Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һағындыра әрме йылдары
Һағындыра әрме  йылдарыБөгөн армиялағы төрлө хәлдәрҙе ишетәм дә, үҙем хеҙмәт иткән йылдар менән сағыштырып, ғәжәп итәм. Уҙған быуаттың илленсе йылдарында флотта ғәскәри бурысымды үтәгәйнем. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, хәрби хеҙмәттә ҡалған офицерҙар, старшиналар беҙгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды, файҙалы кәңәштәрен бирҙе, хәрби техниканы өйрәтте.

Комсомол ойошмаһы ла ҙур тәрбиәүи эш алып барҙы. Эскадрильяның комсомол секретары үҙе йыш ҡына беҙҙе Ҡырымдың иҫтәлекле урындарына, музейҙарға, театрҙарға йә булмаһа курорт ҡалалары янындағы пляждарға алып йөрөнө.
Партия мәктәбе уҡытыусыһы, пединститут тамамлаған элекке педагог, запастан саҡырылған офицер Киселев, дәрестәрҙә түҙемлек менән яуаптарыбыҙҙы тыңлап, доклад һөйләтеп, матур итеп сығыш яһарға өйрәтте. Йыш ҡына Мәскәүҙән килгән ғалимдарҙың тарих, философия буйынса лекцияларын тыңларға алып бара ине, төрлө осрашыуҙар ойошторҙо.
Беҙ хеҙмәт иткән йылдарҙа милләт-ара дуҫлыҡ та көслө булды.
Кешенең һәләтен милләтенә ҡарап түгел, ә уның эске рухи байлығы буйынса билдәләнеләр. Дуҫым, башҡорт егете Таймас Мырҙабәковты барыһы ла хөрмәт итте, уны үҙебеҙҙең часть командиры Советтар Союзы Геройы генерал Казаковтың штабына писарь итеп ултырттылар. Күп кенә йәшерен документтар уның ҡулынан үтте. Таймас Әхмәт улы бер үк ваҡытта генерал экипажында механик булып та хеҙмәт итте.
Тәүге йылда Эстонияла авиация белгестәре әҙерләү мәктәбендә беҙгә “Һауа атышы теорияһы” тигән фәнде лә уҡыттылар. Ул бик ҡатмарлы, икеһе лә хәрәкәттә булған самолеттарҙың йәки караптарҙың бер-береһенә атышы ваҡытында пушка прицелында дөрөҫ нөктәне табыу ҡатмарлы математик иҫәпләү талап итә. Ирек Мәүлитов тигән мөләйем башҡорт егете уны “отлично”ға үҙләштерҙе. Уға уҡытыусылар” өлгөлө курсант” исемен бирҙе. Ә взвод командиры Ирек менән гел дуҫтарса мөғәмәләлә булды. Бына ошо маҡтаулы егеттәр Таймас Мырҙабәков, Ирек Мәүлитов, йәнә Туҡ буйы башҡорттары Мөхәррәм Дәүләтов, Әхмәт Байҙанов 1951 йылдың авгусында тыуған көнөмә скрипка бүләк итте. Эстонияла, Ҡырымда хеҙмәт иткәндә башҡа музыканттар менән үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашып йөрөнөм.
Бер мәл замполит ҡулымдағы скрипканы күрҙе лә:
– Оҙаҡламай Хәрби-Диңгеҙ флотына арналған байрам була. Сығыш яһарһың әле. Үҙегеҙҙең башҡорт көйөн уйнаһаң да ярар, – тине.
Тамаша гарнизондың йәйге ҙур эстрада залында барҙы. Мин “Ҡара урман” көйөн һыҙҙырҙым. Концерт бөткәс, төрлө частан йыйылған матростар, старшиналар уратып алып ҡотланы. Был танышыуҙан һуң ял минуттарында бергә йыйылып, төрлө музыка ҡоралында уйнап, йырлап, күңел асып ултырған мәлдәр йыш булды. Скрипканы бер ваҡытта ла ҡулымдан төшөрмәнем, әле лә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайым.
Беҙҙең төп шөғөлөбөҙ аэродромда самолеттарҙы осоуға әҙерләү, ҡаршы алыу ине. Арабыҙҙа осоусылар ҙа бар. Техника ҡатмарлы, уны үҙләштереү өсөн бер нисә йыл кәрәк, шуғалыр беҙҙең заманда авиацияла хеҙмәт итеү срогы – дүрт, диңгеҙҙә, һыу аҫты кәмәләрендә йөҙөүселәр өсөн биш йыл ине. Хәҙер егеттәр бер йыл эсендә нимә генә өйрәнә ала икән, тип ғәжәпләнәм.
Беҙ үҙебеҙҙең армия, флот менән ғорурландыҡ, илгә тоғро хеҙмәт иттек.
Их, һағындыра шул саҡтар…


Автор: Әнәс ҠАРАБУЛАТОВ, хеҙмәт һәм тыл ветераны, Хәрби-диңгеҙ авиацияһының запастағы өлкән техник лейтенанты. Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә