белгестәрҙе иң башта торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Шул саҡта киләсәктә медицина ярҙамының сифаты, халыҡтың табиптарға булған мөнәсәбәте лә яҡшырыр ине. Йыл һайын медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уҙғарылған һөнәри бәйгеләр ҙә бик кәрәк. Улар табипҡа үҙенең мөмкинлектәрен киңерәк асырға, үҫергә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү юлдарын эҙләргә лә ярҙам итә, — тип уй-фекерҙәре менән бүлеште Илдар Рафиҡ улы.
Һөнәренә тоғро, юғары категориялы акушер-гинеколог Илдар Сыртланов бөгөн дә ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында ең һыҙғанып эшләй. Шул уҡ ваҡытта урта медицина звеноһы хеҙмәткәрҙәре өсөн 21-се дауаханала айына ике тапҡыр уҙғарылған сертификация комиссияһы эшендә лә әүҙем ҡатнаша, консультациялар бирә. Табип оҫта педагог, тәрбиәсе булырға ла тейеш, тигән фекерҙә.
Ғаиләһе менән театр, концерттарға барырға, милли телебеҙҙәге матбуғат баҫмаларын уҡырға, баҡсала емеш-еләк үҫтерергә, сит илдәргә сәфәр сығырға ла ваҡыт таба Сыртлановтар. Тыуған ауылы Яңы Морапталға әсәһе — 87 йәшлек Мәҙинә Ғайса ҡыҙы янына, уны тәрбиәләүсе Рәшит ҡустыһының хәлен белергә лә ҡайталар. Шуныһы йәл: аталары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафиҡ Шәрәфетдин улы ғына яҡты донъянан иртәрәк китте. Әммә уны онотмайҙар, хәтер кисәһе үткәрәләр, ауылдың бер урамы уның исемен йөрөтә. Быларҙың барыһы өсөн дә Илдар Рафиҡ улы яҡташтарына, район, ауыл хакимиәттәре етәкселәренә рәхмәтле. Әйткәндәй, билдәле педагог Рафиҡ ағай "Башҡортостан" гәзитенең дә тоғро дуҫы, әүҙем авторы ине...
— Ниндәй генә өлкәлә лә яуаплылыҡ тойоп камиллашырға тырышһаң, заман менән бергә йәшәһәң, эштән ҡәнәғәтлек алаһың. Ғаиләлә һине аңлауҙары ла бик мөһим. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән менән кейәүебеҙ Русландың татыу ғаилә ҡороп, юғары белемгә эйә булып, тормошта үҙ урындарын табыуҙарына, биш йәшлек ейәнебеҙ Романды тәрбиәләргә үҙ өлөшөбөҙҙө индереүгә һөйөнөп, туған-ырыу, дуҫ-иш менән аралашып, булғанына шөкөр итеп йәшәйбеҙ, — ти Илдар Сыртланов. — Үҙем яңы тыуған һәр сабый өсөн ҡыуанам. Иҫән-һау яҡты донъяға килдең, артабан да ғүмерең шулай бәхетле, оҙон, атай-әсәйеңә, илебеҙгә терәк-таяныс булып үҫергә, насип итһен, тип теләйем.
Бына шулай, йәш саҡтағы хыялына — табип һөнәренә тоғро ҡалған, иртәгә лә эшкә бараһы тип һөйөнгән абруйлы етәксе Илдар Рафиҡ улы Сыртланов бары тик һоҡланыу тойғоһо ғына уята.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 120

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 471

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 106

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 916

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 678

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 261

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 583

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 445

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 523

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 347

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 533