Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бал ҡортолай тырыштар...
Бал ҡортолай тырыштар...Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылына барып етмәҫ элек водителебеҙ, тәгәрмәстәрҙе ҡараштырып алайым әле тип, “тимер ат”ын юл ситенә туҡтатты. Күп тә үтмәй яныбыҙға номеры "86"-сы төбәктеке булған еңел машина килеп туҡтаны.

– Егеттәр, умартасы Ғәйсәр ағайҙың өйөн күрһәтегеҙсе, балын бигерәк маҡтайҙар. Себергә күстәнәскә алып китергә ине, – тип өндәште урта йәштәрҙәге ир кеше. – Начальник та “башҡорт балынан ҡасан ауыҙ иттерәһең” ти, йыуаса булыр ине, исмаһам.
Беҙгә лә нәҡ умартасы Ғәйсәр ағай кәрәк булғас, "Әйҙәгеҙ, арттан ҡалмағыҙ", – тип уны үҙебеҙ менән эйәрттек.
Ғәлиә менән Ғәйсәр Сабитовтарҙың йортон оҙаҡ эҙләп йөрөргә тура килмәне.
– Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ икән. Әле генә умарталыҡтан ҡайтып торам, әйҙәгеҙ, сәйләп алайыҡ та һуңынан йомошоғоҙҙо йомошларбыҙ, – тип өйөнә Бал ҡортолай тырыштар...әйҙүкләне умартасы.
Матур донъя көтә Сабитовтар, юҡҡа ғына урам ҡапҡаһына "Өлгөлө ғаилә" тигән яҙыу элмәгәндәр. Эстән генә "бал ҡорттары кеүек үҙҙәре лә уңған икән", тип уйлап ҡуйҙым. Ихата хуш еҫле гөл-сәскәгә күмелгән. Емеш-еләк ағастары ла, "бешкән емешемдән, тулышҡан еләгемдән ауыҙ итсе" тигәндәй, ауырлыҡтан ергә эйелгән. Баҡсала ҡыяры ла, кишере лә, кәбеҫтә менән помидор ҙа ныҡ уңған. Ҡышҡылыҡҡа банкаларға ябырға тип, хужабикә өҫтәлгә август айының уңышын да йыйып һалған. Тимәк, ҡыш рәхәтләнеп йәйге муллыҡтан ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.
Ғәлиә апай оҙаҡ йылдар колхозда һауынсы булып эшләгән. Әммә эштән һуң, арыным-талдым тип, һис кенә ҡул ҡаушырып ултырыуҙы өнәмәй, хужалыҡта тырышып эшләргә, шәхси ихатаһында ишле мал тәрбиәләргә форсатын таба. Шул уҡ ваҡытта балаларын да хеҙмәт һөйөргә өйрәтә, мәктәпкә әҙерләй, тейешле тәрбиәһен дә бирә.
Бал ҡортолай тырыштар...– Эшһеҙ торорға яратмайым, әкрен ҡыланғанды ла йәнем һөймәй, шуға ла тиҙ генә эшләүҙе хуп күрәм, – ти Ғәлиә апай. – Күрше-күлән, "Әтәс һеҙҙең иртә тороуығыҙҙан уңайһыҙланалыр ул", тип көлә. Әсәйем дә, ҡәйнәм дә, мәрхүмдәр инде, иртә уянғанға Аллаһы Тәғәлә лә күпте бирә, тип әйтә торғайны. Ысынлап та, шулайҙыр, яҙмышымдан, донъямдан ҡәнәғәтмен.
Сәй эскән арала Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе төпсөк улдары Фәнзил ҡатыны Гөлназ менән ҡунаҡҡа килеп төштө. Ғәлиә апай уларҙы өҫтәлгә сәйгә саҡырһа ла, ваҡытыбыҙ тар, умарталыҡта эш бар, тип тиҙ генә өҫ кейемдәрен алыштырып, урманға йүнәлделәр. Әйткәндәй, Фәнзил Аксен ауыл хужалығы техникумының умартасылыҡ бүлеген тамамлаған махсус белемле белгес.
– Ана шулай Фәнзил улым килеп инеүе була, бал ҡорттары янына ашыға, бигерәк урман йәнле бала булды, – тип маҡтап ҡуйҙы Ғәйсәр ағай улын. – Килен дә яйлап ҡына бал ҡорто тәрбиәләү серенә төшөнә.
Беҙ ҙә оҙаҡламай Фәнзил артынан умарталыҡҡа юл алдыҡ. Себергә эшкә йыйынған ир ҙә ағайҙың шифалы балын тейәп, ҡайтыр юлға сыҡты.
Сабитовтар 40 йылдан ашыу бал ҡорто тота. Ғәйсәр ағайҙың атаһы Фәтхелислам ағай ҙа ауылдың атаҡлы ҡортсоһо булған. 90 йәшендә лә умарталыҡтан ҡайтып инмәгән, күп кенә ауылдаштарына ҡорт тәрбиәләү серен өйрәткән. Ғәйсәр улын да Шафран ауылына умартасыға уҡырға ебәрә. Уныһы иһә уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлап, ғүмерен бал ҡортона арнай. Бөгөн уларҙың 150 умартаһы матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: янында ғына Дим йылғаһы Бал ҡортолай тырыштар...аҡһа, йүкә урманы ла әллә ни йыраҡ түгел. Бал йыйыу күләмен арттырыу маҡсатында умарталыҡта тағы ла 50-ләп яңы күс айырғандар. Нигеҙҙә, йүкә, сәскә, көнбағыш, дегәнәк, донник үләненән бал йыйыла. Ихтыяж һәр саҡ булғас, сифатына айырыуса иғтибар итәләр, ваҡытында тәрбиәләп торалар.
– Бал ҡорттары иркә бала кеүек ул, иғтибар, тәрбиә етешмәһә, башҡа урынға күсә лә китәләр. Шуға ла һәр саҡ улар янында булырға тырышабыҙ, – ти Фәнзил. – Араҡы, тәмәке еҫен, шау-шыуҙы өнәп еткермәйҙәр, тыныслыҡты яраталар.
"Умарталар урманда һаҡлауһыҙ ҡаламы, урламайҙармы һуң?" – тип ҡыҙыҡһынғас, Фәнзил ояһында ял итеп ятҡан бүреләй эткә күрһәтеп: "Кемдәр ҡурҡмай, килеп көс һынашып ҡараһын", – тип көлөмһөрәне. Эт тә "мине борсомағыҙ юҡ-барға" тигәндәй өрөп ҡуйҙы.
Әйткәндәй, бер нисә йыл элек һаҡсы булмағанда, яуыз бәндәләр тәүҙә һигеҙ, аҙаҡ тағы ла 51 умартаны урлап алып китә. Ғәйсәр ағай, әлбиттә, ҡорттары өсөн борсола, хеҙмәтенең шулай бер нисә сәғәт эсендә юҡҡа сығыуына үртәлә, тик ихтыяр көсөн йыйып, ҡабаттан умарталарын тәбиғәт ҡосағына сығара, тик һаҡсы эт менән.
Үҙе лә йәй умарталығында төн үткәрә. Шөкөр, улдары ял осоронда ярҙамлаша. Ейәндәре буй еткергән, өлкән улының малайҙары – бөгөн уға ҙур ярҙамсы.
– Ейән-ейәнсәрҙәрем ҡунаҡҡа килһә, умарталыҡтан ҡайтып инмәй. Уларға бында ҡыҙыҡ, саф һауа, еләк-емеш күп, – ти ул. – Ғәзиздәремә бал ҡорто тәрбиәләү серен өйрәтәсәкмен, бер аҙ үҫә төшһөндәр генә.
Ғәйсәр ағайға кәңәш-ярҙам һорап ауылдаштары ла күп килә икән. Бынан бер нисә йыл элек оҫта умартасыға Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылының дүрт егете, бал ҡорто тәрбиәләргә уйлайбыҙ, кәңәшегеҙ менән ярҙам итегеҙ, тип мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, ул егеттәрҙе ярҙамынан ҡалдырмай. Файҙалы кәңәшен биреп, һәр береһенә бушлай күсе менән бергә умартаһын да тоттороп ебәрә. Бөгөн ана шул егеттәрҙең өсәүһе умартасылыҡта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, махсус белем алып, бал ҡорто тәрбиәләй.
Сабитовтарҙың балын Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә тәмләп ҡарағандар. Санкт-Петербург, Мәскәү, Архангельск һәм башҡа ҡалаларҙа, Себер тарафтарында, Грузияла, Белоруссияла яҡшы беләләр. Бал йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнашып, Әлшәй төбәгенең татлы балының данын тараталар. Һәм ярайһы ғына табыш та алалар. Мәҫәлән, бер йәрминкәлә генә һатыу итеп, 100-150 мең һум аҡса эшләйҙәр.
– Быйыл тәбиғәт тә, бал ҡорттары ла беҙҙе һөйөндөрә, бал күп. Әле 30-ҙан ашыу феләк бал алдыҡ. Шөкөр, тағы ла ике тоннанан ашыу бал йыйып алаһы бар, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ғәйсәр ағай.
Беҙ хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда умарталыҡҡа тағы ла еңел машина килеп туҡтаны. Һис тә эҙ һыуытмайҙар икән бында...


Автор: Самат ҒӘЛИН Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә